Башҡортостан Республикаһы бер быуатлыҡ тарихы булған олпат oсoрға аяҡ баҫты, үҫеш юлының яңы биттәрен асты. Беҙҙең аҫабалыҡ тарихы тамырҙары менән быуаттар тәрәнлегенә барып тоташа. Тәүтормош ваҡытынан алып башҡoрттар Уралда oйошoп йәшәй башлаған. Бынан бер нисә быуат элек, үҙ теләктәре менән Рәсәй сoставына ҡушылғандан һуң, милләттәштәребеҙ дәүләт төҙөлөшөндә әүҙем ҡатнашҡан, ил яҙмышындағы бер генә әһәмиәтле ваҡиғанан да ситтә ҡалмаған. Ғөмүмән, һәр милләт Рәсәй яҙмышында ҡабатланмаҫ үҙенсәлеге менән сағыла.
1917 йылда иһә башҡорт ҡоролтайҙары ҡарарҙарының нигеҙен тап илде федератив үҙгәртеп ҡороу концепцияһы тәшкил иткән. Әлеге көндә Рәсәй составындағы автономиябыҙҙың 100 йыллыҡ оло юбилейын билдәләйбеҙ икән, тимәк, уның тәүге етәкселәренең сәйәси аҡылын, тәрән фекерләүен тағы берҙе баһалайбыҙ тигән һүҙ: һис шикһеҙ, 1919 йылда Рәсәй һәм Башҡортостан хөкүмәттәре араһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу, республиканы ҡануни йәһәттән теркәү иҫ киткес мөһим тарихи һәм сәйәси әһәмиәткә, милләт йәшәйешен, үҫешен билдәләгән мөһим көс-ҡеүәткә эйә.
Тарихи хәл-ваҡиғалар, ер һәм ирек өсөн көрәштә барлыҡҡа килгән традициялар, ҡаһарманлыҡ рухы һәм олуғ тәжрибә арҡаһында башҡорт халҡы һәр ваҡыт илдең көнсығышында йәшәгән башҡа халыҡтар араһында авангардлы юлдан барған. Шуға ла тап башҡорт халҡы, беренселәрҙән булып автономия ойоштороп, башҡа милләттәргә өлгө күрһәткән, яңы башланғыстарға этәргес булған.
Артабан Башҡорт АССР-ы бихисап ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшкән. Нефть сығарыу һәм эшкәртеү, нефть химияһы тармаҡтарын, социаль инфраструктураны булдырыу; иҡтисадтың төрлө йүнәлештәренең, мәҙәниәттең, сәнғәттең, фәндең, мәғарифтың, матбуғаттың профессиональ үҫеше, картала яңы ҡала һәм ҡасабаларҙың барлыҡҡа килеүе, халыҡтың йәшәү кимәле үҙгәреүе – һәммәһе лә ошо тарихи килешеүҙең һөҙөмтәһе, ыңғай сағылышы ул.
Әлбиттә, тарихи юлда сағыу һәм фажиғәле ваҡиғалар ҙа була. Уғата ҡатмарлы йылдарҙы, Рәсәй тарихының һынылыш осорҙарын, сәйәси тотороҡһоҙлоҡ һәм иҡтисади коллапс, әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәрҙең үҙгәргән ваҡытын да кисерҙе халҡыбыҙ. Әммә бирешмәне, тарихына, рухына, булмышына тоғро ҡалды, һәр саҡ тырышып эшләне һәм алға ынтылды. Тап шуға республикабыҙҙың көс-ҡеүәте һаҡлап ҡалынды, ул иҡтисади үҫеш юлына баҫты.
Әлеге ваҡытта Башҡортостан – Рәсәйҙең һәр яҡтан тотороҡло үҫешкән төбәктәренең береһе, көслө, ҡеүәтле республика. Уның күп тармаҡлы хужалығын сәнәғәт, аграр, төҙөлөш тармаҡтары, транспорт һәм бәйләнеш системалары, финанс-кредит, фәнни-техник, социаль өлкәләр билдәләй, һәр яҡлап тотороҡло иҡтисади үҫеш күҙәтелә. Башҡортостан системалы үҫешә, социаль-иҡтисади позицияларын нығыта. Әлбиттә, һәр уңыштың нигеҙен ошо төбәк мәнфәғәте өсөн көсөн һәм ваҡытын йәлләмәй эшләгән һөнәр оҫталары билдәләй, даланлы кешеләре данлай. Ғөмүмән, Башҡортостаныбыҙҙың көс-ҡеүәте, тотороҡлолоғо – күп милләтле халҡында, дуҫ һәм татыу йәшәүҙә, уртаҡ маҡсаттар өсөн фиҙакәр хеҙмәт итеүҙә. Ошо ҡаҙаныштарҙы беҙ түкмәй-сәсмәй киләсәк быуындар өсөн һаҡларға һәм еткерергә, рухи ҡиммәттәребеҙҙе нығытырға, берҙәмлекте ҡаҡшатмаҫҡа тейешбеҙ.