Республикабыҙҙан дүрт ҡатнашыусы ла конкурстың ситтән тороп уҙғарылған этабын үтте һәм финалға сыҡты.

Республикабыҙҙан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Махачкала ҡалаһында туған тел уҡытыусыларының XVIII Бөтә Рәсәй оҫталыҡ дәресендә төбәкте лайыҡлы күрһәтте. Был хаҡта Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин хәбәр итте.
«Бөтә Рәсәй оҫталыҡ дәресе – һөнәри конкурс ҡына түгел. Бында уҡытыусылар туған телдәрҙе уҡытыуҙың иң яҡшы тәжрибәләре менән уртаҡлаша, тәжрибә үҙләштерә һәм, иң мөһиме, милләт-ара татыулыҡты нығыта. Был ярыштың төп маҡсаты — Рәсәй халыҡтарының үҙенсәлекле тел һәм мәҙәни төрлөлөгөн һаҡлау, үҫтереү, уҡытыу методикаһын камиллаштырыу», — тип билдәләне министр.
Конкурста Башҡортостан исеменән төрлө йылдарҙа «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсы еңеүселәре һәм лауреаттары сығыш яһаны:
— Фәнзил Санъяров — Өфө күп профилле һөнәри колледжы уҡытыусыһы;
— Наҙгөл Хәбибуллина — 2-се «СМАРТ» республика полилингваль күп профилле гимназияһы уҡытыусыһы;
— Юлиә Әбүбәкирова — 2-се «СМАРТ» республика полилингваль күп профилле гимназияһы уҡытыусыһы;
— Әлфинә Ғәбиҙуллина — Өфөнөң Р.Кәримов исемендәге 42-се лицей уҡытыусыһы.
Улар барыһы ла ситтән тороп уҙғарылған этапты яҡшы үтте һәм финалға сыҡты. Финалда уларҙы өс етди һынау көтә ине: асыҡ оҫталыҡ дәресе, милли кейемдә подиум һәм авторҙарҙың уҡыу әсбаптары күргәҙмәһе конкурсы.
Бөтә ҡатмарлы этаптар йомғаҡтары буйынса Өфөнөң 42-се лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфинә Ғәбиҙуллина 3-сө урынды алды.
Илдар Мәүлитбирҙин педагогты лайыҡлы һөҙөмтәһе өлгәшкәне өсөн тәбрикләне һәм башҡа ҡатнашыусыларға лайыҡлы сығыш яһағандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Уҡытыусыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ! Һеҙ ҡиммәтле байлыҡты — беҙҙең туған телде һәм мәҙәниәтте һаҡлайһығыҙ һәм арттыраһығыҙ. Һеҙҙең хеҙмәт – Башҡортостандың рухи көсөнөң нигеҙе», — тип өҫтәне ул.