Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йорт ҡошона мәҙхиә
Йорт ҡошона мәҙхиәБыуындан быуынға ялғанып килгән ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, йолаларыбыҙ — халҡыбыҙҙы милләт итеп йәшәтеүсе, төрлө урындарға һибелеп көн күргән кешеләребеҙҙе берләштереүсе, уларҙы бер ҡорға туплаусы, үҙ-ара дуҫлыҡ, берҙәмлек тойғоларын яңыртып тороусы илаһи бер ҡиммәт, баһалап бөткөһөҙ рухи байлығыбыҙ ул.
Көндәр һыуынып, тәүге ҡар төшөү менән ағай-эне, күрше-күлән менән берләшеп, һуғым һуйыу, йә, йәш-елкенсәкте саҡырып, ҡаҙ өмәләре үткәреү – башҡорттоң борондан беҙҙең көндәргәсә һаҡланып килгән иң күңелле, тормош-көнкүрешкә матди мөмкинлек өҫтәп, йәшәргә дәрт-дарман биреп тороусы изге йолаһы.
Ауыл кешеләренең әрһеҙләнеп, тырышып-тырмашып ҡаҙ-өйрәктәрен һимертеп, ниһайәт, һуйып, иш янына ҡуш булһын, тигән теләктәре тормошҡа аша: йыбанмай ҡош-ҡорт аҫрағандар күңелле өмәләр үткәрә. Был үҙе бер тамаша: кемеһелер (ғәҙәттә, хужа үҙе) ҡош-ҡортон салып тора, ә уларын төтөн, боҫ борҡоп торған йылы мунсала шарт та шарт килтереп йолҡа ла башлайҙар. Был тамашала иң ҡыҙығы, моғайын, шулдыр: йолҡонған ҡаҙҙарҙы парлап-парлап көйәнтәләргә элеп, һыу буйына (мәкегә) алып барып, таҙа итеп ышҡып-ышҡып йыуып, тағы ла көйәнтәләп, мәрәкәләшеп һәм, әлбиттә, йыр-бейеүҙәр менән ҡайтып, ошо әҙер байлыҡты хужалар ҡулына тапшырыу. Шатлығы йөҙөнә сыҡҡан хужабикә бер ҡаҙын (ҡайһы берҙә хатта икәүһен) тиҙерәк ҡаҙанға һала…
Шулай итеп, өмә дауам итә, һәм ул өмәселәрҙе һыйлау менән тамамлана. Хужалар ҙа ҡәнәғәт, сөнки бер мәшәҡәттән ҡотола, ҡатнашыусылар ҙа шат, күңелдәре күтәрелә. Әйткәндәй, ҡош-ҡорт аҫрамаған кешеләр ҙә шыпа мәхрүм түгел был көндәрҙә: туған-таныштарына барып, тирләп-бешеп ҡаҙ йолҡоп, ҡош ите менән һыйланып, өйҙәгеләренә күстәнәс тотоп ҡайта. Их, был ҡаҙ ҡанаттары!
Ҡаҙға бәйле бер булған хәл, лаҡап йөрөй беҙҙең Ҡаҫмарт буйында. Рим тигән йәш кенә егет көнө-төнө тракторы менән ауыл халҡының бесән-кәбәнен һөйрәтә. Ҡаҙ өмәләре осоро, быны көн дә ҡаҙ ите менән һыйлайҙар икән. Бүгеп киткән, күрәһең, бер көн түҙмәгән: «Надоел ошо ҡаҙ бото!» — тип сираттағы бер ботто быраҡтырып ебәргән, имеш. Булыр, тим, көн дә бер үк нәмә екһетә бит ул…
Йәшерәк саҡтағы өмәләрҙе иҫкә төшөрөп, «ҡанат»лы замандарҙан үҙем кисергән бер-ике ваҡиғаны бәйән итмәксемен.
Апайым менән еҙнәмдең саҡырыуы буйынса 1948 йылдың авгусында өсәүләп — әсәйем, ҡустым, мин Үзбәкстанға барып ҡайтырға йөрьәт иттек. Юлда ниндәй этлектәр күреүебеҙҙе (Ырымбурҙан Ташкентҡа дүрт тәүлек тауар поезы — «Пятьсот веселый»ҙа жуликтарҙан талана-талана барыуыбыҙ, аръяғына тағы өс тәүлек) сурытып тормайынса, күңелле бер ваҡиғаны ғына иҫкә алмаҡсымын. Ҡайтыу яғына беҙҙе өлкә үҙәге — Ҡаршы ҡалаһына тиклем оҙата килгән еҙнәйем әсәйем менән мине вокзал ресторанына алып инде. Инһәк, кеше күп, сәхнә һымаҡ ҡалҡыу урында тынлы оркестр беҙгә таныш булмаған көйҙәрҙе башҡара. Әсәйем, эй, бынау думбыралары, тип көйһөҙләнеп тә алды. Еҙнәйем музыканттар янына барып, нимәлер һөйләшеп килде. Официанттың беҙҙең өҫтәлгә ашамлыҡты алып килеп ултыртыуы булды, баяғы оркестр «Ҡаҙ ҡанаты»н уйнап та ебәрҙе:
Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була,
Ир ҡанаты ат була.
Сит илдәрҙә бик күп йөрөһәң,
Һөйгән йәрең ят була…
Тыуған яҡтарҙан бик алыҫта, Памир тауҙары күренеп торған үзбәк ерендә, үҙебеҙҙең моңдо тыңлау беҙҙең өсөн көтөлмәгән хәл булды. Әсәйемдең дә күңеле күтәрелде. Ошо ваҡиғаны туғандар, дуҫтар менән осрашҡанда хәтерләп алабыҙ. Шул йыр ҡолағымда әле лә сыңлап тора кеүек.
1991 йылдың март башында ауылыбыҙҙан сыҡҡан күренекле шәхес, техник фәндәр докторы, профессор Нәжиб Харис улы Уразовтың 80 йәшлек юбилейына Ташкентҡа барҙыҡ. Был юлы самолет менән. Нәжиә еңгәй менән Нәжиб ағай бик йылы ҡаршы алды, күп кенә кеше саҡырып, ҡунаҡ күрһәттеләр. Бер аҙ ҡыҙмаса булып алғас, ҡунаҡтар йырға күсте. Тыуған илен ныҡ һағынған Нәжиб ағай, шуны йырла әле, быныһын йырла әле, тип өҙмәй ҙә ҡуймай. Бер-ике йырлаған булдым, әммә ул һораған «Урал»ды, белмәгәнлектән, башҡара алманым. «Булат, йә әле, «Ҡаҙ ҡанаты»н йырла, һин уны беләһең бит», — тип һораны юбиляр ағайыбыҙ. Шунда йәш кенә татар ҡатыны бар ине. Ул пианинола уйнай башлаһын, мин ҡушылырмын, тинем. «Мин ул көйнө белмим, үзегез башлап күрсәтегез», — ти пианино артында ултырған сибәркәй. Ҡаршыһына баҫып, йырҙың башын көйләүем булды, пианино ла «тел»гә килде:
Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый,
Хаттар яҙырға ярай.
Уйнамағас та көлмәгәс,
Был донъя ниңә ярай?..
Тыуған яҡҡа ҡайтып китә торған көндө хушлашыу мәжлесендә Нәжиә еңгәй: “Теге сибәркәйҙең күҙе төшкән бит һиңә, Булат”, — тип ҡолағыма шыбырланы. “Кит әле, еңгә, юҡты һөйләмә...” — тигән булам.
Аҙ ғына ҡыуаныстарҙан, күберәк үкенестәрҙән тора, ахыры, был фани донъя!


Автор: Булат АҠМАНОВ. Район: Ейәнсура районы, Иҙелбәк ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала бер ир балаһына 1 миллион һум түләмәйенсә ҡасҡан
Республикала Дәүләт автоинспекцияһының махсус операцияһы башланды
Башҡортостанда ағасты йәшен атып сәрпәкләгән
Биш йыл балаһы булмаған яҡташыбыҙ 11 сабыйға ғүмер бүләк иткән

Биш йыл балаһы булмаған яҡташыбыҙ 11 сабыйға ғүмер бүләк иткән 13.05.2026 // Йәмғиәт

Бөрйән районынан күп балалы әсә Эльвира Фәхрийәнованың һоҡланғыс ғаиләһе хаҡында бәйән итмәксебеҙ....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һауа +28° тиклем йылына
Башҡортостан тарихы дәреслегенә «Башинформ» агентлығы тураһында мәғлүмәт  индерелде

Башҡортостан тарихы дәреслегенә «Башинформ» агентлығы тураһында мәғлүмәт индерелде 12.05.2026 // Йәмғиәт

Дәреслектең электрон версияһын Башҡортостандың Мәғариф министрлығы сайтынан күсереп алырға мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфө аэропорты рейстарҙың тотҡарланыуы хаҡында иҫкәртте

Өфө аэропорты рейстарҙың тотҡарланыуы хаҡында иҫкәртте 12.05.2026 // Йәмғиәт

Быға пилотһыҙ хәүеф режимы индерелеүе сәбәпсе....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Константин Толкачевтың хәтере мәңгеләштерелә

Башҡортостанда Константин Толкачевтың хәтере мәңгеләштерелә 12.05.2026 // Йәмғиәт

Константин Толкачев оҙайлы ҡаты ауырыуҙан һуң 74-се йәшендә арабыҙҙан китте....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Еңеү көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш бара

Өфөлә Еңеү көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш бара 08.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Еңеү көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш бара...

Тотош уҡырға 2

Еңеү көнө алдынан баш ҡалала хәрби техника күргәҙмәһе асылды

Еңеү көнө алдынан баш ҡалала хәрби техника күргәҙмәһе асылды 08.05.2026 // Йәмғиәт

Күргәҙмә 8 һәм 9 майҙа байрам саралары тамамланғансы эшләй....

Тотош уҡырға 3

Өфөнөң Совет майҙанында өсөнсө тапҡыр «Еңеү вальсы» акцияһы үтте

Өфөнөң Совет майҙанында өсөнсө тапҡыр «Еңеү вальсы» акцияһы үтте 08.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнөң Совет майҙанында өсөнсө тапҡыр «Еңеү вальсы» акцияһы үтте...

Тотош уҡырға 3

Аҙна һуңында Ерҙә геомагнит әүҙемлек көсәйә

Аҙна һуңында Ерҙә геомагнит әүҙемлек көсәйә 08.05.2026 // Йәмғиәт

Аҙна һуңында Ерҙә геомагнит әүҙемлек көсәйә...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә