Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙебеҙ ултырған ботаҡҡа сапмайыҡ
«Йыһан карабында осоп йөрөгән космонавтарҙың аңлы рәүештә йәшәйештәрен тәьмин итеүсе системаны емереүҙәрен күҙ алдына килтереүе ауыр. Әгәр космонавтар шөрөптәрҙе бороп алып, һәр ерҙә тишектәр быраулай башлаһа, быны үҙ-үҙеңә ҡул һалыу тип танырға тура киләсәк», – тип яҙған Владимир Солоухин. Ә беҙ, тәбиғәткә зыян килтереп, урмандарҙа үҙебеҙҙән арттан һүндерелмәгән усаҡтар ҡалдырып, нимә эшләйбеҙ һуң? Үҙебеҙ ултырған ботаҡты үҙебеҙ үк сабабыҙ түгелме?

Урман – тәбиғәттең иң ҡиммәтле байлыҡтарының береһе. Ул планетабыҙҙың үпкәһе, ер атмосфераһына 60 проценттан күберәк кислород бүлеп сығара. Бер гектар урман 24 кг углекислотаны үҙенә ала, бер йылда 50 — 70 тонна туҙанды тотоп ҡала. Урмандың яуыз дошманы бар – янғын. Йылдар буйы тәбиғәт тарафынан йәки кеше ҡулы менән булдырылған матурлыҡтың бер нисә сәғәттә уттан һәләк булыуы ихтимал. Урман янғыны – стихиялы бәлә-ҡаза, тиҙәр. Әммә ул стихиялымы икән? Үҙегеҙ ҡарағыҙ, урман янғындарының 10 проценты йәшен утынан һәм торфтың үҙенән-үҙе тоҡаныуынан сыға, ә ҡалған 90 проценты — кеше ғәйебе менән.
2012 йылдың эҫе һәм ҡоро йәйендә Ейәнсура урмансылығы биләмәһендә ун урман янғыны сыҡты. Урман менән ҡапланған 69,3 га һәм урманһыҙ 185,7 га майҙан янды. Сағыштырыу өсөн: 2011 йылда алты урман янғыны теркәлде, 17,3 га урманлы майҙан янды. Һәр осраҡта ла кисектергеһеҙ саралар күрелде, һәм улар ваҡытында һүндерелде. Был, нигеҙҙә, “Ейәнсура урмансылығы” ДБУ-һы, «Ейәнсура урманы» ДУП-ы, “Иҫәнғол” янғын-химик станцияһы-2”, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының район бүлеге, район хакимиәте хеҙмәткәрҙәренең, ауыл биләмәләре башлыҡтарының һәм урындағы халыҡтың тырышлығы менән эшләнде. Кеше факторы һәм ҡоро йәшен разрядтары был янғындарға сәбәпсе булды. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 11 кеше (шул иҫәптән бер вазифалы кеше), дөйөм алғанда, 32500 һумлыҡ административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Янғынға ҡаршы махсус режим шарттарында штраф күләме ике тапҡырға арттырыла. Бынан тыш, әгәр урман хужалығына зыян килтерелһә, ғәйепле уны ҡапларға бурыслы. Урманда ут яҡҡанда шуларҙы онотмағыҙ!
Халыҡтан урманда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүҙәрен һорайбыҙ. Ҡар иреп бөткәндән алып ямғырлы көҙгө көндәр башланғанға йәки урмандарҙа ҡар ятҡанға тиклем:
– ылыҫлы урмандарҙа, янған урындарҙа, үлән кипкән ерҙәрҙә, шулай уҡ ағас төптәрендә усаҡ яғырға. Башҡа урында кәмендә минералләштерелгән (йәғни тупраҡтың минераль ҡатламына тиклем таҙартылған) 0,5 м киңлектәге һыҙат менән уратып алынған майҙансыҡтарҙа рөхсәт ителә. Файҙаланғандан һуң усаҡ тупраҡ менән күмелергә йәки һыу ҡойоп һүндерелергә тейеш;
– янған шырпы, тәмәке төпсөктәрен, быяла (быяла шешәләр һәм банкалар) ташларға;
– яғыулыҡ-майлау материалдары йәки башҡа тиҙ тоҡаныусан матдәләр һеңгән әйберҙәрҙе ҡалдырырға;
– двигатель багын яғыулыҡ менән заправкаларға, двигателе төҙөк булмаған машинаны файҙаланырға, заправкаланған машина эргәһендә тәмәке тартырға, ут яғырға;
– предприятиеларға, ойошмаларға, учреждениеларға урман яландарында, болондарҙа һәм баҫыуҙарҙа, урман фонды ерҙәрендә һәм урмандарға йәнәш участкаларҙа даими күҙәтеүһеҙ үлән һәм ҡамыл яндырырға ярамай.
Граждандар урманда булғанда янғын сыҡҡанын күрһә, кисекмәҫтән янғын һағына 01 йә 112 һандарын йыйып шылтыратырға, урман хужалығына хәбәр итергә, уны һүндереү сараларын күрергә, урман янғындарын һүндереүҙә дәүләт власы йәки урындағы үҙидара органдарына ярҙам күрһәтергә бурыслы.
Урмандың кешелек өсөн әһәмиәте ғәйәт ҙур. Ул — планетабыҙҙың йәшел ҡалҡаны. Урман климатты һәм тәбиғәттәге һыу әйләнешен көйләй, йылға-күлдәребеҙҙе һаҡлай. Икһеҙ-сикһеҙ урмандар – илебеҙ тәбиғәтенең ғәжәйеп бер матурлығы, бик ҡиммәтле экологик һәм иҡтисади ресурс. Уларҙы һаҡларға тейешбеҙ.

Урманда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн граждандарға административ штраф – 1500-2500 һум; вазифалы кешеләргә – 5000 — 10000 һум; ойошмаларға 30000 — 100000 һум тәшкил итә. Урмандарға яҡын һәм кәмендә 0,5 м киңлектәге янғынға ҡаршы минералләштерелгән һыҙат менән айырылмаған участкаларҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоп, ҡоро ботаҡтарҙы, үләнде яндырған өсөн граждандарға – 2000 — 3000 һум; вазифалы кешеләргә – 7000 — 12000 һум; ойошмаларға 50000 — 120000 һум штраф ҡаралған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар

Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ураҡта иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн сираттағы республика конкурсы ойошторола....

Тотош уҡырға 16

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә 20.08.2025 // Йәмғиәт

Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов үҙенең телеграм-каналында ошо турала хәбәр итә....

Тотош уҡырға 15

Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай

Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай 20.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй вуздарында һәм колледждарында уҡып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар йөклөлөк һәм бала табыу буйынса...

Тотош уҡырға 13

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе...

Тотош уҡырға 12

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе...

Тотош уҡырға 13

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр 20.08.2025 // Йәмғиәт

Уның 800 мең һумдан ашыу бурысы йыйылған....

Тотош уҡырға 14

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр

Алимент түләмәгән яҡташыбыҙҙы эҙләйҙәр 20.08.2025 // Йәмғиәт

Уның 800 мең һумдан ашыу бурысы йыйылған....

Тотош уҡырға 14

Республикабыҙҙа слесарь-ремонтсы лотереяла миллион отҡан

Республикабыҙҙа слесарь-ремонтсы лотереяла миллион отҡан 20.08.2025 // Йәмғиәт

Еңеүсе үҙенең бәхетле билетын дәүләт лотереяһының мобиль ҡушымтаһында һатып алған....

Тотош уҡырға 15

Баймаҡ районында «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале ойошторола

Баймаҡ районында «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале ойошторола 20.08.2025 // Йәмғиәт

6 сентябрҙә Баймаҡ районының Граф күле янында дүртенсе тапҡыр «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале...

Тотош уҡырға 16

Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй

Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй 19.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй...

Тотош уҡырға 18

Баш ҡалала почетлы педагогтарға премия 60 мең һумға тиклем арттырыла

Баш ҡалала почетлы педагогтарға премия 60 мең һумға тиклем арттырыла 19.08.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфө уҡтыусыларының август кәңәшмәһендә аҡсалата премия күләмен арттырыу тураһында тәҡдим...

Тотош уҡырға 20

Республикала хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана

Республикала хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана 19.08.2025 // Йәмғиәт

Республикала хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана...

Тотош уҡырға 21