2027 йыл мәғариф системаһында Уҡыусыларҙың һаулыҡ йылы тип иғлан ителә 15.09.2026 // Мәғариф
Был хаҡта мәғариф министры Сергей Кравцов белдерҙе....

Башҡортостандың дүрт юғары уҡыу йорто «Өҫтөнлөк 2030» программаһына инде
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Өҫтөнлөк 2030» стратегик академик лидерлыҡ программаһы сиктәрендә республика вуздарын яҡлау һөҙөмтәләре менән уртаҡлашты.
Өс университетҡа — нефть, медицина, фән һәм технологиялар университетына — Башҡорт дәүләт аграр университеты өҫтәлде. Радий Хәбиров билдәләүенсә, үҫеш программаларын яҡлау уңышлы үтте, тимәк, Башҡортостан вуздарына йәнә федераль бюджеттан аҡса бүленә.
«Шәп яңылыҡ. Был уңышты университеттар, индустриаль һәм бизнес-партнерҙар менән берлектәге эшебеҙ һөҙөмтәһе тип иҫәпләйем. Барлыҡ ҡатнашыусыларға, айырыуса ректорҙарға рәхмәт. Дөйөм тырышлыҡ менән, ҙур конкуренцияны еңеп, беҙ Рәсәйҙең юғары мәктәбе һәм фән системаһында мөһим урынды биләйбеҙ, — тип яҙа Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрендә. — Юғары уҡыу йорттарының күптәнән иҡтисадтың төрлө тармаҡтары өсөн кадрҙар әҙерләү урыны ғына түгеллеген әйткәйнем инде. Улар фәнде үҫтерә, үҙенсәлекле, шул иҫәптән юғары технологиялы тикшеренеүҙәр үткәрә, төбәктең һәм илдең алдынғы предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итә. «Өҫтөнлөк 2030» программаһында ҡатнашыу беҙгә фәнни-технологик үҫеш буйынса алдынғы төбәк булараҡ үҙ позициябыҙҙы тағы ла нығытырға мөмкинлек бирә».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 мартта Башҡортостандың өс алдынғы юғары уҡыу йорто «Өҫтөнлөк 2030» программаһы сиктәрендә үҙҙәренең технологик үҫеш проекттары менән таныштырҙы. Презентацияла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
2027 йыл мәғариф системаһында Уҡыусыларҙың һаулыҡ йылы тип иғлан ителә 15.09.2026 // Мәғариф
Был хаҡта мәғариф министры Сергей Кравцов белдерҙе....
Башҡортостанда 1225 урынлыҡ өс яңы мәктәп асыла 15.09.2026 // Мәғариф
БР хөкүмәтендә уҙған «Төҙөлөш сәғәте»ндә концессия шарттарында мәктәптәр төҙөү барышын ҡаранылар....
Башҡортостан мәктәптәре уҡытыусыларына һәм директорҙарына шифаханала дауаланыу мөмкинлеге киңәйтелде 08.09.2026 // Мәғариф
Документ бюджет иҫәбенә шифахана-курорт дауалауын алыусылар даирәһен киңәйтә....
2030 йылға тарихтан берҙәм дәүләт имтиханында телдән тапшырыу өлөшө барлыҡҡа килеүе мөмкин 31.07.2026 // Мәғариф
Артабан әҙәбиәт буйынса имтиханда ла ошондай формат индерелеүе ихтимал....
Өфөлә Көрәш һарайы янында «Белем һарайы» ҡалҡып сыҡты 28.07.2026 // Мәғариф
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров МАХ-тағы рәсми каналында яңы мәктәп төҙөлөшөнөң тамамланыуы ......
Владимир Путин уҡытыусыларҙың статусы һәм уларға ярҙам тураһында указға ҡул ҡуйҙы 20.07.2026 // Мәғариф
Документ шулай уҡ педагогтарға бер нисә яңы ярҙам сараһын күҙ уңында тота....
Башҡортостан мәктәптәрендә яңы фән уҡытыла башлай 01.07.2026 // Мәғариф
Был фәнде 2026-2027 уҡыу йылының икенсе ярты йыллығынан өйрәнә башлайҙар....
Өфө уҡыусыһы йәш ғалимдарҙың халыҡ-ара лагерына һайлап алыу турын үтте 30.06.2026 // Мәғариф
[isimage=thumb][/isimage]Унда ҡатнашыусылар – Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзаһы ......
Республикала рус теленән БДИ-ла йөҙ балл алыусылар ике тапҡырға артҡан 17.06.2026 // Мәғариф
22 сығарылыш уҡыусыһы максималь балл йыйған....
Стәрлетамаҡ политехник колледжында капиталь ремонт тамамланды 08.06.2026 // Мәғариф
Инвестицияларҙың дөйөм күләме – 116 миллион һумдан ашыу....
Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханының төп осоро башлана 01.06.2026 // Мәғариф
Ун беренсе класс уҡыусылары өсөн дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы марафоны тарих, әҙәбиәт һәм химия ......
Рособрнадзор берҙәм дәүләт имтиханына еңелсә аҙыҡ һәм һыу алып инергә рөхсәт итте 26.05.2026 // Мәғариф
Рособрнадзор берҙәм дәүләт имтиханына еңелсә аҙыҡ һәм һыу алып инергә рөхсәт итте...