Йәшәйешебеҙҙә иң бәкәлгә һуҡҡан мәсьәләләрҙең береһе – юлдар торошо. Бигерәк тә йонсоу яҙлы-көҙлө миҙгелдә. Юҡҡа ғына, юл аҙабы – гүр ғазабы, тимәйҙәр. Был йәһәттән һеҙгә, ҡалала йәшәүселәргә, барыбер ҙә иғтибар нығыраҡ, ти ауыл халҡы. Эйе, һуңғы йылдарҙа ҡараш үҙгәрҙе: урамдар киңәйтелә, юл айырсалары күбәйә. Әммә былар барыһы ла машина йөрөтөүселәр мәнфәғәтендә эшләнә. Бәй, автомобилдәр һаны арта, ә саҡрымдарға һуҙылған “бөкө”ләр ҡамасаулай. Кемдең ҡәҙерле сәғәт-минутын тығында сарыф иткеһе килһен? Йәйәүлеләр күпселек осраҡта бынан тик ыҙа сигә: ситкә, ҡоймаларға ҡыҫырыҡлана баралар. Ҡыҫҡаһы, ыңғай үҙгәрештәрҙең рәхәтен күрмәйҙәр.
Хәҙер, урыҫ әйтмешләй, Хоҙай онотҡан ерҙәрҙе лә – ҡала ситтәрен, яңы биҫтәләрҙе ҡарай башланылар. Унда ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәк кеүек бейек-бейек йорттар күбәйә, халыҡ һаны арта. Өфөнөң Затон биҫтәһендә лә йәйҙән бирле Осоусылар урамын тәртипкә килтерәләр. Автобустар ҙа иркен үтеп йөрөй башланы. Юл ситендә үҫкән матур-матур миләш ҡыуаҡтарын алып ташлауҙары ғына йәл ине, әлбиттә. Ләкин ни хәл итәһең, шунһыҙ булмай.
Ә инде түҙемһеҙләнеп йәйәүлеләр өсөн тротуар көткән халыҡ сентябрь башында эштән ҡайтҡанда был “бүләк”те күреп шаҡ ҡатты. Киңлеге бер метрҙан саҡ ҡына ашыуыраҡ булғанына түҙергә лә мөмкин әле. Әммә унда 20 – 30 метр һайын электр бағанаһы “үҫеп” сыҡҡайны! Баҡһаң, ҡойма менән юл араһындағы газонды бөтөрөп, тротуар эшләгәндәр. Шундағы бағаналарҙы ғына ҡайҙа итергә белмәй, шул килеш ҡалдырғандар. Йәйәүлеләр ҡаршы тура килгәндә, туҡтап, ситкә тайпылып, бер-береһенә юл бирергә мәжбүр. Ә балалар коляскаһы менән барған ҡатын-ҡыҙ был арауыҡтан ҡыҫыла-ҡыҫыла саҡ үтеп китә. Иманым камил, ҡышҡы коляскалар бында бөтөнләй һыймаясаҡ.
Күптәр аптырағандан оло юл ситенән йөрөй. Был үтә хәүефле лә һуң! Уның ҡарауы, рулдәгеләр ҡыуанғандыр, тиһегеҙҙер. Шикләнәм, сөнки тротуар буйын шунда уҡ туҡталҡа итеп алдылар...
Урам башында “Юлды капиталь төҙөкләндереүҙе “АвтоДорСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡара” тигән яҙыу тора. Аҫтараҡ телефоны ла күрһәтелгән. Шул һандарҙы йыям. Итәғәтле генә ҡатын-ҡыҙ тауышы: “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һеҙ булмаған телефон номерын йыйҙығыҙ”, – ти. Ҡат-ҡат йыйып ҡарайым – хәл үҙгәрмәне. Ойошманы Интернеттан эҙләйем, унда ла шул телефон һандары күрһәтелгән. Бер башлағас, мәсьәләнең осона сығайым тип, адресы буйынса йүнәләм.
Һағайып ҡаршы алдылар. Үҙемде ошо урамда йәшәүсе тип таныштырам. Хәл буйынса аңлатма биреүҙәрен үтенәм. Фамилияһын әйтмәй генә үҙен Эдуард тип исемләгән ойошма директоры:
– Аңлап торам, ләкин мин бер нәмә лә хәл итмәйем. Беҙ ҡушылған эште башҡарыусы ғына: юлды киңәйтеп, асфальт һалыусы. Заказ биреүсе – “Яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау һәм тәртиптә тотоу буйынса махсуслаштырылған идаралыҡ” муниципаль унитар предприятиеһы. Мәсьәлә тураһында бөтәһе лә белә, ләкин башҡаса юл юҡ. Бағаналарҙы Республика тире-венерология диспансеры биләмәһе эсенә күсерәйек тиһәк, ул — федераль милектә. Тротуарҙы аҙ ғына юл иҫәбенә киңәйтеү ҙә килеп сыҡмай, сөнки урамдан ҙур автобустар йөрөй. Ә транспорт үткән урын, нормативта ҡаралғанса, билдәле киңлектән кәмерәк булырға тейеш түгел, – тине.
Бына бит, федераль милек тә, йәмәғәт транспорты ла яҡлау аҫтында. Йәнәһе лә, Мәскәү менән һөйләшеп-килешеп булмай! Йәнәһе лә, бығаса ул урамдан шул уҡ автобус йөрөмәгән! Ә йәйәүлеләрҙең хоҡуғы боҙолһа ла була...
Һорауыма яуап та бирҙеләр. Бөтәһе лә аңлашылды. Әммә күңелем булманы. Нисек итеп ус аяһындай ғына ере булған сит илдәрҙә бер-береһен сикләмәй, кәмһетмәй, ҡанун-ҡағиҙәләрҙе боҙмай йәшәйҙәр ҙә икһеҙ-сикһеҙ биләмәле Рәсәйҙә юл киңәйтеү әмәлен таба алмайҙар? Ни өсөн беҙҙә берәү рәхәткә сыҡһа, кемдер икенсе бынан яфа сигә? Билдәле ике бәлә тураһындағы әйтем бер ҡасан да иҫкермәҫ, ахыры.