Башҡортостан Башлығы колледждарҙы яңыртыу буйынса йөкләмәләр бирҙе16.02.2026

Ауыл һөнәри белем биреү учреждениелары райондарҙа иң сағыу һәм матур бина булырға тейеш, тип белдерҙе ул.

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив

Дүшәмбе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә республика ҡалаларында һәм райондарында колледждарҙы яңыртыу программаһын дауам итергә ҡушты. Уның һүҙҙәренсә, Балтастп, Шишмәлә, Иглиндә һәм Мишкәлә эштәр бара.

— Туғыҙынсы класты тамамлаусыларҙың 66% колледждарҙы һайлай. Был беҙҙе әлегә ҡәнәғәтләндерә. Беҙҙең ауыл колледждары райондарҙа иң сағыу һәм матур бина булырға тейеш. Шуға аҡса йүнәлтегеҙ. Был йәштәр бер ҡайҙа ла китмәһен өсөн 100% гарантия булып тора. Ауыл ҡыҙҙары-егеттәренә үҙ районында белем алыу күпкә яҡшыраҡ һәм отошлораҡ. Сөнки ҡалала йәшәү — ҡиммәт, ата-әсәләр ҙә балалары өсөн борсола, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин үҙенең докладында билдәләүенсә, яҡын арала республикала 10 колледж тулыһынса яңыртылырға тейеш.

Мәҫәлән, «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә 2026 йылда конкурс йомғаҡтары буйынса республикала 8 яңы кластер булдырыла. Йәмғеһе улар республикабыҙҙа 27-гә еткерелә.

Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы үткәргән конкурс һайлап алыу һөҙөмтәләре буйынса, «Агросәнәғәт комплексында кадрҙар» федераль проекты сиктәрендә Н. М. Сибирцев исемендәге Аксенов агросәнәғәт колледжына һәм З. Ш. Аҡназаров исемендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжына матди-техник базаны яңыртыу өсөн ике йылда 285 миллион һумдан ашыу күләмдә федераль субсидия бүленә.

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2026-02-16/radiy-habirov-dal-porucheniya-po-modernizatsii-kolledzhey-4579780



Вернуться назад