Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » "Дәрес булмай! Эвакуация!"
"Дәрес булмай! Эвакуация!"— Алло! Мәктәп китапханаһында янғын сыҡты! Тиҙерәк килеп етегеҙ!
— Аңлашылды, балаларҙы эвакуациялағыҙ! — тинеләр трубканың теге яғында. Шул арала янғын хаҡында иҫкәртеү сигналы ла эшләргә тотондо. Коридорға ашыҡтыҡ. Һәр кластан уҡыусыларын етәкләгән уҡытыусылар сыға башланы. Бер-бер артлы сылбыр булып теҙелеп, Өфө ҡалаһының 110-сы дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары спорт майҙансығына йыйылды. Улар өсөн был беренсе эвакуация түгел, шуға ла ҡайһылайтып кластан сығырға, үҙеңде нисек тоторға икәнлеген һәйбәт беләләр. Балалар спорт майҙансығына сығып тороуға, 4-се янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәре килеп тә етте. Уҡыусылар уларҙы алҡыштар менән ҡаршы алды. Янғын мәлендә үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре буйынса күнекмә ошоноң менән тамам тиһәң дә була. Шулай ҙа ҡыҙыҡһыныусан малай һәм ҡыҙҙар янғын һүндереү машинаһы эргәһенән китергә ашыҡманы, ҡотҡарыусыларға һорауҙарын яуҙырҙы, бергәләп фотоға төштө.

Мәктәп директоры Лимма Сержанина әйтеүенсә, балаларҙы ғәҙәттән тыш хәл шарттарында баҙап ҡалмаҫҡа өйрәтеү бик мөһим. Янғын йә башҡа һәләкәт була ҡалһа, улар нимә эшләргә кәрәклеген белергә тейеш. Хаҡ һүҙҙәр. Тик уҡыусылар араһында мәжбүри эвакуацияны уйын һымаҡ ҡабул итеүселәр ҙә бар. Ҡайһы берәүҙәр хатта: "Ура! Дәрес булмай!" – тип тә ҡыуанышты. Ни ҡылаһың, бала сабыйлығын еңә алмай.
Әйткәндәй, 110-сы мәктәптә балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса күрелгән сараларҙы белгестәр юғары баһалай. Ишек төбөндә һәр кемде вахтер менән һаҡсы ҡаршы ала. Балаларын алырға килгән ата-әсә лә мәктәпкә рөхсәтһеҙ инә алмай, сөнки араларында ҡара ниәтле кешенең дә булыуы бар. Һаҡсы документтарҙы тикшерә, махсус журналға теркәй, шунан һуң ғына мәктәп бинаһына үтергә мөмкин.
Махсус мониторҙа эргә-тирәләй ҡуйылған камералар тирә-йүнде күрһәтә. Һаҡсының үҙ эшен еренә еткереп башҡарыуын үҙебеҙ ҙә тойҙоҡ. Танытмаларыбыҙҙы ҡарап, исем-шәрифебеҙҙе яҙып алғандан һуң сумкаларҙы ла асып күрһәтеүҙе һораны. Балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү тәүшарттарҙың береһе булыуын яҡшы аңлайбыҙ, шуға ҡаршылашып торманыҡ.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре уҡыусыларҙың эвакуацияһын "бишле"гә баһаланы. Ә бына янғын һүндереүселәрҙең 7 минут эсендә килеп етеүенә бигүк риза булманылар. Баҡһаң, эргәләге йорттарҙа йәшәүселәр мәктәп ихатаһы эргәһенә машиналарын ҡуйған, янғын һүндереүселәргә тап ошо хәл ҡамасаулаған. Шуға ла мәктәп алдында шәхси транспорт ҡуйыуҙы тыйыу сараһын күреү кәрәклеген билдәләне белгестәр.
Рәсәйҙә 4 сентябрҙән 4 октябргә тиклем Граждандар һағы айлығы иғлан ителде. 110-сы мәктәптәге сара ла ошо акция программаһына ярашлы үткәрелә. Бер ай дауамында ҡала һәм ауыл хакимиәттәре башлыҡтарына, сәнәғәт объекттары, граждандар оборонаһының ҡотҡарыу хеҙмәттәре, белем биреү учреждениелары етәкселәренә түбәндәге эштәр йөкмәтелә: тәбиғи һәм техноген характерҙа ғәҙәттән тыш хәлдәр тыуған осраҡта халыҡты һаҡлауға, хәүефһеҙ урынға эвакуациялауға әҙерлекте әүҙемләштереү, авария була ҡалһа, предприятие-ойошманың тотороҡло эшләй алыуын, хеҙмәткәрҙәргә, сеймал һәм продукцияға зыян килмәүҙе хәстәрләү, һыу баҫҡан, янғын йә башҡа һәләкәт сыҡҡан урындарҙа ҡотҡарыу менән мәшғүл буласаҡ көстәрҙең, идара һәм тәьминәт әҙерлеген камиллаштырыу, янғын һағы системаһын яҡшыртыу һәм башҡалар.
4 октябрҙә Бөтә Рәсәй күнекмәләре үтәсәк. Ошо айлыҡ уңайынан гәзит уҡыусыларға "Ғәҙәттән тыш хәлдәргә тарығанығыҙ бармы, һеҙ уларға әҙерме?" тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.


Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә