Башҡортостандың дүрт юғары уҡыу йорто «Өҫтөнлөк 2030» программаһына инде
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Өҫтөнлөк 2030» стратегик академик лидерлыҡ программаһы сиктәрендә республика вуздарын яҡлау һөҙөмтәләре менән уртаҡлашты.
Өс университетҡа — нефть, медицина, фән һәм технологиялар университетына — Башҡорт дәүләт аграр университеты өҫтәлде. Радий Хәбиров билдәләүенсә, үҫеш программаларын яҡлау уңышлы үтте, тимәк, Башҡортостан вуздарына йәнә федераль бюджеттан аҡса бүленә.
«Шәп яңылыҡ. Был уңышты университеттар, индустриаль һәм бизнес-партнерҙар менән берлектәге эшебеҙ һөҙөмтәһе тип иҫәпләйем. Барлыҡ ҡатнашыусыларға, айырыуса ректорҙарға рәхмәт. Дөйөм тырышлыҡ менән, ҙур конкуренцияны еңеп, беҙ Рәсәйҙең юғары мәктәбе һәм фән системаһында мөһим урынды биләйбеҙ, — тип яҙа Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрендә. — Юғары уҡыу йорттарының күптәнән иҡтисадтың төрлө тармаҡтары өсөн кадрҙар әҙерләү урыны ғына түгеллеген әйткәйнем инде. Улар фәнде үҫтерә, үҙенсәлекле, шул иҫәптән юғары технологиялы тикшеренеүҙәр үткәрә, төбәктең һәм илдең алдынғы предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итә. «Өҫтөнлөк 2030» программаһында ҡатнашыу беҙгә фәнни-технологик үҫеш буйынса алдынғы төбәк булараҡ үҙ позициябыҙҙы тағы ла нығытырға мөмкинлек бирә».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 мартта Башҡортостандың өс алдынғы юғары уҡыу йорто «Өҫтөнлөк 2030» программаһы сиктәрендә үҙҙәренең технологик үҫеш проекттары менән таныштырҙы. Презентацияла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.