Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указ, ниһайәт, оҙаҡ йылдарға һуҙылған Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйҙы.
Төбәктең геологик, биологик һәм тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыу, туризмды үҫтереү маҡсатында ҙур аҙым яһалды. Республика Хөкүмәтенә Ишембай, Стәрлетамаҡ райондары биләмәһендә “Торатау” геопаркын ойошторорға, уны республика әһәмиәтендәге “Торатау”, “Йөрәктау” тәбиғәт ҡомартҡылары һәм башҡа объекттар составына индерергә ҡушылды.
Быға тиклем килеп тыуған хәл ысын мәғәнәһендә бик ҡатмарлы ине. Стәрлетамаҡ ҡалаһының төп предприятиеһы булған “Башҡортостан сода компанияһы”, шулай уҡ уның менән бәйле башҡа предприятиеларҙа ғына ла бөгөн 18 меңдән ашыу кеше эшләй. Сеймал килеүҙән туҡтаһа, ун меңдән ашыу ғаиләнең төп килем сығанағынан мәхрүм ҡалыуы ихтимал. Быларҙан тыш, килем алған предприятиеның дивидендтар, һалымдар түләүен дә онотмаҫҡа кәрәк. Ҡыҫҡаһы, ҡаланы ҡала иткән “Сода” эшмәкәрлеге зыян күрһә, Стәрлетамаҡҡа бөгөнгө заман шарттарында йәшәүе бик ауырға төшәсәк. Рәсәйҙә бындай күңелһеҙ миҫал булған моно-ҡалалар ҙа, ҡасандыр гөрләп торған ҙурыраҡтары ла етерлек.
Торатау тәбиғи генә түгел, тарихи ҡомартҡы булараҡ та халҡыбыҙҙа изге урын һанала. Эйе, “Сода”ға Ҡуштауҙы бирергә ҡарар итеү бик еңелдән түгел. Шунан һуң, сеймал булараҡ тапшырҙың да аҡтара ла башланылар тигән һүҙ түгел. Иң тәүҙә геология тикшеренеүе барасаҡ, планлы рәүештә саралар ҡараласаҡ, Шахтауҙа эш тамамланғас, рекультивация үткәреләсәк. Белгестәр фекеренсә, Шахтауҙа әле кәм тигәндә биш йылға етерлек сеймал бар. Ошо ваҡыт Ҡуштауҙа эш башларға әҙерлек алып барыу өсөн дә, Шахтауҙа рекультивация эшенә саралар планлаштырыуға ла етә. Әйткәндәй, Шахтау урынында парк, һыу ятҡылығы булдырыу, музей ойоштороу, ял итеү зонаһы ойоштороу ҙа күҙаллана.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рәйеф Әбдрәхимов әйтеүенсә, “Торатау” геопаркын ойоштороу буйынса Указды тормошҡа ашырыу эҙмә-эҙлекле алып барыласаҡ.
Башҡортостан Фәндәр академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһының федераль тикшеренеү үҙәге менән берлектә “Торатау” геопаркын ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индереү буйынса саралар планы төҙөләсәк. “Конгресс-холл” дәүләт бюджет учреждениеһы атамаһын “Торатау конгресс-холы” дәүләт бюджет учреждениеһы итеп үҙгәртергә ҡарар ителде. Башҡортостан Хөкүмәтенә уларҙы тормошҡа ашырыуға бәйле сығымдарҙы финанслау күләме менән сығанаҡтарын билдәләү бурысы йөкмәтелде.
Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Илшат ТАЖЕТДИНОВ:
— “Янғантау” геопаркы менән бер рәттән республикала икенсе геопарк буласаҡ. Бының маҡсаты билдәле — ЮНЕСКО аша шихандарҙы барлыҡ донъяға танытыу. Ошондай туристик-рекреация зоналарының республика үҫешенә лә йоғонтоһо ҙур буласаҡ, туризмға, эшҡыуарлыҡҡа киң мөмкинлектәр асыласаҡ. Стәрлетамаҡ, Ишембай районында сәнәғәт инфраструктураһының һәм эш урындарының һаҡланып ҡалыуы ла мөһим.
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев:
– Парламент депутаттары нисә йыл инде тәрән борсолоп, шихандарға бәйле ваҡиғаларҙы күҙәтә. Торатау берәүҙең дә шәхси мөлкәте була алмай. Ул – үҙенсәлекле геологик тәбиғәт ҡомартҡыһы ғына түгел, ҙур мәҙәни һәм тарихи ҡиммәтте тәшкил иткән биләмәләрҙең береһе, шуға күрә уны шәхси ҡулдарға тапшырмайынса, иң юғары һаҡлау статусы бирергә кәрәк. Указды Ҡоролтай һис шикһеҙ хуплай. Ошоноң менән оҙайлы бәхәскә, ниһайәт, нөктә ҡуйылыр, тауҙарыбыҙ киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалыныр, тип ышанам.
Данир ҒӘЙНУЛЛИН, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:
— Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан ошондай проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа етди тәжрибә тупланы. Быға миҫал итеп ЮНЕСКО объекттарына “Шүлгәнташ” һәм “Янғантау” геопарктарын тәҡдим итеү эше барышын да алырға мөмкин. Торатау иһә ҙур мәҙәни һәм тарихи мәғәнәгә эйә, һәр башҡорт өсөн изге урын. Үҙенең ҡарары менән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров БСК һәм башҡа сәнәғәтселәргә тәбиғәткә килем алыу сығанағы итеп кенә ҡарарға ярамағанына ишараланы. Шихандарҙы юҡ иткәнсе, етештереүсәнлекте ғәмәлдәге сеймалға яраҡлаштырып яңыртырға һәм транспорт логистикаһын төплө уйларға кәрәк, тине.