Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ах, был урман!..
Әлеге 800 миллион гектар урмандың күпселек өлөшөнә балтаның барып етмәүенә ҡыуанырға ла кәрәктер, ләкин был — хужаһыҙлыҡ күренеше. Дөрөҫөрәге, урман сәнәғәтенең транспорт һәм эшкәртеү инфраструктураһының үҫешмәүе арҡаһында, хроник көрсөккә дусар ителеүе. Тимер юл транспорты ағас ташыу өсөн ҡиммәткә төшә. Автомобилдәр менән ташып та ырата алмайһың, сөнки ағасты 120–250 саҡрымдан алыҫыраҡҡа ташыған саҡта килем юғала — автомобиль яғыулығы урман киҫеү-ташыу эштәре үҙҡиммәтенең 40 процентына барып етә. Белгестәр күп кенә целлюлоза-ҡағыҙ комбинаттарының бөлөүен һәм ябылыуын шуның менән аңлата. Юғарыла “Башлес” комбинатының йылына 5 миллион кубометр ағас әҙерләй алғанын хәтергә төшөргәйнек. Уҙған йыл, һәр төрлө предприятиелар һәм халыҡтың үҙ ихтыяждары өсөн ҡырҡылған ағасты ла күмәртәләп иҫәпләгәндә, әҙерләнгән ағас 3,3 миллион кубометр тәшкил иткән. Урмандарҙы ҡуртымға алыусылар иһә улар өсөн бүленгән участкаларҙың өстән бер өлөшөнөң генә ағасын ҡырҡып алған. Сәбәбе — ҡуртымсылар ағасты, әйткәнебеҙсә, ҡырҡмайынса, тамырында ғына һатып ебәрә. Башҡортостанда “Селена” компанияһы эшмәкәрлегендә ошо юлды өҫтөн күрә.
Урман эшендә фәҡәт отошто ғына ҡыуған бизнесмендар төпкөлгә юл үткәреп сығымдар күтәреүгә ҡарағанда ҡырҡып ташыу өсөн уңайлы урындарҙа эш алып барыу юлын һайлай. Дәүләт урман-сәнәғәт хужалыҡтары күп урындарҙа ҡалдыҡ урмандарҙы киҫә. Ағас эҙләп, улар йылға, юл буйҙарына, ҡала тирәләренә, хатта урман-парктарға ла килеп етә. Төшөм артынан ҡыуыусылар урмандың йылғаларҙың мул һыулылығын, балыҡ ыуылдырыҡ сәсер урындарын, тупраҡты эрозиянан һаҡлауын иҫәпкә алмай. Әйткәндәй, һаҡлағыс урмандар бөтөн урман фондының сиреген тәшкил итә. Тимәк, ымһынырлыҡ нәмә бар. Хәҙер ғәмәлдәге закон буйынса, һаҡлана торған массивтарҙа ла ағасты иркенләп ҡырҡырға мөмкин.
Бынан бер нисә йыл элек “Шүлгәнташ” ҡурсаулығының директоры Михаил Косарев миңә ҡурсаулыҡ һәм “Алтын солоҡ” заказнигы урмандарына ымһыныусылар менән ни ҡәҙәре лә ауыр көрәш алып барыуы тураһында һөйләгәйне. Михаил Николаевич — ныҡыш, уҡымышлы һәм төрлө алыштарҙа бешеккән кеше. Тиҙ генә бирешеп бармаҫ, ләкин урманһыҙ ҡалған хоҡуҡһыҙ халыҡтың өйлөк, мунсалыҡ, кәртә-ҡуралыҡ та ағас ала алмай интегеүе — бөгөнгө көндөң хурлыҡлы ысынбарлығы. Урындағы халыҡты урмандан айырыу унда урман яҙмышына ҡарата ғафиллыҡ тыуҙырҙы. Шуға күрә халыҡ үрт күргәндә лә, уны һүндерергә атлығып тормай, сөнки ул урмандың Анатолий Бондарук ише байҙар ҡулына күсеүен аңлай. Республика матбуғат баҫмаларының береһендә Бөрйән районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Шәрипов шулай тип яҙғайны: “Урындағы халыҡтың төп йәшәү сығанаҡтарының береһе урман була торғайны, ә бөгөн бөрйәндәр унан мәхрүм. Элек халыҡ өсөн йыл һайын 70 мең кубометрға ҡәҙәр ағас бүленһә, хәҙер иҫәпләп ҡырҡылыр урын ҡыҫыла бара. Һуңғы осорҙа был һан 25 мең кубометрға тороп ҡалды. Бындай хәл халыҡтың власҡа булған мөнәсәбәтенә кире йоғонто яһай”.
Ғәҙел һүҙгә яуап юҡ.
“Ватан урман хужалығының бөгөнгө бөлгөн хәлен 2006 йылғы Урман кодексы законлаштырҙы, — тип иҫәпләй Рәсәй ағас үҫтереү йәмғиәте президенты, 1988–1991 йылдарҙа СССР-ҙың баш лесничийы булып эшләгән Анатолий Писаренко. — Таланған, янған, сирләгән урман энтузиаст-лесничийҙарҙан бүтән бер кемгә лә хәжәт түгел. Әлеге Кодекстың бурысы урмандарҙы дәүләт ҡарамағынан алыу ине. Уны үтәнеләр”.
Юғарыла әйткәнемсә, дәүләт урманды тамырында көйө һата башланы (беҙ әле, законһыҙ рәүештә ҡырҡылып, ситкә китеүсе ағас тураһында һүҙ алып бармайбыҙ). Ағас әҙерләү һәм эшкәртеү шәхси ҡулдарға тапшырылды. Сит илдәргә сығарылған ағас өсөн килгән аҡса офшорҙарҙа йә урман экспортерҙарының йәшертен банк иҫәптәрендә туплана. Һәр осраҡта ла дәүләт һемәйеп ҡала. Мәҫәлән, киҫелмәгән ағастың кубометрын хатта 30 һумдан да аҙыраҡҡа алып була, ә ҡырҡылған ағасты 500 һумдан да осһоҙораҡҡа таба алмайһың.
Закон буйынса урман хужалығын алып барыу — ҡуртымсының бурысы. “Башлеспром” ағас әҙерләү компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшен ошо принципҡа нигеҙләнеп ойошторорға тырыша. Һәр хәлдә, төп бурыс — ҡырҡылған диләнкәләрҙә үҫентеләр ултыртыу планлы рәүештә алып барыла. Ләкин ҡуртымсының маҡсаты — аҙ сығымдар менән күп килем алыу. Дәүләт яғынан уға ҡырҡылғанды тергеҙеүгә, юл төҙөүгә, янғынға ҡаршы сараларҙы бойомға ашырыуға күрһәтмә бирелә. Нисек? Ул, эшҡыуар, үҙе өсөн урман питомниктары булдырырға, янғын һүндереү станциялары төҙөргә, ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшергә тейешме инде! Һәм ул, әлбиттә, күрһәтмәләрҙе үтәгән булып ҡылана, хатта хисап та бирә, ғәмәлдә иһә урман һуғыш үткән ялан хәленә ҡала бара.
Урман менән идара итеү системаһы формалләшә бара. 2007 йылға тиклем тармаҡта 200 меңдән күберәк кеше эшләһә, хәҙер улар 40 меңгә лә етмәй. Унан һуң, ҡыҫҡартыуҙар башлыса лесниктарға, туранан-тура урманда эшләүселәргә ҡағылды, “штабтар” иһә имен-һау. Әүәл лесничий менән уның ярҙамсылары үҙ ҡарамағындағы һәр ағас өсөн яуаплы ине, хәҙер был бөтөнләй мөмкин түгел, сөнки һәр урмансыға уртаса 55 мең гектар майҙан тура килә. Урмансының хеҙмәт хаҡы тураһында халыҡ алдында әйтеүе лә уңайһыҙ. Тармаҡта эшләргә йә “һуңғы романтиктар”, йә иһә намыҫын һанламаған кешеләр генә ҡалды. Урмандар бөлгән һайын коррупция сәскә ата. Лесникка ҡайһы саҡ законһыҙ ағас ҡырҡыуҙы, урынына үҫентеләр ултыртмауҙы күрмәгән өсөн түләйҙәр. Ауылымда эшләгән Рәйес Билалов, Ғәле Зәйнуллин, күрше Рыҫҡужалағы Әсләм Хәмзин ағайҙарҙы хәтерләйем дә, урмансылыҡ тармағында иң ауыры — һөнәренә мөкиббән бирелгән яңы кадрҙарҙы тәрбиәләп үҫтереү булмаҫмы икән, тип уйлайым.
Урмандары икһеҙ-сикһеҙ дәүләттә йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан, ағастың етешмәүе үҙен хәҙер үк һиҙҙерә. Кеше тотҡарлыҡһыҙ барып еткәндәй, өлгөргән урмандар бөтә. Эксперттар фаразлауынса, бәғзе төбәктәрҙә урман сәнәғәте предприятиелары биш-ете йылдан һуң күпләп бөлгөнлөккә төшәсәк. Иң тәүҙә иҫке совет леспромхоздары ябыласаҡ. Целлюлоза-ҡағыҙ комбинаттары ла әжәл көтөп йәшәй. Ҡыҫҡаһы, урмансылыҡ тармағына ауыр замандар килә. Әлбиттә, урман запасы ваҡыт үтеү менән тергеҙелә, әммә шунда уҡ түгел: ағас тиҙ тигәндә лә 100–120 йылдан үҫеп нығына. Диләнкәлә тәүҙә үлән һәм ҡыуаҡтар, торараҡ улар аша целлюлозаға ғына ярарлыҡ ҡайын менән уҫаҡ үҫеп сыға. Тик 80–100 йылдан һуң ғына урман ылыҫлыға әйләнә. Ә сифатлы таҡта бысырлыҡ йыуанлыҡҡа ағас 150–200 йылдан ғына етә.
Урмандың үҫеү ваҡытын ҡыҫҡартыу әмәле лә бар. Бының өсөн массивтарҙы тәрбиәләргә кәрәк. Етмешенсе йылдарҙа, урмансылар менән йыш аралашҡанда, Аркадий Бурков, Александр Хрусталев кеүек яҡын кәңәшселәрем шундай фекер әйтә торғайны: диләнкәләрҙе 100, 200 гектар, хатта 50 гектар итеп бүлеү — хөрт эш. Диләнкә кескәй булған һайын ағас орлоҡтары тупраҡҡа тиҙерәк эләгә һәм үҫеп китә. Ә инде иң яҡшыһы — урманды аралаштырып, йәғни һирәкләтеп ҡырҡыу. Финляндияла, мәҫәлән, ылыҫлы урмандарҙың өстән бер өлөшөн 30–40 йыл һайын һирәкләп ҡырҡалар икән. Шулай иткәндә урман ылыҫлы булып һаҡлана, ҡалған ағас тиҙерәк үҫә, олондары йыуан була. Һөҙөмтәлә Финляндияла урман фондының һәр гектарынан, һирәкләп, уртаса 2,5 кубометр ағас алалар, Рәсәйҙә иһә ул кубометрға ла тулмай.
Финляндия тигәндән. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда йылғаларҙың һайығыуы афәткә әүерелде. Мәсьәләне хәл итеү юлында чиновниктар төрлө саралар тәҡдим итеп ҡарай. Ләкин ул тәбиғәт ҡулында. Йылғаларҙың һыулы булыуы, мәғлүмдер, урман менән бәйле. Белгестәр һығымта яһауынса, әгәр төбәк биләмәһенең кәм тигәндә яртыһын урман ҡаплап ятһа, һыу менән тәьмин ителеш йыл әйләнәһенә тотороҡло була. Әгәр, Финляндиялағы һымаҡ, беҙҙә лә биләмәбеҙҙең 70 процентында урман үҫһә, бәлки, һыу һаҡлағыстар ҙа кәрәкмәҫ ине.
Күңелһеҙ, әммә күңелде гел генә өйкәп торған мәсьәлә тураһында һөйләшеүгә нөктә ҡуйырҙан алда йәнә бер хәлде генә хәтерегеҙгә төшөрөр инем.
Урман хужалығын совет осорондағыса алып барыу системаһын белорус күршеләр һаҡлап ҡалған. Шул арҡала, оло янғындар осоронда беҙҙә үрт тиҫтәләрсә мең гектар урманды ялмағанда, сик аша ғына сыҡҡан янғын шунда уҡ баҫыла. Белоруссия тикшеренеү үҙәге булдырыу өсөн Бөтөн донъя банкыһынан кредит ала. Үҙәккә ҙур аҡса түгәләр, тип белорустарҙы тиргәйҙәр, ләкин кредитты күршеләр эсеп-ашап, урлап бөтөрмәгән. Урман селекцияһы буйынса уларҙың хеҙмәттәрен хәҙер беҙҙә лә файҙаланалар. Ә Рәсәйҙә институттар харап була. Өҫтәүенә Белоруссияла ағас ҡырҡыу менән нәҡ дәүләт шөғөлләнә һәм унда урман хужалығы үҙен аҡлай. Беҙҙә иһә ул зыян ғына килтерә...
...Ябай кешегә күп нәмә кәрәкме инде? Ҡарҙарын ҡойоп, ҡарағай ботағын үрелеп эйелтәһең дә сикәңә терәйһең, әскелтем еҫ тын юлдарыңды ярып инһә, хәсрәт-хәстәрҙәрең, сир-сырхауҙарың әллә ҡайҙа юғалғандай. Бейәләйҙе ташлап, ҡарағай олонона устарымды ҡуям һәм һиҙәм: ул тере лә баһа, йөрәгем ҡағышына яуап биреп тора! Хәҙер инде миңә йылы ла, рәхәт тә. Күҙ алдына килтерегеҙ әле: туңып ятҡан ҡарҙарҙы ҡояш яҡтыртып, йылытып ебәрҙе, ҡар һыуҙары, сөкөрләшеп, терелде, әле баҙлап та өлгөрмәгән ерҙән, йондоҙҙай емелдәшеп, сәскәләр хасил була, ҡош-ҡорт зыу килә. Тәбиғәттә һәммә нәмә ни ҡәҙәре лә аҡыллы ҡоролған һәм, бер үк ваҡытта, ябай ҙа. Һин беләһең, ошо ғәжәйеп урмандан яҙ китеп бармай. Йәй ҙә үтмәй. Ҡарағайҙың суғырмаҡ олонона һыйынам һәм уның йырлағанын ишеткәндәй булам. Уның һүҙһеҙ генә йыры нимә тураһында һуң? Ялбыр йәшел сәсле сибәркәй кем өсөн тырыша икән? Бәлки, үҙе өсөн генәлер. Төпһөҙ күк өсөндөр. Әле һәр тарафтан минән күҙен алмаған кейектәр һәм ҡоштар өсөндөр. Мәңгелеккә һеңеп юғалыусы ҡар өсөндөр. Ул йыр шулай ҙа миңә бағышланалыр, тип өмөтләнәһе килә. Ысындан да минең өсөнмө икән? Әгәр раҫ килһә, хайран ҡалырлыҡ йомартлыҡ! Ул саҡта йомартлыҡ менән үк яуап бирергә тура киләсәк. Быға мин әҙерменме?
Эй, таланған, кәмһетелгән, һөймәлекле урман!..
(Аҙағы. Башы 182-183-сө һандарҙа).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840