Ишембай районының Маҡар ауылы һылыуы Азалия Ғилманова Яңы йыл байрамын йыл да тулҡынланып көтөп ала. Көтмәҫлек тә түгел шул: Ҡыш бабайҙың матур-матур бүләктәре, Ҡарһылыу алып килгән "тәмлекәстәр", өй түрен биҙәгән йәшел ҡупшыҡай көн дә ҡыуандырмай бит. Етмәһә, быйыл Яңы йыл, ысын мәғәнәһендә, мөғжизәләр менән аяҡ баҫа — мәктәптә тик "бишле" билдәләренә өлгәшкән ҡыҙ йәйен Ҡара диңгеҙ буйында ял итеп ҡайтҡан, ата-әсәһенән бүләккә фотоаппарат алып һөйөнгән һәм иң иҫтәлеклеһе — Мәскәүгә Президент шыршыһына барып ҡайтҡан.
Әҙәм балаһы Яңы йыл байрамын илаһи бер матурлыҡтан торған мөғжизә, аҡ хыялдарға сорналған сихри балҡыш кеүек ҡабул итә. Яңы йыл байрамы күңелдәрҙә өмөт уята, мөғжизәгә ышандыра, яҡты уй-хыялдарға саҡыра. Ә бына илдең Президент шыршыһына барыусы ҡыҙ һәм малайҙарға был үҙенә күрә стимул да булып тора икән.
Йыл һайын ойошторола килгән Президент шыршыһы был юлы ла илдең төрлө төбәктәрендә йәшәгән дуҫтарын йыйҙы. Матур байрамға Башҡортостандың ҡала һәм райондарынан 115 бала барып ҡайтты. Улар араһында уҡыу алдынғылары, төрлө фән буйынса олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында еңеүселәр, үҙешмәкәр сәнғәт фестивалдәре лауреаттары, күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр, Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хеҙмәткәрҙәренең ҡыҙ һәм улдары ла бар ине.
— Яңы йылды һағынып көтөп алам. Ә быйыл миңә Мәскәүгә, Президент шыршыһы байрамына барыу бәхете йылмайҙы. Шул тиклем Мәскәүҙе күргем килә ине! — ти баш ҡаланың 22-се мәктәбе уҡыусыһы Сулпан Латипова.
— Ә ниндәй уңыштарың өсөн йылмайҙы һиңә был бәхет? — тип һорайым ҡыҙҙан.
— Мин V класта "бишле"гә генә уҡыйым. Иң яратҡан дәрестәрем — урыҫ һәм инглиз телдәре, физкультура. Спорт һәм бал бейеүҙәре менән шөғөлләнәм. Балалар ижады үҙәгендәге бейеү ансамбле менән төрлө конкурстарҙа ҡатнашабыҙ. Былтыр Башҡортостан чемпионы булдыҡ. Миңә һүрәт төшөрөү ҙә оҡшай. Ҡышын конькиҙа, ә йәй роликтарҙа йөрөргә яратам, — ти Сулпан.
Әйткәндәй, уҡыусыларҙың кеме менән генә аралашһаң да, шундайыраҡ яуап ишетергә мөмкин ине. Уҡыу алдынғылары йыр-бейеүгә лә әүәҫ, спортты ла ярата... Тырышлығың үҙең өсөн шул. Иң мөһиме — Президент шыршыһы был балалар өсөн сик булмаһын. Һәр Яңы йыл яңы үрҙәр, яңы уңыштар һәм, әлбиттә, яңы мөғжизәләр алып килһен.
[i]Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА [/i
]