Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Таһылы – нәҫеленән
Таһылы – нәҫеленәнКеше эше менән хөрмәтле. Хафиз Иҡсанов – тап шундайҙарҙан: хеҙмәте менән абруй яулаған булдыҡлы уҙаман күптәргә өлгө булырлыҡ.
Һәләт нәҫелдән нәҫелгә күсәме? Бәхәсле һорау, тип әйтер бәғзеләр. Ә бына Учалы районының Мулдаҡай ауылында тыуып үҫкән Хафиз Иҡсанов даланлы заттан булыуы менән ғорурлана ала: арҙаҡлы шәхестәр, алтын приискылары хужалары, ағалы-ҡустылы Рәмиевтәрҙең нәҫеленән ул. Атап әйткәндә, Закир Рәмиевтең бүләһе була. “Йүнселлек ҡандан килә” тигән фекер менән бәхәсләшеп ҡара шунан! Хафиз Рәйес улы тағы бер мәғлүмәт менән бүлешә: баҡһаң, Себер тарафтарында йәшәгән ағаһы ла эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, ә улы ювелир һөнәрен һайлаған. Бына шулай ир-егеттәр атаҡлы Рәмиевтәр нәҫеленең данына тап төшөрмәй.
Хафиз Иҡсановҡа әйләнеп ҡайтайыҡ. 1998 йылда уҡ ул Учалы ҡалаһында тәүгеләрҙән булып техник хеҙмәтләндереү станцияһын асып ебәргән, башланғыс капитал өсөн өс бүлмәле фатирын һатып ебәрергә йөрьәт иткән. Хәйер, үкенерлек урыны юҡ: йүнселдең эше уңышлы бара. Ҡасандыр сервис үҙәгендә бер-ике автомобилде бер юлы хеҙмәтләндерһәләр, хәҙер станцияның майҙаны ғына түгел, эшмәкәрлеге лә киңәйгән: бында бер юлы 25-ләгән “ҡорос ат”ты Таһылы – нәҫеленәнремонтларға була. Хужа әйтеүенсә, хеҙмәтләндереүҙең барлыҡ төрҙәрен тәҡдим итәләр. Әммә Хафиз Рәйес улы булғаны менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡала торғандарҙан түгел. Заман ҡыйыуҙарҙы ғына үҙ итә! Ошоно иҫтә тотопмо, әллә тынғыһыҙ күңеленең ынтылыштарына буйһонопмо, ул тағы ла ҙурыраҡ ғәмәлгә тотонорға тәүәккәлләгән. Миллиондарса һум бурысҡа батҡан (йәшәһен кредит!), әммә бығаса Учалы ерендә генә түгел, тирә-яҡ ҡалаларҙа ла тиңе булмаған эш асып ебәргән.
– Район буйлап йөрөгәндә, элекке колхоз-совхоздарҙың бушап ҡалған хужалыҡ биналарын күреп, эсем боша торғайны: ниндәй сифатлы, ныҡлы итеп төҙөлгән фермалар, гараждар, әрәм булып, емерелеп ята. Күбеһен төҙөлөш материалына тип һүтеп ташып бөткәндәр. Ә бит уларҙы икенсе төрлө файҙаланырға мөмкин дәһә. Шуға күрә, Сәфәр ауылында иҫке гараж бинаһы һатыла тигән иғлан сыҡҡас, оҙаҡ уйлап торманым, алырға булдым, – ти Хафиз Таһылы – нәҫеленәнРәйес улы.
Йәй аҙағында, бинаны тәртипкә килтергәс, ул ярҙамсылары-фекерҙәштәре менән Златоуст ҡалаһына барып, “Рифей-Буран” шлаклы блоктар етештереү ҡоролмаһы менән таныша. Урынлаштырыу планын төҙөп, сеймал мәсьәләһен хәл иткәс (әйткәндәй, ҡом артынан йыраҡ йөрөйһө түгел – Сәфәр ауылынан бер нисә километр алыҫлыҡта “Саңғалыҡ” диорит карьеры урынлашҡан, унан сеймал һатып алыу һәм ташыу ҙур сығым талап итмәй), техниканы алып ҡайталар.
Әлеге көндә буяу еҫе аңҡып торған цехта шлаклы блоктар етештерә башлағандар ҙа инде. Ҡиммәтле ҡоролма 300-ҙән ашыу төрлө төҙөлөш материалы сығарырға һәләтле, әммә барыһына ла бер юлы өлгөрөп булмай – Иҡсанов эште башлап ҡына тора бит әле. Башланғысты үҫтереү өсөн республика программаһы буйынса алған 300 мең һум субсидия ла ярап ҡалған – ни генә тип әйтмә, яңыны һынағанда һәр тин ҡәҙерле. “Район етәкселегенең дә даими ярҙамын, иғтибарын тоям”, – ти эшҡыуар.
Таһылы – нәҫеленәнХафиз Рәйес улы яҡындарынан һәм ярҙамсыларынан уңған. Тәүге сиратта ул ҡатыны Гөлнараға рәхмәтле. Ғаиләләренең йәме булып үҫеп килгән улын һәм ҡыҙын тәрбиәләү, донъя ваҡ-төйәктәрен хәстәрләү кеүек мең ғәмәл – уның иңендә. Иренең эше былай ҙа ауыр һәм тынғыһыҙ икәнлеген аңлап, йылы һүҙ, яҡты йөҙ менән ҡаршы ала торған ҡатындарҙан ул.
Автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү үҙәгендә эшләүсе иретеп йәбештереүсе Рим Мөкәевте Хафиз Рәйес улы тәүге көндән алып әлегәсә бергә атлаған фекерҙәше, кәңәшсеһе, уң ҡулы тип телгә ала.
Төҙөлөш материалдарын етештереү бизнесында ла яңғыҙ түгел: Рәмил Әхмәтвәлиев, Ринат Шайҡасимов, Урал Иманғолов – төп ярҙамсылары.
Ике тиҫтәгә яҡын кешегә эш урыны булдырған Хафиз Иҡсановтың миҫалы башҡаларҙы ла уйландырһын, илһамландырһын ине – күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй бит! Йүнселгә иһә именлек, эшендә уңыштар теләргә ҡала.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
Учалы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә