Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эш эҙмә-эҙлекле барасаҡ
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указ, ниһайәт, оҙаҡ йылдарға һуҙылған Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйҙы.

Төбәктең геологик, биологик һәм тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыу, туризмды үҫтереү маҡсатында ҙур аҙым яһалды. Республика Хөкүмәтенә Ишембай, Стәрлетамаҡ райондары биләмәһендә “Торатау” геопаркын ойошторорға, уны республика әһәмиәтендәге “Торатау”, “Йөрәктау” тәби­ғәт ҡомартҡылары һәм баш­ҡа объекттар составына индерергә ҡушылды.

Быға тиклем килеп тыуған хәл ысын мәғәнәһендә бик ҡатмарлы ине. Стәрлетамаҡ ҡалаһының төп предприятиеһы булған “Башҡортостан сода компанияһы”, шулай уҡ уның менән бәйле башҡа предприятиеларҙа ғына ла бөгөн 18 меңдән ашыу кеше эшләй. Сеймал килеүҙән туҡтаһа, ун меңдән ашыу ғаиләнең төп килем сығанағынан мәхрүм ҡалыуы ихтимал. Быларҙан тыш, килем алған предприя­тиеның дивидендтар, һалымдар түләүен дә онотмаҫҡа кәрәк. Ҡыҫҡаһы, ҡаланы ҡала иткән “Сода” эшмәкәр­леге зыян күрһә, Стәрлетамаҡҡа бөгөнгө заман шарттарында йәшәүе бик ауырға төшәсәк. Рәсәйҙә бындай күңелһеҙ миҫал булған моно-ҡалалар ҙа, ҡасандыр гөрләп торған ҙуры­раҡтары ла етерлек.

Торатау тәбиғи генә түгел, тарихи ҡомартҡы булараҡ та халҡыбыҙҙа изге урын һанала. Эйе, “Сода”ға Ҡуштауҙы бирергә ҡарар итеү бик еңелдән түгел. Шунан һуң, сеймал булараҡ тапшырҙың да аҡтара ла башланылар тигән һүҙ түгел. Иң тәүҙә геология тикшеренеүе барасаҡ, планлы рәүештә саралар ҡараласаҡ, Шахтауҙа эш тамамланғас, рекультивация үткәреләсәк. Белгестәр фекеренсә, Шахтауҙа әле кәм тигәндә биш йылға етерлек сеймал бар. Ошо ваҡыт Ҡуштауҙа эш башларға әҙерлек алып барыу өсөн дә, Шахтауҙа рекультивация эшенә саралар планлаштырыуға ла етә. Әйткәндәй, Шахтау урынында парк, һыу ятҡылығы булдырыу, музей ойоштороу, ял итеү зонаһы ойоштороу ҙа күҙаллана.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рәйеф Әбдрәхимов әйтеүенсә, “Торатау” геопаркын ойоштороу буйынса Указды тормошҡа ашырыу эҙмә-эҙлекле алып барыласаҡ.

Башҡортостан Фәндәр академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһының федераль тикшеренеү үҙәге менән берлектә “Торатау” геопаркын ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индереү буйынса саралар планы төҙөләсәк. “Конгресс-холл” дәүләт бюджет учрежде­ниеһы атамаһын “Торатау конгресс-холы” дәүләт бюджет учреждениеһы итеп үҙгәртергә ҡарар ителде. Башҡортостан Хөкүмәтенә уларҙы тормошҡа ашырыуға бәйле сығым­дарҙы финанслау күләме менән сығанаҡтарын билдәләү бурысы йөкмәтелде.

Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Илшат ТАЖЕТДИНОВ:
— “Янғантау” геопаркы менән бер рәттән республикала икенсе геопарк буласаҡ. Бының маҡсаты билдәле — ЮНЕСКО аша шихандарҙы барлыҡ донъяға танытыу. Ошондай туристик-рекреация зоналарының республика үҫешенә лә йоғонтоһо ҙур буласаҡ, туризмға, эшҡыуарлыҡҡа киң мөмкинлектәр асыласаҡ. Стәрлетамаҡ, Ишембай районында сәнәғәт инфраструктураһының һәм эш урындарының һаҡланып ҡалыуы ла мөһим.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев:
– Парламент депутаттары нисә йыл инде тәрән борсолоп, шихандарға бәйле ваҡиғаларҙы күҙәтә. Торатау берәүҙең дә шәхси мөлкәте була алмай. Ул – үҙенсәлекле геологик тәбиғәт ҡомартҡыһы ғына түгел, ҙур мәҙәни һәм тарихи ҡиммәтте тәшкил иткән биләмәләрҙең береһе, шуға күрә уны шәхси ҡулдарға тапшырмайынса, иң юғары һаҡлау статусы бирергә кәрәк. Указды Ҡоролтай һис шикһеҙ хуплай. Ошоноң менән оҙайлы бәхәскә, ниһайәт, нөктә ҡуйылыр, тауҙарыбыҙ киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалыныр, тип ышанам.

Данир ҒӘЙНУЛЛИН, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:
— Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан ошондай проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа етди тәжрибә тупланы. Быға миҫал итеп ЮНЕСКО объекттарына “Шүлгәнташ” һәм “Янғантау” геопарктарын тәҡдим итеү эше барышын да алырға мөмкин. Торатау иһә ҙур мәҙәни һәм тарихи мәғәнәгә эйә, һәр башҡорт өсөн изге урын. Үҙенең ҡарары менән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров БСК һәм башҡа сәнәғәтселәргә тәбиғәткә килем алыу сығанағы итеп кенә ҡарарға ярамағанына ишараланы. Шихандарҙы юҡ иткәнсе, етештереүсәнлекте ғәмәлдәге сеймалға яраҡлаштырып яңыртырға һәм транспорт логистикаһын төплө уйларға кәрәк, тине.


Автор: Т. МУСИН


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 630

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 3 449

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 747

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 3 233

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 2 162

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 248

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 589

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 436

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 419

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 613

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 308

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 542