Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кейеҙ баҫыуҙы ла инновация юлына һалырға була
Кейеҙ баҫыуҙы ла инновация юлына һалырға булаГәзитебеҙҙә “Һөнәрмән” исемле конкурс барыуы бөтәгеҙгә лә мәғлүм. Йыл аҙағында ижади бәйгелә ҡатнашыусыларҙың эшенә йомғаҡ яһаласаҡ. Проекттың маҡсаты изге – халыҡ оҫталарының тәжрибәһен таратыу аша кәсепселекте тергеҙеү. Оҫталыҡ өлгөләрен туплап күрһәтеүҙә Республика халыҡ ижады үҙәгенең тәжрибәһе ҙур. Йомғаҡлау кисәһен дә "Башҡортостан" гәзите ошо ойошма менән берлектә үткәрмәксе. Эш йүнәлешенең бөгөнгө хәле тураһында Үҙәктең генераль директоры урынбаҫары Нәфисә ТУЛЫБАЕВА һөйләй.

– Нәфисә Булат ҡыҙы, һеҙ ойошторған күргәҙмәләрҙә, конкурстарҙа, баҫып сығарған каталогтарҙа халыҡ ижадының иҫ киткес сағыу өлгөләрен осратырға була. Ҡайҙан табып бөтәһегеҙ ошо хазинаны?
– Беҙҙең халыҡ ижады үҙәгенең был эшмәкәрлектә 75 йыллыҡ тәжрибәһе бар бит. Бөтөн райондар буйынса яуаплы кешеләр беркетелгән, улар ошо төбәктәргә даими рәүештә командировкаға бара, ҡайҙа ниндәй һөнәр оҫталары барлығын йәки уларҙың ниндәй яңы әйбер эшләй башлауын белеп тора. Беҙ был оҫталарҙың шул тиклем күркәм әйберҙәрен осратабыҙ, тик өлгөләрен күргәҙмәгә ҡуйырға саҡ күндергән мәлдәр ҙә була. Уларҙы ҡарарға килгән кешеләр үҙҙәре лә шуны эшләргә тип ҡанатланып китә бит. Сибайҙан Йәноҙаҡ Ҡылысов, мәҫәлән, ағасты һырлап шул хәтлем дә һоҡланғыс әйберҙәр эшләй. Ул бит Башҡортостанда беренсе булып “Рәсәй рухы” конкурсының призына лайыҡ булды. Дөрөҫ, уны ишетеп белеүселәр бик аҙ...
– Төп бурысығыҙ ниҙән ғибәрәт?
– Ысын оҫталар, ғәҙәттә, ныҡ баҫалҡы була. Беҙ шундай һәләтле һөнәрмәндәребеҙҙе табып алырға, халыҡҡа уларҙың өлгөләрен генә түгел, эш серҙәрен дә күрһәтергә бурыслыбыҙ. Әйтәйек, Әбйәлил оҫталарының нисек кейеҙ баҫыуын уҡытыусылар семинарында күрһәткәйнек, педагогтар: “Бик һәйбәт Кейеҙ баҫыуҙы ла инновация юлына һалырға булатөшөндөрҙөгөҙ, рәхмәт, ҡайтҡас үҙебеҙ ҙә баҫа башлаясаҡбыҙ, өлкән класс уҡыусыларын да өйрәтергә була”, – тип дәртләнеп таралышты. Әбйәлил кейеҙҙәрен айырыуса һоҡланып телгә алырға була. Уларҙың ап-аҡ фонға ат һүрәттәре төшөрөлгән кейеҙҙәрен сит ил вәкилдәре лә иҫе китеп ҡараны.
– Хәҙерге баҙар иҡтисады шарттарында халыҡ ижадының һынлы сәнғәт өлгөләре юғалып бөтмәҫме тигән борсолоу ҙа күңелдән китмәй...
– Әлеге мәлдә юғалыу хәүефе бар тип әйтмәҫ инем. “Инновация” тигән терминды йыш ҡулланабыҙ. Онотола башлаған халыҡ ижады өлгөләрен заманға яраҡлаштырып, яңыртып, ҡулланыуға индереү беҙҙең тармаҡ өсөн шулай уҡ инновация бит инде. Күргәҙмәләрҙә, йәрминкәләрҙә художестволы зауыҡ менән биҙәлгән бирсәткәләрҙе, муйынсаҡтарҙы, шарфтарҙы, бүтән күп төрлө әйберҙәрҙе күрергә мөмкин. Уларға йәштәрҙең ҡул йылыһы һалынған. Педагогия академияһы студенттары бигерәк маһир был һөнәргә. Тимәк, улар мәктәпкә эшкә барғас, балаларҙы ла шул ижади оҫталыҡҡа өйрәтәсәк, күсәгилешлелек дауам итәсәк.
– Шулай ҙа энтузиазм оҙаҡҡа бармайҙыр ул...
– Дөрөҫ. Шуға күрә лә беҙ күрҙгәҙмәгә саҡырған оҫталарға үҙ әйберҙәрен һатыу мөмкинлеге бирәбеҙ, был улар өсөн стимул да, сөнки баҙарҙа һәр ваҡыт урын табыу форсаты юҡ, ул түләүле лә. Ә күргәҙмә – әйберҙәргә реклама ла. Был йүнәлеште артабан үҫтерергә ине. Әйтәйек, ауылдарҙа клубтар ябыла тип борсолабыҙ. Әгәр ҙә ауылда халыҡ бик аҙ ҡалған икән, бындай клубтарға кем йөрөр, уның кәрәге ҡаламы ни? Ә бит муниципаль бюджеттан уларҙы ҡарауға күпме аҡса бүленә. Архангел районының Орловка, Әбйәлил районының Буранғол, Балаҡатай районының Кирекәй ауылдарында клубтарҙы яңыса файҙаланыу юлы табылды шикелле: буш торған залға халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнергә теләүселәр өсөн төрлө станоктар, ҡорамалдар ултыртырға ниәтләйҙәр.
– Быларҙың барыһын да ойоштороп йөрөү өсөн Республика халыҡ ижады үҙәгенә лә байтаҡ сығым талап ителә. Командировкаларға ғына ла әллә күпме кәрәктер әле?..
– Бюджеттан финанслау кәмей бара, был күп тармаҡтар өсөн дөйөм тенденция инде ул. Ләкин беҙҙең эшмәкәрлеккә киткән сығымдар юғалмай, ә кәсепселекте үҫтереү, халыҡты эш менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу, ахыр сиктә, һалым түләү базаһын киңәйтеү аша бюджетҡа кире ҡайта.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН әңгәмәләште.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә