Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауыл халҡына иң яҡыны – улар
Бөгөн Башҡортостандың төрлө кимәлдәге етәксе вазифаларында 1200 – 1500 кеше эшләй. Тап уларҙың хеҙмәт сифатына бәйле төбәгебеҙҙә ғүмер иткән дүрт миллиондан ашыу кешенең яҙмышы, уңайлы тормош шарттары.

Шулай тип белдерҙе республика етәксеһе Радий Хәбиров Әбйәлил районында “Ауыл советтары манифесы”н булдырыу буйынса аҡыл һөжүме” проект сессияһын асҡанда. Сараға көньяҡ-көнсығыш төбәктәге ауыл биләмәләре һәм хакимиәттәре башлыҡтары саҡырылғайны.

“Мин үҙ эшемдә һеҙгә таянырға теләйем, – тине Радий Фәрит улы. – Ауыл – әхлаҡи инешебеҙ, республика иҡтисадының әһәмиәтле өлөшө һәм Башҡортостандың йөрәге булған һоҡланғыс кешеләр”.

Бындай семинар тәүге тапҡыр үткәрелде. Артабан ул республиканың барлыҡ төбәктәрендә уҙғарыласаҡ. Радий Хәбиров ауыл биләмәләре башлыҡтарының баһаһын, әһәмиәтен яҡшы белеүе һәм аңлауы хаҡында белдерҙе: ауыл халҡына иң яҡыны – улар.

Семинарҙа төбәк етәксеһе Рәсәй Президенты башланғысындағы милли проекттар хаҡында һөйләне һәм уларҙың нигеҙенә төшөндөрөүҙең мөһимлеген билдәләне.

“Был – илебеҙҙе үҫтереү маҡсатында алға ҙур аҙым яһау мөмкинлеге, айырыуса социаль өлкәлә”, – тине ул.

Үҙенсәлекле семинар милли проекттарҙың ун йүнәлеше буйынса барҙы. Уларҙың барыһы ла республика халҡының проблемаларын хәл итеүгә туранан-тура ҡағылды.

Ауыл биләмәләре башлыҡтары бындай дәрестең мөһимлеген билдәләне. “Беҙгә урындағы көнүҙәк мәсьәләләрҙе асыҡтан-асыҡ әйтеү, улар буйынса власть етәкселәренә мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге бирелде. Бындай ҡара-ҡаршы һөйләшеүҙе тәүгә күрәбеҙ”, – тине улар.


Автор: И. ҠОРМАНОВА.
Фото: Олег Яровиков фотоһы.
Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 150

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 2 930

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 392

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 078

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 436

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 284

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 265

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 412

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 140

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 369

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алдылар

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алдылар 25.03.2019 // Яңылыҡтар

Бөгөн Өфөгә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе, Рәсәй Президенты...

Тотош уҡырға 1 159

Нимә ул газон?

Нимә ул газон? 25.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика парламенты депутаттары газондарҙа, сәскәлектәрҙә, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында...

Тотош уҡырға 1 128