Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәйәүлегә көн юҡ
Йәйәүлегә көн юҡЙәшәйешебеҙҙә иң бәкәлгә һуҡҡан мәсьәләләрҙең береһе – юлдар торошо. Бигерәк тә йонсоу яҙлы-көҙлө миҙгелдә. Юҡҡа ғына, юл аҙабы – гүр ғазабы, тимәйҙәр. Был йәһәттән һеҙгә, ҡалала йәшәүселәргә, барыбер ҙә иғтибар нығыраҡ, ти ауыл халҡы. Эйе, һуңғы йылдарҙа ҡараш үҙгәрҙе: урамдар киңәйтелә, юл айырсалары күбәйә. Әммә былар барыһы ла машина йөрөтөүселәр мәнфәғәтендә эшләнә. Бәй, автомобилдәр һаны арта, ә саҡрымдарға һуҙылған “бөкө”ләр ҡамасаулай. Кемдең ҡәҙерле сәғәт-минутын тығында сарыф иткеһе килһен? Йәйәүлеләр күпселек осраҡта бынан тик ыҙа сигә: ситкә, ҡоймаларға ҡыҫырыҡлана баралар. Ҡыҫҡаһы, ыңғай үҙгәрештәрҙең рәхәтен күрмәйҙәр.

Хәҙер, урыҫ әйтмешләй, Хоҙай онотҡан ерҙәрҙе лә – ҡала ситтәрен, яңы биҫтәләрҙе ҡарай башланылар. Унда ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәк кеүек бейек-бейек йорттар күбәйә, халыҡ һаны арта. Өфөнөң Затон биҫтәһендә лә йәйҙән бирле Осоусылар урамын тәртипкә килтерәләр. Автобустар ҙа иркен үтеп йөрөй башланы. Юл ситендә үҫкән матур-матур миләш ҡыуаҡтарын алып ташлауҙары ғына йәл ине, әлбиттә. Ләкин ни хәл итәһең, шунһыҙ булмай.
Ә инде түҙемһеҙләнеп йәйәүлеләр өсөн тротуар көткән халыҡ сентябрь башында эштән ҡайтҡанда был “бүләк”те күреп шаҡ ҡатты. Киңлеге бер метрҙан саҡ ҡына ашыуыраҡ булғанына түҙергә лә мөмкин әле. Әммә унда 20 – 30 метр һайын электр бағанаһы “үҫеп” сыҡҡайны! Баҡһаң, ҡойма менән юл араһындағы газонды бөтөрөп, тротуар эшләгәндәр. Шундағы бағаналарҙы ғына ҡайҙа итергә белмәй, шул килеш ҡалдырғандар. Йәйәүлеләр ҡаршы тура килгәндә, туҡтап, ситкә тайпылып, бер-береһенә юл бирергә мәжбүр. Ә балалар коляскаһы менән барған ҡатын-ҡыҙ был арауыҡтан ҡыҫыла-ҡыҫыла саҡ үтеп китә. Иманым камил, ҡышҡы коляскалар бында бөтөнләй һыймаясаҡ.
Күптәр аптырағандан оло юл ситенән йөрөй. Был үтә хәүефле лә һуң! Уның ҡарауы, рулдәгеләр ҡыуанғандыр, тиһегеҙҙер. Шикләнәм, сөнки тротуар буйын шунда уҡ туҡталҡа итеп алдылар...
Урам башында “Юлды капиталь төҙөкләндереүҙе “АвтоДорСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡара” тигән яҙыу тора. Аҫтараҡ телефоны ла күрһәтелгән. Шул һандарҙы йыям. Итәғәтле генә ҡатын-ҡыҙ тауышы: “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һеҙ булмаған телефон номерын йыйҙығыҙ”, – ти. Ҡат-ҡат йыйып ҡарайым – хәл үҙгәрмәне. Ойошманы Интернеттан эҙләйем, унда ла шул телефон һандары күрһәтелгән. Бер башлағас, мәсьәләнең осона сығайым тип, адресы буйынса йүнәләм.
Һағайып ҡаршы алдылар. Үҙемде ошо урамда йәшәүсе тип таныштырам. Хәл буйынса аңлатма биреүҙәрен үтенәм. Фамилияһын әйтмәй генә үҙен Эдуард тип исемләгән ойошма директоры:
– Аңлап торам, ләкин мин бер нәмә лә хәл итмәйем. Беҙ ҡушылған эште башҡарыусы ғына: юлды киңәйтеп, асфальт һалыусы. Заказ биреүсе – “Яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау һәм тәртиптә тотоу буйынса махсуслаштырылған идаралыҡ” муниципаль унитар предприятиеһы. Мәсьәлә тураһында бөтәһе лә белә, ләкин башҡаса юл юҡ. Бағаналарҙы Республика тире-венерология диспансеры биләмәһе эсенә күсерәйек тиһәк, ул — федераль милектә. Тротуарҙы аҙ ғына юл иҫәбенә киңәйтеү ҙә килеп сыҡмай, сөнки урамдан ҙур автобустар йөрөй. Ә транспорт үткән урын, нормативта ҡаралғанса, билдәле киңлектән кәмерәк булырға тейеш түгел, – тине.
Бына бит, федераль милек тә, йәмәғәт транспорты ла яҡлау аҫтында. Йәнәһе лә, Мәскәү менән һөйләшеп-килешеп булмай! Йәнәһе лә, бығаса ул урамдан шул уҡ автобус йөрөмәгән! Ә йәйәүлеләрҙең хоҡуғы боҙолһа ла була...
Һорауыма яуап та бирҙеләр. Бөтәһе лә аңлашылды. Әммә күңелем булманы. Нисек итеп ус аяһындай ғына ере булған сит илдәрҙә бер-береһен сикләмәй, кәмһетмәй, ҡанун-ҡағиҙәләрҙе боҙмай йәшәйҙәр ҙә икһеҙ-сикһеҙ биләмәле Рәсәйҙә юл киңәйтеү әмәлен таба алмайҙар? Ни өсөн беҙҙә берәү рәхәткә сыҡһа, кемдер икенсе бынан яфа сигә? Билдәле ике бәлә тураһындағы әйтем бер ҡасан да иҫкермәҫ, ахыры.


Автор: Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә