Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Уйға һала, борсолдора...
Уйға һала, борсолдора...2007 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә ингән Урман кодексы Рәсәй урман хужалығын төбө-тамырынан үҙгәртеп ҡороуға алып килде. Ҡабул ителеүенә алты йыл үтһә лә, “яңы” тип йөрөтөлгән Кодекста һорауҙар иң тәүге сиратта урмандарҙың кемдең мөлкәте булыуын, урман участкаһын, йәғни ағас бүлеү мәсьәләләрен, асыҡланы.

Нефть һәм ҡаҙылма байлыҡтарҙан ҡала төп тәбиғи байлыҡ урман һаналған Башҡортостанда ла ошо йылдарҙа бығаса күрелмәгән эштәр башҡарылды. Тәүге сиратта урман хужалығы тармағы үҙгәртеп ҡоролдо, лесхоздар урынына вәкәләттәре бүленгән дәүләт бюджет учреждениелары һәм дәүләт унитар предприятиелары барлыҡҡа килде. Уларҙың тәүгеләренә ҡуртымсылар, йәғни урман участкаларын бер нисә тиҫтә йылға ҡуртымға алған эре урман сәнәғәтселәре, эреле-ваҡлы эшҡыуарҙар, шулай уҡ үҙ йортон һалып инергә теләгән ябай халыҡ менән килешеү нигеҙендә ағасты алып һатыу эштәре йөкмәтелде. Икенселәренә иһә урмандарҙы тергеҙеү һәм һаҡлау, үҫтереү, янғындарҙы иҫкәртеү һәм һүндереү, йәнә башҡа бихисап бурысты тормошҡа атҡарыу ҡушылды.
2010 йылда Башҡортостанда Урман сәнәғәтселәре союзы ойошторолдо. Республиканың Баймаҡ, Йылайыр, Ҡариҙел, Асҡын райондарынан йөҙгә яҡын эшҡыуар был союзға берләшкән, һәм улар йылына 500 мең кубометр ағас эшкәртә. Урман кәсебе менән шөғөлләнгән союз ағзалары совет заманынан ҡалған таҡта ярыу ҡорамалдарында эшләһә лә, бөгөндән инвестиция проектына ҡушылырға әҙер, сөнки уларҙың ҡулында ағас бар. Үҙ төбәктәрендәге халыҡты төҙөлөш материалдары, өй, мунса буралары, иҙән-түбәлек таҡта, тәҙрә яңаҡтары менән тәьмин итә.
Баймаҡ, Бөрйән районы эшҡыуарҙары үҙ биләмәләрендә ағас эшкәртеү буйынса мини-заводтар төҙөү ниәте менән йәшәй. «Бының өсөн инфраструктура, оҫталар бар. Кәрәк булһа, йәштәрҙе яңы технологияларға уҡытып та алырбыҙ», – ти улар. Башҡортостан Урман сәнәғәтселәре союзын ойоштороуға урман хужалығы министры Рәжәп Байғондо улы Нәбиуллин ҙур көс һалды. Уға урмансыларҙың зары яҡшы таныш. Шуға ла ул, һәр төбәктең урмансылары менән шәхсән осрашып, һөйләшеүҙәр алып барҙы, сөнки ғүмер баҡый урман хужалығында эшләп, 1990 йылдарҙа леспромхоздар тарҡалғас, «тишек кәритә» янында тороп ҡалған типһә тимер өҙөрлөк егеттәрҙе нимәгә булһа ла ышандырыуы ҡыйын ине.
Союзға үҙ ваҡытында инмәгән эшҡыуарҙарға ағас алыуы ауырлашты. Учалы, Белорет, республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары эшҡыуарҙары урман кәсебендә ойошҡанлыҡ күрһәтмәй. Бөгөнгө баҙар шарттары эшҡыуарҙарҙан берләшеп эшләүҙе талап итә, сөнки урман кәсебенә ҙур шәхси компаниялар тотондо. Улар урман участкаларын бүлеү аукциондарында ваҡ эшҡыуарҙарға аяҡ сала, конкурентты яһалма рәүештә аукциондан ҡыҫырыҡлап сығара. Мәҫәлән, Әүжән урман хужалығы аукционында ағастың хаҡын — 20, Ҡана урман хужалығында 7 миллионға күтәреп, эшләргә теләгән һәм быға тиклем яҡшы эшләгән эшҡыуарҙарҙың юлын яптылар. Аукционда ағас алыу хоҡуғын яулап алһалар ҙа, улар урман хужалыҡтары менән килешеүҙәр төҙөргә ашыҡмай. Ә был хәл Башҡортостан ҡаҙнаһы йылына 27 миллион һум аҡса юғалта тигәнде аңлата. Бөгөн республикала Урман сәнәғәтселәре союзына инмәгән өс эре ҡуртымсы – «Селена», «Башлеспром», «Сибайлеспром» — урман тауарҙары менән кәсеп итә. Ул ойошмалар өҫтөнлөклө инвестпроекттар, йәғни урман участкаларын аукционһыҙ һәм ҡуртым хаҡын 50 процент ташлама менән, алды. Улар менән килешеүҙә ағасты тулыһынса, ябайлаштырып әйткәндә, юнысҡыһына тиклем эшкәртеү һәм ҡуртымға алған биләмә-диләнкәләрҙе таҙалап тапшырыу төп шарттарҙың береһе ине. Әммә “Селена”, “Башлеспром” предприятиелары күп осраҡта ағасты алыпһатарҙарға тамырында килеш һата. Бынан да дәүләт ҡаҙнаһы ҙур зыян күрә. Эре сәнәғәтселәр республикала ағас эшкәртеүсе завод төҙөйбөҙ тигән вәғәҙәһен үтәмәне. Яңы Урман кодексы урманға милек һорауын да күтәрә. Урмандар федераль милек булып иҫәпләнһә лә, айырым урман участкаларының шәхси милеккә әйләнеүе лә ихтимал. Әлеге лә баяғы эре урман предприятиелары шәхси эшҡыуарҙар ҡулында.
Рәсәй Урман хужалығы агентлығы ла, Башҡортостан Хөкүмәте лә урман хужалығына күберәк заманса технологиялар, инновациялар индереүҙе талап итә. Башҡортостанда был йәһәттән һуңғы осорҙа күҙгә күренерлек эштәр башҡарылды. Әммә әлегә халыҡҡа төҙөлөш өсөн әҙер, кипкән иҙән-түбә, көпләү таҡталары, тәҙрә яңаҡтары, рамдары, бура һәм башҡа материалдар етешмәй. Ағас баҙарҙарында сит төбәктәр – Пермь крайы, Киров, Архангель өлкәләренән, Коми Республикаһынан килтерелгән төҙөлөш материалдары өҫтөнлөк итә. Төҙөлөш таҡтаһын бөгөн «Өфөлеспром» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генә киптереп етештерә. Халыҡ баҙарҙа ғәмәлдә сей таҡта алырға мәжбүр. Ҡариҙел районының Байҡыбаш ауылында «Өфөлеспром» ойошмаһының ағас эшкәртеү заводы эшләй. Унда ылыҫлы ағастан шпунтлы таҡта, көпләү таҡталары һәм мебель етештерелә. Ҡариҙел ҡайынынан эшләнгән йорт йыһаздары сифаты буйынса Европа стандарттарынан ҡалышмай. Шуға ла уларҙың тауары үтемле.
Эшкәртеү ҡеүәтен арттырып, ҡариҙелдәр йорт йыһазы ғына етештереү йүнәлешен алмаҡсы. Райондың Ҡараяр, Абыҙ, Яңы Бәрҙәш ауылдарында дүрт мейестә күмер яндырыуҙы башлап ебәргәндәр. Ҡариҙелдәрҙең өлгөһөндә быйыл Учалы һәм Белорет егеттәре лә ошо табышлы кәсепкә тотонмаҡсы. Совет заманында Егәҙе һәм Тары йылғалары буйында 12 күмер яндырыу мейесе эшләгән. Тимәк, мөмкинлектәр бар, эшҡыуарҙарға был эшкә тотонаһы ғына ҡала. Башҡортостан күмерен Силәбелә, Ҡаҙағстанда һатып була. Ағас эшкәртеү буйынса мини-заводтар төҙөү мәсьәләһе — Башҡортостан Хөкүмәте һәм Урман хужалығы министрлығының иғтибар үҙәгендә. Һәр кем урман кәсебен үҫтереү буйынса бизнес-проекттар менән сығыш яһарға, уны яҡларға ирекле.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарына тиклем илебеҙҙә көслө леспромхоздар эшләне. Уларҙа халыҡ кәсептәрен үҫтереү һәм һаҡлау буйынса уңайлы шарттар тыуҙырылғайны. Һалабаш һалыу, септә һуғыу, ҡап үреү, арба тәгәрмәсе дуғыны эшләү, сана табаны бөгөү, сайыр, тубырсыҡ, дарыу үләндәре йыйыу, ағас күнәктәр, батман эшләү ысын халыҡ оҫталарының кәсебе ине. Үкенескә ҡаршы, был һөнәрҙәр ҙә онотола бара, оҫталар кәмей. Ҡайһы бер урмансылыҡтарҙа сувенир цехтары асыу, ағас мискәләр яһауҙы яйға һалыу өсөн әле лә шарттар бар. Ағастан яһалған көнкүреш әйберҙәрен заманса тауарҙар ҡыҫырыҡлап сығарһа ла, улар бер ваҡытта ла ҡулланылыштан төшмәйәсәк, киреһенсә, заманса технологиялар киләсәктә был тәбиғи материалдың сифатын тағы ла яҡшыртырға мөмкинлектәр асасаҡ.
Яңы Урман кодексының камиллаштыра торған пункттары байтаҡ. Уның ҡайһы бер статьялары һәм пункттары Законға ҡаршы килә. Мәҫәлән, урмандарҙы һаҡлауға иғтибар ҡырҡа кәмене, урмансылар һаны ҡыҫҡартылды. Был Закон ҡабул ителгәнгә тиклем Башҡортостанда 4500 кеше урман һағында торһа, бөгөн иһә берәү ҙә юҡ. Күптән түгел министр Рәжәп Байғондо улы, Рәсәй урман хужалығы агентлығы менән килешеп, бер нисә урмансы берәмеген тергеҙеүгә өлгәште. Башҡортостан ғына түгел, тотош Рәсәй урмансылар берәмеге ҡыҫҡарыуҙан оло зыян күрә. Мәҫәлән, 2010 йылдағы янғындарҙы халыҡ: «Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаттары урмандарға үрт һалды», – тип тәнҡитләне. 2012 йылда 35 берәмек янғын һүндереү машинаһы һатып алынды, янғын һүндереү станциялары тулыһынса кәрәкле ҡорамалдар менән тулыландырылды. Быйылғы йәй башы ҡоро килеүгә ҡарамаҫтан, 60 ҡына янғын теркәлгән. Үткән йылдар менән сағыштырғанда, был — бик яҡшы күрһәткес.
Республикабыҙҙағы 756 миллион кубометр ағастың 450 миллионы – ҡартайған, түбән сортлы ағастар. Бөгөн урмансылар менән эшҡыуарҙар шул сеймалды эшкәртеү тураһында баш вата. Әлбиттә, был мәсьәләне бәләкәй предприятиелар башҡара алмай. Был осраҡта бар Европаға билдәле “Кроношпан” кеүек сеймалды ҡалдыҡтарһыҙ эшкәртеүсе завод төҙөү зарурлығы көн үҙәгенә сыға.
Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы урманды тергеҙеүгә даими иғтибар бүлә. Халыҡ-ара ағас ултыртыу көнөндә, шулай уҡ «Үҙеңдең ағасыңды ултырт», «Йәшә, ағас» акцияларында министрлыҡ үҙе лә, урмансылыҡтар ҙа дәррәү ҡатнаша. Әммә урманды тергеҙеү акция ғына түгел. Ул — йыл әйләнәһенә даими алып барыла торған эш. Питомниктарҙа ҡала һәм ауылдарҙы йәшелләндереү, парк һәм аллеялар ултыртыу өсөн юғары сифатлы үҫентеләр үҫтерелә. Тәбиғәтте яратыу, уны һаҡлау, уның яҙмышы тураһында хәстәрлек хистәре тәрбиәләү йәһәтенән мәктәп урмансылығының эше яйға һалынды. Бөгөн 54 мәктәптә кескәй урмансылар менән эш алып барыла. Улар республика, Рәсәй конкурстарында лайыҡлы урындар биләй. Ғөмүмән, министрлыҡ йәш быуында тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнаша. «Аҡбуҙат» балалар журналы менән берлектә фестивалдәр, конкурстар ойоштора.
Бөтә Ер шары урмандарының дүрттән бер өлөшө Рәсәй биләмәләренә тура килһә, Башҡортостанда ул 6,3 миллион гектарҙы биләй, йәғни республикабыҙ майҙанының 44,1 процентын урман ҡаплаған. Урман — халҡыбыҙҙың ғорурлығы, тәләфләмәй файҙаланғанда, бөтмәҫ-төкәнмәҫ байлыҡ. Халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, аҡһаҡалыбыҙ Ноғман ағай Мусин уны юҡҡа ғына «мәңгелек урман» тип атамайҙыр. Ә бөгөн урман байлығын ҡулға төшөрөү, кеҫә ҡалынайтыу маҡсаты менән эре сәнәғәтселәр, уртаҡул эшҡыуарҙар Башҡортостанға ябырылды. Яңы Урман кодексына таянып, урманға сит кешеләр хужа булмаҡсы. Әммә яңы хужалар килер ҙә китер, ер һәм урман ҡалыр. Ер күтәрер барыһын да. Тик уның елек майын һурып бөтмәһендәр.


Автор: Рәшиҙә ИШЕМБӘТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә