Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ышаныс еңел яуланмай
Стәрлетамаҡ районындағы белем биреү системаһы тураһында һүҙ сыҡһа, ни өсөндөр, иң башта Юнир Кәримов хәтеремә төшә. Ул ошо төбәктә 35 йыл тирәһе район хакимиәтенең мәғариф бүлегенә етәкселек итеп, республикала ҙур абруй ҡаҙанғайны.

Юнир Әбделхәй улы — Башҡортостанда ошо вазифаны иң оҙаҡ башҡарған берҙән-бер шәхес. Хатта заманында төбәктең Мәғариф министрлығы коллегияһы, етәксенең эшен юғары баһалап, уға ныҡлы ышанып, районда инспектор тикшереүҙәре үткәрмәҫкә ҡарар иткәйне...
Әле лә Стәрлетамаҡта ошо теүәллектең, яуаплылыҡтың дауам итеүе, уҡыусыларҙың белеменә ҙур иғтибар бүленеүе ҡыуандыра. Дөрөҫ, ҡулайлаштырыу был районды ла урап уҙманы: 2009/10 уҡыу йылында 39 мәктәп һәм 13 филиал булһа, әле төп белем усаҡтары унауға кәмегән. Белеүегеҙсә, Рәсәй Федерацияһы буйынса бер педагогка 15 бала тура килергә тейеш. Ә Стәрлетамаҡ районында был күрһәткесте туғыҙға төшөрөүгә өлгәшкәндәр. 2009 йылда 4 121 уҡыусы иҫәпләнһә, әле — 3 774.
Шуныһы мөһим: район етәкселәре мәғарифты ҡулайлаштырыуға бик етди ҡарай, балалар аҙ булыуға ҡарамаҫтан, ауыл мәктәптәрен һаҡлап ҡалыу сараһын күрә. Уҡыу йорттарының эске резервтары ла файҙалы ҡулланыла.
Әлбиттә, тармаҡтың үҫешендә финанслауҙың өлөшө ҙур. Әйтәйек, Стәрлетамаҡ мәғарифы өсөн 2008 йылда 270 миллион һум самаһы бүленһә, быйыл был күрһәткес 446 миллион һум тәшкил иткән. Аҡса башлыса педагогтарҙың эш хаҡын арттырыу, белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға тотонолған. Бындай иғтибар мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәрендә яуаплылыҡты көсәйткән: белем биреүҙең сифаты күтәрелеүе уҡыусыларҙың өлгәшендә сағылыш таба, юғары уҡыу йорттарына инеүселәр арта. Әммә шуны ла әйтмәйенсә үтә алмайым: йәш кеше тормошта кәрәкле һөнәрҙе һайларға ынтылһын ине. Әле, мәҫәлән, һәр беребеҙгә мәғлүм: илгә эшсе көстәр етешмәй. Был тәңгәлдә, бәлки, Чехия тәжрибәһен өйрәнеү кәрәктер. Унда мәктәпте тамамлағандарҙың күбеһе башланғыс һөнәр биреү училищеларына, техникумдарға уҡырға инә — тормошта урын табырға булышлыҡ итерлек йүнәлеште һайлай.
Уҡыусылар һуңғы йылдарҙа район, республика, төбәк-ара, хатта ил кимәлендәге ярыштарҙа, конкурстарҙа яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшә башлаған. Бындай ҡаҙаныштарға мәктәптәрҙең заманса техник саралар менән тәьмин ителеүе лә тос өлөш индерә. Һуңғы йылдарҙа ошо йәһәттән ҙур эш башҡарылған. Һөҙөмтәлә әле районда һәр ун балаға бер компьютер тура килә. Барлыҡ белем биреү учреждениелары Интернет селтәренә тоташтырылған, рәсми сайттары бар. Мәктәптәрҙә электрон дәреслектәр әүҙем ҡулланыла.
Уҡытыуға заманса яңылыҡтар индереүҙә Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтының ярҙамы ҙур. Унда район педагогтарының 90 проценты курстар үткән, белемен камиллаштырған. Институт шулай уҡ мәктәптәрҙе методик әсбаптар менән тәьмин итә.
Стәрлетамаҡта туған телдәрҙе уҡытыуға, тыуған төйәкте өйрәнеүгә, йәш быуынға рух, илһөйәрлек тойғолары һалыуға, түңәрәктәр уҙғарыуға ҙур иғтибар бүленә. Был йәһәттән әле Яңы Отрадовка мәктәбендә өҫтәмә белем биреү үҙәге булдырыу мәсьәләһе хәл ителә. Яҡын арала тағы ла ошондай ике учреждение асыу планлаштырылған.
Шулай ҙа йәш быуынға ныҡлы белем, тейешле тәрбиә биреүҙе мәктәп үҙе генә хәл итә алмай, йәмәғәтселектең ярҙамына мохтаж. Был йәһәттән Бельский мәктәбе ата-әсәләренең идара советы өлгө булып тора. Ул уҡыу йортоноң эшмәкәрлегендә — аҡса сығымдарын тикшереүҙә, дәреслектәр һайлауҙа, уҡытыу планын раҫлауҙа, төрлө саралар үткәреүҙә һәм башҡаларҙа — әүҙем ҡатнаша. Тәжрибәне бөтөн районға таратырға ниәтләйҙәр. Идара советының рәйесе әйтеүенсә, ата-әсәнең мәктәп тормошонда ҡатнашыуы уҡыусыларҙы белем усағына яҡынайта, өлгәште күтәрә.
Мәҡәләмде Юнир Кәримовты хәтерләү менән башлағайным. "Алма ағасынан алыҫ төшмәй" ти халыҡ. Бөгөн ошо ауыр һәм яуаплы мәғариф идаралығы етәксеһе вазифаһын Юнир Кәримовтың улы, һәләтле педагог, оҫта ойоштороусы Роберт Кәримов башҡара. Ата менән улдың етәкселек стажын ҡушһаң, нәҡ ярты быуат килеп сыға. Кәримовтарға бындай ышаныс мәғарифҡа тоғро, намыҫлы хеҙмәт менән яулана.


Автор: Сәлимйән ҒҮМӘРОВ, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә