Кеше эше менән хөрмәтле. Хафиз Иҡсанов – тап шундайҙарҙан: хеҙмәте менән абруй яулаған булдыҡлы уҙаман күптәргә өлгө булырлыҡ.
Һәләт нәҫелдән нәҫелгә күсәме? Бәхәсле һорау, тип әйтер бәғзеләр. Ә бына Учалы районының Мулдаҡай ауылында тыуып үҫкән Хафиз Иҡсанов даланлы заттан булыуы менән ғорурлана ала: арҙаҡлы шәхестәр, алтын приискылары хужалары, ағалы-ҡустылы Рәмиевтәрҙең нәҫеленән ул. Атап әйткәндә, Закир Рәмиевтең бүләһе була. “Йүнселлек ҡандан килә” тигән фекер менән бәхәсләшеп ҡара шунан! Хафиз Рәйес улы тағы бер мәғлүмәт менән бүлешә: баҡһаң, Себер тарафтарында йәшәгән ағаһы ла эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, ә улы ювелир һөнәрен һайлаған. Бына шулай ир-егеттәр атаҡлы Рәмиевтәр нәҫеленең данына тап төшөрмәй.
Хафиз Иҡсановҡа әйләнеп ҡайтайыҡ. 1998 йылда уҡ ул Учалы ҡалаһында тәүгеләрҙән булып техник хеҙмәтләндереү станцияһын асып ебәргән, башланғыс капитал өсөн өс бүлмәле фатирын һатып ебәрергә йөрьәт иткән. Хәйер, үкенерлек урыны юҡ: йүнселдең эше уңышлы бара. Ҡасандыр сервис үҙәгендә бер-ике автомобилде бер юлы хеҙмәтләндерһәләр, хәҙер станцияның майҙаны ғына түгел, эшмәкәрлеге лә киңәйгән: бында бер юлы 25-ләгән “ҡорос ат”ты
ремонтларға була. Хужа әйтеүенсә, хеҙмәтләндереүҙең барлыҡ төрҙәрен тәҡдим итәләр. Әммә Хафиз Рәйес улы булғаны менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡала торғандарҙан түгел. Заман ҡыйыуҙарҙы ғына үҙ итә! Ошоно иҫтә тотопмо, әллә тынғыһыҙ күңеленең ынтылыштарына буйһонопмо, ул тағы ла ҙурыраҡ ғәмәлгә тотонорға тәүәккәлләгән. Миллиондарса һум бурысҡа батҡан (йәшәһен кредит!), әммә бығаса Учалы ерендә генә түгел, тирә-яҡ ҡалаларҙа ла тиңе булмаған эш асып ебәргән.
– Район буйлап йөрөгәндә, элекке колхоз-совхоздарҙың бушап ҡалған хужалыҡ биналарын күреп, эсем боша торғайны: ниндәй сифатлы, ныҡлы итеп төҙөлгән фермалар, гараждар, әрәм булып, емерелеп ята. Күбеһен төҙөлөш материалына тип һүтеп ташып бөткәндәр. Ә бит уларҙы икенсе төрлө файҙаланырға мөмкин дәһә. Шуға күрә, Сәфәр ауылында иҫке гараж бинаһы һатыла тигән иғлан сыҡҡас, оҙаҡ уйлап торманым, алырға булдым, – ти Хафиз
Рәйес улы.
Йәй аҙағында, бинаны тәртипкә килтергәс, ул ярҙамсылары-фекерҙәштәре менән Златоуст ҡалаһына барып, “Рифей-Буран” шлаклы блоктар етештереү ҡоролмаһы менән таныша. Урынлаштырыу планын төҙөп, сеймал мәсьәләһен хәл иткәс (әйткәндәй, ҡом артынан йыраҡ йөрөйһө түгел – Сәфәр ауылынан бер нисә километр алыҫлыҡта “Саңғалыҡ” диорит карьеры урынлашҡан, унан сеймал һатып алыу һәм ташыу ҙур сығым талап итмәй), техниканы алып ҡайталар.
Әлеге көндә буяу еҫе аңҡып торған цехта шлаклы блоктар етештерә башлағандар ҙа инде. Ҡиммәтле ҡоролма 300-ҙән ашыу төрлө төҙөлөш материалы сығарырға һәләтле, әммә барыһына ла бер юлы өлгөрөп булмай – Иҡсанов эште башлап ҡына тора бит әле. Башланғысты үҫтереү өсөн республика программаһы буйынса алған 300 мең һум субсидия ла ярап ҡалған – ни генә тип әйтмә, яңыны һынағанда һәр тин ҡәҙерле. “Район етәкселегенең дә даими ярҙамын, иғтибарын тоям”, – ти эшҡыуар.
Хафиз Рәйес улы яҡындарынан һәм ярҙамсыларынан уңған. Тәүге сиратта ул ҡатыны Гөлнараға рәхмәтле. Ғаиләләренең йәме булып үҫеп килгән улын һәм ҡыҙын тәрбиәләү, донъя ваҡ-төйәктәрен хәстәрләү кеүек мең ғәмәл – уның иңендә. Иренең эше былай ҙа ауыр һәм тынғыһыҙ икәнлеген аңлап, йылы һүҙ, яҡты йөҙ менән ҡаршы ала торған ҡатындарҙан ул.
Автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү үҙәгендә эшләүсе иретеп йәбештереүсе Рим Мөкәевте Хафиз Рәйес улы тәүге көндән алып әлегәсә бергә атлаған фекерҙәше, кәңәшсеһе, уң ҡулы тип телгә ала.
Төҙөлөш материалдарын етештереү бизнесында ла яңғыҙ түгел: Рәмил Әхмәтвәлиев, Ринат Шайҡасимов, Урал Иманғолов – төп ярҙамсылары.
Ике тиҫтәгә яҡын кешегә эш урыны булдырған Хафиз Иҡсановтың миҫалы башҡаларҙы ла уйландырһын, илһамландырһын ине – күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй бит! Йүнселгә иһә именлек, эшендә уңыштар теләргә ҡала.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
Учалы районы.