Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Мәғариф » Башҡортостан уҡытыусылары башҡорт телен өйрәнеү буйынса үҙҙәренең эшләнмәләрен тәҡдим итте

Республикабыҙҙан дүрт ҡатнашыусы ла конкурстың ситтән тороп уҙғарылған этабын үтте һәм финалға сыҡты.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Республикабыҙҙан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Махачкала ҡалаһында туған тел уҡытыусыларының XVIII Бөтә Рәсәй оҫталыҡ дәресендә төбәкте лайыҡлы күрһәтте. Был хаҡта Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин хәбәр итте.

«Бөтә Рәсәй оҫталыҡ дәресе – һөнәри конкурс ҡына түгел. Бында уҡытыусылар туған телдәрҙе уҡытыуҙың иң яҡшы тәжрибәләре менән уртаҡлаша, тәжрибә үҙләштерә һәм, иң мөһиме, милләт-ара татыулыҡты нығыта. Был ярыштың төп маҡсаты — Рәсәй халыҡтарының үҙенсәлекле тел һәм мәҙәни төрлөлөгөн һаҡлау, үҫтереү, уҡытыу методикаһын камиллаштырыу», — тип билдәләне министр.

Конкурста Башҡортостан исеменән төрлө йылдарҙа «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсы еңеүселәре һәм лауреаттары сығыш яһаны:

— Фәнзил Санъяров — Өфө күп профилле һөнәри колледжы уҡытыусыһы;

— Наҙгөл Хәбибуллина — 2-се «СМАРТ» республика полилингваль күп профилле гимназияһы уҡытыусыһы;  

— Юлиә Әбүбәкирова — 2-се «СМАРТ» республика полилингваль күп профилле гимназияһы уҡытыусыһы;

— Әлфинә Ғәбиҙуллина — Өфөнөң Р.Кәримов исемендәге 42-се лицей уҡытыусыһы.

Улар барыһы ла ситтән тороп уҙғарылған этапты яҡшы үтте һәм финалға сыҡты. Финалда уларҙы өс етди һынау көтә ине: асыҡ оҫталыҡ дәресе, милли кейемдә подиум һәм авторҙарҙың уҡыу әсбаптары күргәҙмәһе конкурсы.

Бөтә ҡатмарлы этаптар йомғаҡтары буйынса Өфөнөң 42-се лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфинә Ғәбиҙуллина 3-сө урынды алды.

Илдар Мәүлитбирҙин педагогты лайыҡлы һөҙөмтәһе өлгәшкәне өсөн тәбрикләне һәм башҡа ҡатнашыусыларға лайыҡлы сығыш яһағандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Уҡытыусыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ! Һеҙ ҡиммәтле байлыҡты — беҙҙең туған телде һәм мәҙәниәтте һаҡлайһығыҙ һәм арттыраһығыҙ. Һеҙҙең хеҙмәт – Башҡортостандың рухи көсөнөң нигеҙе», — тип өҫтәне ул.


Автор: Әлфиә Әһлиуллина / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Радий Хәбиров студенттарға Кадрҙар стажировкаһы үҙәгенең мөмкинлектәре тураһында һөйләне

Радий Хәбиров студенттарға Кадрҙар стажировкаһы үҙәгенең мөмкинлектәре тураһында һөйләне 19.11.2026 // Мәғариф

Башҡортостандан 300-гә яҡын студент Мәскәүҙә уҙған «Яҡташ» форумында Радий Хәбиров менән аралашты....

Тотош уҡырға 4

Туғыҙынсы класс уҡыусылары 2028 йылдың яҙында тарихтан телдән имтихан тапшыра

Туғыҙынсы класс уҡыусылары 2028 йылдың яҙында тарихтан телдән имтихан тапшыра 17.11.2026 // Мәғариф

Туғыҙынсы класс уҡыусылары 2028 йылдың яҙында тарихтан телдән имтихан тапшыра...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан мәктәбе «Ворошилов уҡсыһы» фестивалендә еңеү яуланы

Башҡортостан мәктәбе «Ворошилов уҡсыһы» фестивалендә еңеү яуланы 30.10.2026 // Мәғариф

Рәсәйҙең 58 төбәгенән килгән командалар иң яҡшылар исеме өсөн көрәште....

Тотош уҡырға 6

Республикабыҙҙан мәктәп ашнаҡсыһы Бөтә Рәсәй конкурсында 2-се урын яуланы

Республикабыҙҙан мәктәп ашнаҡсыһы Бөтә Рәсәй конкурсында 2-се урын яуланы 29.10.2026 // Мәғариф

Республикабыҙҙан мәктәп ашнаҡсыһы Бөтә Рәсәй конкурсында 2-се урын яуланы...

Тотош уҡырға 9

Республика мәктәптәрендә һәм колледждарында берҙәм хәүефһеҙлек көнө уҙғарыла

Республика мәктәптәрендә һәм колледждарында берҙәм хәүефһеҙлек көнө уҙғарыла 21.10.2026 // Мәғариф

Был көндө расписаниела – «Һаҡ булығыҙ, дроппинг!» темаһына арналған класс сәғәттәре, лекциялар һәм ......

Тотош уҡырға 8

Башҡортостан премьер-министры вазифаһын башҡарыусы педагогтарға дәүләт наградаларын тапшырҙы

Башҡортостан премьер-министры вазифаһын башҡарыусы педагогтарға дәүләт наградаларын тапшырҙы 05.10.2026 // Мәғариф

Мәғариф өлкәһендә эшләгән 43 хеҙмәткәр Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларына лайыҡ ......

Тотош уҡырға 8

Башҡортостан Башлығы уҡытыусыларҙы республиканың һәм илдең терәге тип атаны

Башҡортостан Башлығы уҡытыусыларҙы республиканың һәм илдең терәге тип атаны 05.10.2026 // Мәғариф

Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы һәм республикала һөнәрҙең абруйын күтәреү ......

Тотош уҡырға 13

Башҡортостанда ғилми гранттар биреү ҡағиҙәләре яңыртылды

Башҡортостанда ғилми гранттар биреү ҡағиҙәләре яңыртылды 02.10.2026 // Мәғариф

Башҡортостанда ғилми гранттар биреү ҡағиҙәләре яңыртылды...

Тотош уҡырға 9

Республикала йәшәүселәр онлайн рәүештә башҡорт теленән белемен һынап ҡарай ала
Башҡортостан тотош ил менән Ҙур уҡытыусылар аҙналығын ҡаршылай

Башҡортостан тотош ил менән Ҙур уҡытыусылар аҙналығын ҡаршылай 28.09.2026 // Мәғариф

Ҙур уҡытыусылар аҙналығы — ул педагогтарҙың хеҙмәтенә ихтирам билдәһе һәм тәжрибә уртаҡлашыу, ......

Тотош уҡырға 16

Дмитрий Чернышенко: Башҡортостан – мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау буйынса лидерҙар иҫәбендә

Дмитрий Чернышенко: Башҡортостан – мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау буйынса лидерҙар иҫәбендә 25.09.2026 // Мәғариф

Дмитрий Чернышенко: Башҡортостан – мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау буйынса лидерҙар иҫәбендә...

Тотош уҡырға 13

Республикала уҡыусылар өсөн аноним ышаныс чаты эшләй башланы