Бөгөн Башҡортостандың төрлө кимәлдәге етәксе вазифаларында 1200 – 1500 кеше эшләй. Тап уларҙың хеҙмәт сифатына бәйле төбәгебеҙҙә ғүмер иткән дүрт миллиондан ашыу кешенең яҙмышы, уңайлы тормош шарттары.Шулай тип белдерҙе республика етәксеһе Радий Хәбиров Әбйәлил районында “Ауыл советтары манифесы”н булдырыу буйынса аҡыл һөжүме” проект сессияһын асҡанда. Сараға көньяҡ-көнсығыш төбәктәге ауыл биләмәләре һәм хакимиәттәре башлыҡтары саҡырылғайны.
“Мин үҙ эшемдә һеҙгә таянырға теләйем, – тине Радий Фәрит улы. – Ауыл – әхлаҡи инешебеҙ, республика иҡтисадының әһәмиәтле өлөшө һәм Башҡортостандың йөрәге булған һоҡланғыс кешеләр”.
Бындай семинар тәүге тапҡыр үткәрелде. Артабан ул республиканың барлыҡ төбәктәрендә уҙғарыласаҡ. Радий Хәбиров ауыл биләмәләре башлыҡтарының баһаһын, әһәмиәтен яҡшы белеүе һәм аңлауы хаҡында белдерҙе: ауыл халҡына иң яҡыны – улар.
Семинарҙа төбәк етәксеһе Рәсәй Президенты башланғысындағы милли проекттар хаҡында һөйләне һәм уларҙың нигеҙенә төшөндөрөүҙең мөһимлеген билдәләне.
“Был – илебеҙҙе үҫтереү маҡсатында алға ҙур аҙым яһау мөмкинлеге, айырыуса социаль өлкәлә”, – тине ул.
Үҙенсәлекле семинар милли проекттарҙың ун йүнәлеше буйынса барҙы. Уларҙың барыһы ла республика халҡының проблемаларын хәл итеүгә туранан-тура ҡағылды.
Ауыл биләмәләре башлыҡтары бындай дәрестең мөһимлеген билдәләне. “Беҙгә урындағы көнүҙәк мәсьәләләрҙе асыҡтан-асыҡ әйтеү, улар буйынса власть етәкселәренә мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге бирелде. Бындай ҡара-ҡаршы һөйләшеүҙе тәүгә күрәбеҙ”, – тине улар.