Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәүефһеҙ ҙә, сифатлы ла булһын
Хәүефһеҙ ҙә, сифатлы ла булһынӨфө ҡалаһы буйлап эш сәфәре барышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Затон биҫтәһендәге Спорт әҙерлеге үҙәге төҙөлөшөндә булды.

Үҙәктең дөйөм майҙаны – 37 мең квадрат метрҙан ашыу. Ул 8,5 мең квадрат метрлыҡ спорт-демонстрация комплексын, 13,7 мең квадрат метрлыҡ йөҙөү бассейндары зона­һын, шулай уҡ табип-аяҡҡа баҫты­рыу үҙәген, кафе һәм ҡунаҡхананы үҙ эсенә аласаҡ. Комплекс төрлө кимәлдәге ярыштарҙы ҡабул итеү, паралимпия спортсы­ларының, фехтование, теннис, көрәш, бокс, еңел атлетика кеүек спорт төрҙәре буйынса Рәсәйҙең йыйылма командаларының күнекмәләрен үткәреү мөмкинлеген бирәсәк.
– Объект даими контролгә алына, шуға күрә бында йыш киләсәкбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Киләһе йыл Халыҡ-ара балалар уйындары үткәрелә. Үҙәк тулы көскә эшләргә тейеш. Яуаплылыҡ бик ҙур, шуға күрә тиҙлекте кәметергә ярамай. Барыһы ла ышаныслы булһын өсөн, сифатҡа иғтибарҙы арттырырға кәрәк.

* * *

Хәүефһеҙ ҙә, сифатлы ла булһынБаш ҡала буйлап эш сәфә­рендә төбәк етәксеһе шулай уҡ Тимашев тимер юлы аша үткән ерҙәге юл айырсаһы төҙөлөшөн тикшерҙе.

Объект өфөләрҙең күп һанлы мөрәжәғәттәренән һуң 2016 йылда һалына башлағайны. Ике һыҙатлы юлдың оҙонлоғо 161 метр тәшкил итә. Күпергә илткән юлды иҫәпкә алғанда, участканың дөйөм оҙон­лоғо – бер километр. Проектта шулай уҡ тротуар һалыу, шау-шыуҙан һаҡлаған экран һәм локаль таҙартыу ҡоролмаларын сафҡа индереү ҡарала.
Төҙөлөштөң дөйөм хаҡы бер миллиард һум самаһы буласаҡ. Ошо аҡсаның яртыһы Башҡортостандағы Айырым маҡсатлы социаль программалар фондынан бүленә, икенсе яртыһын заказсы – Өфө хаки­миәте тәьмин итергә тейеш. Әммә әле ҡала ҡаҙнаһынан аҡса килмәгән. Был объектты сафҡа индереү ваҡытын хәүеф аҫтына ҡуя. Ошоға бәйле Айырым маҡ­сатлы социаль программалар фондынан тағы ла 200 миллион һум күсерергә ҡарар ителде.
– Республика яртыһын финанс­ланы, йөкләмәне үтәне. Ҡайҙа һеҙҙең 500 миллион һумығыҙ? – тип мөрәжәғәт итте Рөстәм Хәмитов ҡала хакимиәте вәкилдәренә. – Өҫтәмә бүленгән 200 миллион һум башҡа республика объекттары өсөн тәғәйенләнә ине. Беҙҙә бер генә юл айырсаһы тип уйлайһығыҙмы? Республика буйынса меңгә яҡын объект төҙөлә, шуларҙың иң ҙурҙары ғына ла – 450. Ҡала ҙур, финанс сығанағы эҙләгеҙ, аҡса эшләгеҙ.
Республика Башлығы подрядсылар менән эшселәргә хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләү, эште тамамлау сроктары хаҡында һөйләште.

* * *

Хәүефһеҙ ҙә, сифатлы ла булһынСәфәр барышында Рөстәм Хәмитов Ағиҙел йылғаһы аша иҫке күперҙе реконструкциялау барышын ҡараны. Подрядсылар әйтеүенсә, объектта эш тәүлек әйләнәһенә бара, уны июль аҙағына тамамлау күҙаллана.

Рөстәм Хәмитов күперҙе файҙа­ланыуға тапшырғандан һуң, уны ту­лыһынса тикшереп, хеҙмәт итеү ва­ҡытын арттырыуға йүнәл­телгән өҫ­тәмә эштәрҙе башҡарыу зарурлы­ғын билдәләне. Улар иҫә­бенә та­яу­ҙарҙы, конструк­цияларҙы корро­зияға ҡаршы эшкәртеү, күпергә баҫымды кәметеү өсөн суйын янда­уырҙарҙы еңелерәккә алмаштырыу инә.
– Кешеләрҙә күпер ныҡ иҫкергән, унан йәйәүлеләр генә йөрөй ала тигән фекер бар, – тине республика Башлығы. – Эште сифатлы баш­ҡарһағыҙ, унан транспорт та йөрөй ала. Ике йылға түгел, кәмендә өс-биш йылға гарантия булырға тейеш.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, объектты сафҡа индереү ваҡыты оҙаҡҡа һуҙылмаһын өсөн, таяуҙарҙы реконструкциялау менән бер рәттән, асфальт япмаһын да ремонтларға кәрәк. Башҡортостан етәксеһе Ағи­ҙел күперен хеҙмәтләндергән ойош­маның насар эшләүен дә билдәләне.


Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 147

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 2 929

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 392

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 078

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 435

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 283

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 263

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 412

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 139

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 368

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алдылар

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алдылар 25.03.2019 // Яңылыҡтар

Бөгөн Өфөгә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе, Рәсәй Президенты...

Тотош уҡырға 1 158

Нимә ул газон?

Нимә ул газон? 25.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика парламенты депутаттары газондарҙа, сәскәлектәрҙә, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында...

Тотош уҡырға 1 127