Йорт ҡошона мәҙхиә07.12.2013
Йорт ҡошона мәҙхиәБыуындан быуынға ялғанып килгән ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, йолаларыбыҙ — халҡыбыҙҙы милләт итеп йәшәтеүсе, төрлө урындарға һибелеп көн күргән кешеләребеҙҙе берләштереүсе, уларҙы бер ҡорға туплаусы, үҙ-ара дуҫлыҡ, берҙәмлек тойғоларын яңыртып тороусы илаһи бер ҡиммәт, баһалап бөткөһөҙ рухи байлығыбыҙ ул.
Көндәр һыуынып, тәүге ҡар төшөү менән ағай-эне, күрше-күлән менән берләшеп, һуғым һуйыу, йә, йәш-елкенсәкте саҡырып, ҡаҙ өмәләре үткәреү – башҡорттоң борондан беҙҙең көндәргәсә һаҡланып килгән иң күңелле, тормош-көнкүрешкә матди мөмкинлек өҫтәп, йәшәргә дәрт-дарман биреп тороусы изге йолаһы.
Ауыл кешеләренең әрһеҙләнеп, тырышып-тырмашып ҡаҙ-өйрәктәрен һимертеп, ниһайәт, һуйып, иш янына ҡуш булһын, тигән теләктәре тормошҡа аша: йыбанмай ҡош-ҡорт аҫрағандар күңелле өмәләр үткәрә. Был үҙе бер тамаша: кемеһелер (ғәҙәттә, хужа үҙе) ҡош-ҡортон салып тора, ә уларын төтөн, боҫ борҡоп торған йылы мунсала шарт та шарт килтереп йолҡа ла башлайҙар. Был тамашала иң ҡыҙығы, моғайын, шулдыр: йолҡонған ҡаҙҙарҙы парлап-парлап көйәнтәләргә элеп, һыу буйына (мәкегә) алып барып, таҙа итеп ышҡып-ышҡып йыуып, тағы ла көйәнтәләп, мәрәкәләшеп һәм, әлбиттә, йыр-бейеүҙәр менән ҡайтып, ошо әҙер байлыҡты хужалар ҡулына тапшырыу. Шатлығы йөҙөнә сыҡҡан хужабикә бер ҡаҙын (ҡайһы берҙә хатта икәүһен) тиҙерәк ҡаҙанға һала…
Шулай итеп, өмә дауам итә, һәм ул өмәселәрҙе һыйлау менән тамамлана. Хужалар ҙа ҡәнәғәт, сөнки бер мәшәҡәттән ҡотола, ҡатнашыусылар ҙа шат, күңелдәре күтәрелә. Әйткәндәй, ҡош-ҡорт аҫрамаған кешеләр ҙә шыпа мәхрүм түгел был көндәрҙә: туған-таныштарына барып, тирләп-бешеп ҡаҙ йолҡоп, ҡош ите менән һыйланып, өйҙәгеләренә күстәнәс тотоп ҡайта. Их, был ҡаҙ ҡанаттары!
Ҡаҙға бәйле бер булған хәл, лаҡап йөрөй беҙҙең Ҡаҫмарт буйында. Рим тигән йәш кенә егет көнө-төнө тракторы менән ауыл халҡының бесән-кәбәнен һөйрәтә. Ҡаҙ өмәләре осоро, быны көн дә ҡаҙ ите менән һыйлайҙар икән. Бүгеп киткән, күрәһең, бер көн түҙмәгән: «Надоел ошо ҡаҙ бото!» — тип сираттағы бер ботто быраҡтырып ебәргән, имеш. Булыр, тим, көн дә бер үк нәмә екһетә бит ул…
Йәшерәк саҡтағы өмәләрҙе иҫкә төшөрөп, «ҡанат»лы замандарҙан үҙем кисергән бер-ике ваҡиғаны бәйән итмәксемен.
Апайым менән еҙнәмдең саҡырыуы буйынса 1948 йылдың авгусында өсәүләп — әсәйем, ҡустым, мин Үзбәкстанға барып ҡайтырға йөрьәт иттек. Юлда ниндәй этлектәр күреүебеҙҙе (Ырымбурҙан Ташкентҡа дүрт тәүлек тауар поезы — «Пятьсот веселый»ҙа жуликтарҙан талана-талана барыуыбыҙ, аръяғына тағы өс тәүлек) сурытып тормайынса, күңелле бер ваҡиғаны ғына иҫкә алмаҡсымын. Ҡайтыу яғына беҙҙе өлкә үҙәге — Ҡаршы ҡалаһына тиклем оҙата килгән еҙнәйем әсәйем менән мине вокзал ресторанына алып инде. Инһәк, кеше күп, сәхнә һымаҡ ҡалҡыу урында тынлы оркестр беҙгә таныш булмаған көйҙәрҙе башҡара. Әсәйем, эй, бынау думбыралары, тип көйһөҙләнеп тә алды. Еҙнәйем музыканттар янына барып, нимәлер һөйләшеп килде. Официанттың беҙҙең өҫтәлгә ашамлыҡты алып килеп ултыртыуы булды, баяғы оркестр «Ҡаҙ ҡанаты»н уйнап та ебәрҙе:
Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була,
Ир ҡанаты ат була.
Сит илдәрҙә бик күп йөрөһәң,
Һөйгән йәрең ят була…
Тыуған яҡтарҙан бик алыҫта, Памир тауҙары күренеп торған үзбәк ерендә, үҙебеҙҙең моңдо тыңлау беҙҙең өсөн көтөлмәгән хәл булды. Әсәйемдең дә күңеле күтәрелде. Ошо ваҡиғаны туғандар, дуҫтар менән осрашҡанда хәтерләп алабыҙ. Шул йыр ҡолағымда әле лә сыңлап тора кеүек.
1991 йылдың март башында ауылыбыҙҙан сыҡҡан күренекле шәхес, техник фәндәр докторы, профессор Нәжиб Харис улы Уразовтың 80 йәшлек юбилейына Ташкентҡа барҙыҡ. Был юлы самолет менән. Нәжиә еңгәй менән Нәжиб ағай бик йылы ҡаршы алды, күп кенә кеше саҡырып, ҡунаҡ күрһәттеләр. Бер аҙ ҡыҙмаса булып алғас, ҡунаҡтар йырға күсте. Тыуған илен ныҡ һағынған Нәжиб ағай, шуны йырла әле, быныһын йырла әле, тип өҙмәй ҙә ҡуймай. Бер-ике йырлаған булдым, әммә ул һораған «Урал»ды, белмәгәнлектән, башҡара алманым. «Булат, йә әле, «Ҡаҙ ҡанаты»н йырла, һин уны беләһең бит», — тип һораны юбиляр ағайыбыҙ. Шунда йәш кенә татар ҡатыны бар ине. Ул пианинола уйнай башлаһын, мин ҡушылырмын, тинем. «Мин ул көйнө белмим, үзегез башлап күрсәтегез», — ти пианино артында ултырған сибәркәй. Ҡаршыһына баҫып, йырҙың башын көйләүем булды, пианино ла «тел»гә килде:
Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый,
Хаттар яҙырға ярай.
Уйнамағас та көлмәгәс,
Был донъя ниңә ярай?..
Тыуған яҡҡа ҡайтып китә торған көндө хушлашыу мәжлесендә Нәжиә еңгәй: “Теге сибәркәйҙең күҙе төшкән бит һиңә, Булат”, — тип ҡолағыма шыбырланы. “Кит әле, еңгә, юҡты һөйләмә...” — тигән булам.
Аҙ ғына ҡыуаныстарҙан, күберәк үкенестәрҙән тора, ахыры, был фани донъя!


Вернуться назад