Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мәскәүгә — Ҡыш бабайға ҡунаҡҡа...
Мәскәүгә — Ҡыш бабайға ҡунаҡҡа...Ишембай районының Маҡар ауылы һылыуы Азалия Ғилманова Яңы йыл байрамын йыл да тулҡынланып көтөп ала. Көтмәҫлек тә түгел шул: Ҡыш бабайҙың матур-матур бүләктәре, Ҡарһылыу алып килгән "тәмлекәстәр", өй түрен биҙәгән йәшел ҡупшыҡай көн дә ҡыуандырмай бит. Етмәһә, быйыл Яңы йыл, ысын мәғәнәһендә, мөғжизәләр менән аяҡ баҫа — мәктәптә тик "бишле" билдәләренә өлгәшкән ҡыҙ йәйен Ҡара диңгеҙ буйында ял итеп ҡайтҡан, ата-әсәһенән бүләккә фотоаппарат алып һөйөнгән һәм иң иҫтәлеклеһе — Мәскәүгә Президент шыршыһына барып ҡайтҡан.
Әҙәм балаһы Яңы йыл байрамын илаһи бер матурлыҡтан торған мөғжизә, аҡ хыялдарға сорналған сихри балҡыш кеүек ҡабул итә. Яңы йыл байрамы күңелдәрҙә өмөт уята, мөғжизәгә ышандыра, яҡты уй-хыялдарға саҡыра. Ә бына илдең Президент шыршыһына барыусы ҡыҙ һәм малайҙарға был үҙенә күрә стимул да булып тора икән.
Йыл һайын ойошторола килгән Президент шыршыһы был юлы ла илдең төрлө төбәктәрендә йәшәгән дуҫтарын йыйҙы. Матур байрамға Башҡортостандың ҡала һәм райондарынан 115 бала барып ҡайтты. Улар араһында уҡыу алдынғылары, төрлө фән буйынса олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында еңеүселәр, үҙешмәкәр сәнғәт фестивалдәре лауреаттары, күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр, Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хеҙмәткәрҙәренең ҡыҙ һәм улдары ла бар ине.
— Яңы йылды һағынып көтөп алам. Ә быйыл миңә Мәскәүгә, Президент шыршыһы байрамына барыу бәхете йылмайҙы. Шул тиклем Мәскәүҙе күргем килә ине! — ти баш ҡаланың 22-се мәктәбе уҡыусыһы Сулпан Латипова.
— Ә ниндәй уңыштарың өсөн йылмайҙы һиңә был бәхет? — тип һорайым ҡыҙҙан.
— Мин V класта "бишле"гә генә уҡыйым. Иң яратҡан дәрестәрем — урыҫ һәм инглиз телдәре, физкультура. Спорт һәм бал бейеүҙәре менән шөғөлләнәм. Балалар ижады үҙәгендәге бейеү ансамбле менән төрлө конкурстарҙа ҡатнашабыҙ. Былтыр Башҡортостан чемпионы булдыҡ. Миңә һүрәт төшөрөү ҙә оҡшай. Ҡышын конькиҙа, ә йәй роликтарҙа йөрөргә яратам, — ти Сулпан.
Әйткәндәй, уҡыусыларҙың кеме менән генә аралашһаң да, шундайыраҡ яуап ишетергә мөмкин ине. Уҡыу алдынғылары йыр-бейеүгә лә әүәҫ, спортты ла ярата... Тырышлығың үҙең өсөн шул. Иң мөһиме — Президент шыршыһы был балалар өсөн сик булмаһын. Һәр Яңы йыл яңы үрҙәр, яңы уңыштар һәм, әлбиттә, яңы мөғжизәләр алып килһен.
[i]Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА [/i
]




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 5

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 03.11.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 4

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 6

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә