Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » БАЙРАМ МЕНӘН, РЕСПУБЛИКА!
БАЙРАМ МЕНӘН, РЕСПУБЛИКА!

Башҡортостан Республикаһы бер быуатлыҡ тарихы булған олпат oсoрға аяҡ баҫты, үҫеш юлының яңы биттәрен асты. Беҙҙең аҫабалыҡ тарихы тамырҙары менән быуаттар тәрәнлегенә барып тоташа. Тәүтормош ваҡытынан алып башҡoрттар Уралда oйошoп йәшәй башлаған. Бынан бер нисә быуат элек, үҙ теләктәре менән Рәсәй сoставына ҡушылғандан һуң, милләт­тәштәребеҙ дәүләт төҙөлөшөндә әүҙем ҡатнашҡан, ил яҙмышындағы бер генә әһәмиәтле ваҡиғанан да ситтә ҡалмаған. Ғөмүмән, һәр милләт Рәсәй яҙмышында ҡабатланмаҫ үҙенсәлеге менән сағыла.

1917 йылда иһә башҡорт ҡоролтайҙары ҡарар­ҙарының нигеҙен тап илде федератив үҙгәртеп ҡороу концепцияһы тәшкил иткән. Әлеге көндә Рәсәй составындағы автономиябыҙҙың 100 йыллыҡ оло юбилейын билдәләйбеҙ икән, тимәк, уның тәүге етәкселәренең сәйәси аҡылын, тәрән фекерләүен тағы берҙе баһалайбыҙ тигән һүҙ: һис шикһеҙ, 1919 йылда Рәсәй һәм Башҡортостан хөкүмәттәре араһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу, республиканы ҡануни йәһәттән теркәү иҫ киткес мөһим тарихи һәм сәйәси әһәмиәткә, милләт йәшәйешен, үҫешен билдәләгән мөһим көс-ҡеүәткә эйә.

Тарихи хәл-ваҡиғалар, ер һәм ирек өсөн көрәштә барлыҡҡа килгән традициялар, ҡаһарманлыҡ рухы һәм олуғ тәжрибә арҡаһында башҡорт халҡы һәр ваҡыт илдең көнсығышында йәшәгән башҡа халыҡтар араһында авангардлы юлдан барған. Шуға ла тап башҡорт халҡы, беренселәрҙән булып автономия ойоштороп, башҡа милләттәргә өлгө күрһәткән, яңы башланғыстарға этәргес булған.

Артабан Башҡорт АССР-ы бихисап ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшкән. Нефть сығарыу һәм эшкәртеү, нефть химияһы тармаҡтарын, социаль инфраструктураны булдырыу; иҡтисадтың төрлө йүнәлештәренең, мәҙәниәттең, сәнғәттең, фәндең, мәғарифтың, матбуғаттың профессиональ үҫеше, картала яңы ҡала һәм ҡасабаларҙың барлыҡҡа килеүе, халыҡтың йәшәү кимәле үҙгәреүе – һәммәһе лә ошо тарихи килешеүҙең һөҙөмтәһе, ыңғай сағылышы ул.

Әлбиттә, тарихи юлда сағыу һәм фажиғәле ваҡиғалар ҙа була. Уғата ҡатмарлы йылдарҙы, Рәсәй тарихының һынылыш осорҙарын, сәйәси тотороҡһоҙлоҡ һәм иҡтисади коллапс, әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәрҙең үҙгәргән ваҡытын да кисерҙе халҡыбыҙ. Әммә бирешмәне, тарихына, рухына, булмышына тоғро ҡалды, һәр саҡ тырышып эшләне һәм алға ынтылды. Тап шуға республикабыҙҙың көс-ҡеүәте һаҡлап ҡалынды, ул иҡтисади үҫеш юлына баҫты.

Әлеге ваҡытта Башҡортостан – Рәсәйҙең һәр яҡтан тотороҡло үҫешкән төбәктәренең береһе, көслө, ҡеүәтле республика. Уның күп тармаҡлы хужалығын сәнәғәт, аграр, төҙөлөш тармаҡтары, транспорт һәм бәйләнеш системалары, финанс-кредит, фәнни-техник, социаль өлкәләр билдәләй, һәр яҡлап тотороҡло иҡтисади үҫеш күҙәтелә. Башҡортостан системалы үҫешә, социаль-иҡтисади позицияларын нығыта. Әлбиттә, һәр уңыштың нигеҙен ошо төбәк мәнфәғәте өсөн көсөн һәм ваҡытын йәлләмәй эшләгән һөнәр оҫталары билдәләй, даланлы кешеләре данлай. Ғөмүмән, Башҡортостаныбыҙҙың көс-ҡеүәте, тотороҡ­лолоғо – күп милләтле халҡында, дуҫ һәм татыу йәшәүҙә, уртаҡ маҡсаттар өсөн фиҙакәр хеҙмәт итеүҙә. Ошо ҡаҙаныштарҙы беҙ түкмәй-сәсмәй киләсәк быуындар өсөн һаҡларға һәм еткерергә, рухи ҡиммәт­тәребеҙҙе нығытырға, берҙәмлекте ҡаҡшат­маҫҡа тейешбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 629

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 3 448

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 746

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 3 233

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 2 162

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 248

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 588

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 436

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 418

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 613

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 307

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 542