Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Пенсионер ниңә һатыуға сыға?
Пенсионер ниңә һатыуға сыға?Тиҙерәк ҡайтайым тип, баҙар эргәһенән ҡыҙыу аҙымдар менән уҙып барам. Шул ваҡыт: "Балам, алма ал әле!" — тине бер әбей. Ялбарыулы тауышлы йән эйәһе янынан нисек уҙып китәһең инде?! Үҙәк өҙгөс ел иҫһә лә, ямғыр яуһа ла, ултыра бында әбей-бабай. Үҙҙәре үҫтергән еләк-емеште, йәшелсәне һатып, әҙ булһа ла ҡулға аҡса инһен тип.

Уларҙы нимә мәжбүр итә һуң? Аҡсаға мохтажлыҡмы? Ваҡытлыса ғына булһа ла яңғыҙлыҡтан ҡотолоп, кеше менән аралашыу мөмкинлегеме? Үҫтергән уңышын һатыу маҡсаты ғынамы? Ошолар ҡыҙыҡһындырҙы мине. Алма һатҡан инәй үҙен Рәғиҙә Ҡашҡарова булам тип таныштырҙы.
— Аҙнаһына ике тапҡыр сығырға тырышам, бөгөн биш килограмм алма йөкмәп килтерҙем. Ҡайһы саҡта һатылып та бөтмәй, йәл, әлбиттә. Ташларға тура килгән мәлдәр ҙә була, сөнки ҡайтҡанда йәнә йөк күтәреп автобуста барыуы ауыр. Һатыуҙан ингән аҡса юлға ла етмәй, исмаһам, икмәк-һөтлөк кенә. Юл хаҡы — 75 һум, баҡсаға барып ҡайтыу өсөн 150 һум кәрәк. Алманың килоһын 15 һумға ғына һатам, уны ҡыйбат тигәндәр ҙә бар. Ғүмер буйы һатыусы булып эшләнем, кеше ашаттым, хәҙер тартып-һуҙып йәшәргә мәжбүрмен, аҙыҡ-түлек, юл йөрөү, фатирға түләү хаҡы көндән-көн арта, пенсия хаҡтарҙы бер ҡасан да ҡыуып етә алмаҫтыр. Арттырыуҙары тураһында мәғлүмәт булыу менән хаҡтарҙы күтәреп тә ҡуялар. Пенсиям — һигеҙ мең һум. Бына шуға нисек йәшәмәк кәрәк? Аҡсаһыҙ аҙым да баҫып булмай бит, — тип күҙ йәштәрен һөрттө әбей.
Һөйләшеүҙе ишетеп, башҡалар ҙа ҡушылды.
Уң яғымдағыһы:
— Совет заманында йәшәү рәхәтерәк, киләсәк ҡурҡытмай ине. Хәҙер нимә көтөргә, нимәгә ышанырға ла белмәйбеҙ, — тип ҡуйҙы.
Һулдағы әбей ҙә әйтеп ҡалырға ашыҡты:
— Бальнисҡа ятып булмай, ҡайҙа беҙгә вәғәҙә ителгән социаль путевка? Сиратҡа 2012 йылда яҙылғайным, өндәшеүсе юҡ әле. Ауырып киткәндә "Ашығыс ярҙам"ды саҡыртһам да килмәйҙәр, ҡарт кеше бит, барыбер тиҙҙән үләсәк, тип битараф ҡарайҙармы икән?
Әбейҙәрҙең зары тиҙ генә тынманы. Алдына йәшел тәмләткестәр теҙгән урта йәштәрҙәге ҡатын да ҡыҙыҡһыныу уятты. Тауары шул хәтлем күп һәм үҙенә тартып тора, сит илдән килтерелгәнме ни!
— Үҙ баҡсамда үҫтерәм, кешеләр һәйбәт ала, — тигән булды. Аҙаҡтан уның алыпһатар икәнлеге асыҡланды. Сит илдән килтерелгән тауарҙы арзанға күпләп ала ла юл буйҙарында ултырған әбей-бабайҙар менән бергә сауҙа итә. Етмәһә, фарман бирә. Береһен: "Был һинең урының түгел, ҡайҙа ултырырға ҡуштым әле?" — тип ҡыуып ебәрҙе.
Сираттағы инәй — Ғәйшә Юлдашбаева — хеҙмәт ветераны, ғүмер буйы ҡан биреү станцияһында биолог булып эшләгән. Пенсияһы — 11 мең 500 һум. Һатыу өсөн еләк, алма, сейә килтергән.
— Күп кенә йәштәр еләк-емеште ҡиммәт ти. Үҙҙәре йәйге эҫелә баҡса утап, һыу һибеп, емеш йыйып ҡараһын әле! Беҙҙең турала ҡайғыртыусы юҡ, яҡшы дарыухана янына барырлыҡ та түгел. Ни өсөн беҙгә дарыу бушлай бирелмәй икән? Бензин да ҡиммәт, шул арҡала бабайым менән машинала түгел, тығын автобуста этелеп-төртөлөп йөрөргә мәжбүрбеҙ, — тине, күҙҙәре йәшкәҙәп.
— Ярай әле, бөгөн ҡыумайҙар, — тип бер бабай ҙа һүҙ башланы. — Тауарыбыҙҙы тартып алып, үҙебеҙҙе төрткөләп, сауҙа урынынан күпме ҡыуҙылар! Беҙ бында мәрәкә өсөн тормайбыҙ, әҙ булһа ла йәшәргә аҡса эшләйбеҙ. Урын өсөн документ таптыралар, ә сит илдекеләр ҙур-ҙур йөк машиналары менән килтереп, емеш-еләкте, йәшелсәне махсус кибеттәрҙә һата. Уларға ярай, беҙгә үҙ еребеҙҙә үҫкән, таҙа, химияһыҙ аҙыҡ менән сауҙа итергә рөхсәт юҡ! Ярай әле, бындағы дүртәүҙе ҡыуҙылар, документһыҙ һатҡандар икән, — тип һуғыш ветераны, яуҙа аяғын мина ярсығы яралаған бабай ярһып-ярһып теҙҙе. Уның бер ҙә арттырмағанын беләм.
Һарымһаҡ һатҡаны үҙен Валентина Осипова тип таныштырҙы.
— Үҙебеҙҙән артҡан тауарҙы ғына алып сыҡтыҡ. Һатыр өсөн үҫтерергә теләк тә, һаулыҡ та юҡ. Йәшелсәне кафе йәки ашханаға тапшырырға ниәт бар ине, тик унда лицензия һоранылар, хаҡы бик ҡыйбат. Шундай туҡланыу урындары сит илдән килтерелгән аҙыҡ-түлекте осһоҙға ғына һатып ала ла, халыҡты сифаты шикле ризыҡ менән туҡландыра. Беҙҙең кеүектәргә еләк-емешен, йәшелсәһен еңелерәк тапшырыу мөмкинлеге булһын ине, — тигән теләген белдерҙе ул.
Шифалы үләндәр һәм миндек менән сауҙа иткән Рәфис бабай:
— Беҙҙең кеүектәргә махсус урындар булдырылһа, алыпһатарҙар индерелмәһә, шәп булыр ине, юғиһә, урындарҙы баҫып алып, хоҡуҡ даулап йөрөйҙәр, — тип үтенесен еткерҙе.
Уның эргәһендә йәшник төбөнә бер нисә помидор теҙгән, заводта эшләп, һаулығын ҡаҡшатҡан әбей:
— Кәйефемде ҡырғаны шул: намыҫлы эшләп хаҡлы ялға сыҡҡандар менән бер рәттән ҡыл да ҡыбырлатмағандар пенсия ала, — тине.
Хөкүмәт пенсионерҙарға лайыҡлы ҡартлыҡ, юғары пенсия буласаҡ, тип вәғәҙә итә. Әммә, ҡайһы ғына баҙарға күҙ һалһаң да, аҡсаға мохтажлыҡтан ауыҙынан өҙөп тиерлек нимәлер һатып ултырыусы әбей-бабай күп осрай. Улар менән әңгәмә ҡорғанда йәлләү хисе тыуа.
Баҙарға кәрәк-яраҡ өсөн сыҡҡан пенсионерҙар ҙа һөйләшеүгә ҡушылды. Борсоған проблемалар бөтәһе өсөн дә уртаҡ, мәҫәлән, аҙыҡ-түлек, бензин хаҡының, фатир һәм ут-һыу өсөн түләүҙәрҙең бер туҡтауһыҙ артыуы, ә эш хаҡы, пенсия күләменең уны ҡыуып етә алмауы күптәр өсөн баш ауырыуына әйләнгән. Пенсионерҙар элекке тормошто маҡтай, хәҙерге замандың ҡанундарынан риза түгел. "Беҙ, яҡшымы-насармы, ғүмеребеҙ йомғағын һүтеп бөтөп киләбеҙ, ә бына һеҙҙең заман ниндәй булырын Хоҙай үҙе генә белә", — тип ҡалды улар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 701

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 830

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 775

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 106

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 782

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 621

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 877