Башҡортостан мәктәбе «Ворошилов уҡсыһы» фестивалендә еңеү яуланы 30.10.2026 // Мәғариф
Рәсәйҙең 58 төбәгенән килгән командалар иң яҡшылар исеме өсөн көрәште....
Ауыл һөнәри белем биреү учреждениелары райондарҙа иң сағыу һәм матур бина булырға тейеш, тип белдерҙе ул.
Дүшәмбе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә республика ҡалаларында һәм райондарында колледждарҙы яңыртыу программаһын дауам итергә ҡушты. Уның һүҙҙәренсә, Балтастп, Шишмәлә, Иглиндә һәм Мишкәлә эштәр бара.
— Туғыҙынсы класты тамамлаусыларҙың 66% колледждарҙы һайлай. Был беҙҙе әлегә ҡәнәғәтләндерә. Беҙҙең ауыл колледждары райондарҙа иң сағыу һәм матур бина булырға тейеш. Шуға аҡса йүнәлтегеҙ. Был йәштәр бер ҡайҙа ла китмәһен өсөн 100% гарантия булып тора. Ауыл ҡыҙҙары-егеттәренә үҙ районында белем алыу күпкә яҡшыраҡ һәм отошлораҡ. Сөнки ҡалала йәшәү — ҡиммәт, ата-әсәләр ҙә балалары өсөн борсола, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин үҙенең докладында билдәләүенсә, яҡын арала республикала 10 колледж тулыһынса яңыртылырға тейеш.
Мәҫәлән, «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә 2026 йылда конкурс йомғаҡтары буйынса республикала 8 яңы кластер булдырыла. Йәмғеһе улар республикабыҙҙа 27-гә еткерелә.
Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы үткәргән конкурс һайлап алыу һөҙөмтәләре буйынса, «Агросәнәғәт комплексында кадрҙар» федераль проекты сиктәрендә Н. М. Сибирцев исемендәге Аксенов агросәнәғәт колледжына һәм З. Ш. Аҡназаров исемендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжына матди-техник базаны яңыртыу өсөн ике йылда 285 миллион һумдан ашыу күләмдә федераль субсидия бүленә.
Башҡортостан мәктәбе «Ворошилов уҡсыһы» фестивалендә еңеү яуланы 30.10.2026 // Мәғариф
Рәсәйҙең 58 төбәгенән килгән командалар иң яҡшылар исеме өсөн көрәште....
Республикабыҙҙан мәктәп ашнаҡсыһы Бөтә Рәсәй конкурсында 2-се урын яуланы 29.10.2026 // Мәғариф
Республикабыҙҙан мәктәп ашнаҡсыһы Бөтә Рәсәй конкурсында 2-се урын яуланы...
Республика мәктәптәрендә һәм колледждарында берҙәм хәүефһеҙлек көнө уҙғарыла 21.10.2026 // Мәғариф
Был көндө расписаниела – «Һаҡ булығыҙ, дроппинг!» темаһына арналған класс сәғәттәре, лекциялар һәм ......
Башҡортостан премьер-министры вазифаһын башҡарыусы педагогтарға дәүләт наградаларын тапшырҙы 05.10.2026 // Мәғариф
Мәғариф өлкәһендә эшләгән 43 хеҙмәткәр Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларына лайыҡ ......
Башҡортостан Башлығы уҡытыусыларҙы республиканың һәм илдең терәге тип атаны 05.10.2026 // Мәғариф
Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы һәм республикала һөнәрҙең абруйын күтәреү ......
Башҡортостанда ғилми гранттар биреү ҡағиҙәләре яңыртылды 02.10.2026 // Мәғариф
Башҡортостанда ғилми гранттар биреү ҡағиҙәләре яңыртылды...
Республикала йәшәүселәр онлайн рәүештә башҡорт теленән белемен һынап ҡарай ала 29.09.2026 // Мәғариф
Һорауҙар өс йүнәлешкә бүленгән....
Башҡортостан тотош ил менән Ҙур уҡытыусылар аҙналығын ҡаршылай 28.09.2026 // Мәғариф
Ҙур уҡытыусылар аҙналығы — ул педагогтарҙың хеҙмәтенә ихтирам билдәһе һәм тәжрибә уртаҡлашыу, ......
Тотош уҡырға 12
Дмитрий Чернышенко: Башҡортостан – мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау буйынса лидерҙар иҫәбендә 25.09.2026 // Мәғариф
Дмитрий Чернышенко: Башҡортостан – мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау буйынса лидерҙар иҫәбендә...
Республикала уҡыусылар өсөн аноним ышаныс чаты эшләй башланы 24.09.2026 // Мәғариф
MAX мессенджерында аноним рәүештә яҙыу етә....
Тотош уҡырға 10
Өфө математика лицей-интернаты Башҡортостан мәғарифы флагманы буласаҡ 20.09.2026 // Мәғариф
Өфө математика лицей-интернаты Башҡортостан мәғарифы флагманы буласаҡ...
Тотош уҡырға 11
Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы стипендиаттарына дипломдар тапшырҙы 17.09.2026 // Мәғариф
17 сентябрҙә Өфөлә Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы стипендиаттарына дипломдар һәм республиканың ......
Тотош уҡырға 11