Өфө ҡалаһы буйлап эш сәфәре барышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Затон биҫтәһендәге Спорт әҙерлеге үҙәге төҙөлөшөндә булды. Үҙәктең дөйөм майҙаны – 37 мең квадрат метрҙан ашыу. Ул 8,5 мең квадрат метрлыҡ спорт-демонстрация комплексын, 13,7 мең квадрат метрлыҡ йөҙөү бассейндары зонаһын, шулай уҡ табип-аяҡҡа баҫтырыу үҙәген, кафе һәм ҡунаҡхананы үҙ эсенә аласаҡ. Комплекс төрлө кимәлдәге ярыштарҙы ҡабул итеү, паралимпия спортсыларының, фехтование, теннис, көрәш, бокс, еңел атлетика кеүек спорт төрҙәре буйынса Рәсәйҙең йыйылма командаларының күнекмәләрен үткәреү мөмкинлеген бирәсәк.
– Объект даими контролгә алына, шуға күрә бында йыш киләсәкбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Киләһе йыл Халыҡ-ара балалар уйындары үткәрелә. Үҙәк тулы көскә эшләргә тейеш. Яуаплылыҡ бик ҙур, шуға күрә тиҙлекте кәметергә ярамай. Барыһы ла ышаныслы булһын өсөн, сифатҡа иғтибарҙы арттырырға кәрәк.
* * *
Баш ҡала буйлап эш сәфәрендә төбәк етәксеһе шулай уҡ Тимашев тимер юлы аша үткән ерҙәге юл айырсаһы төҙөлөшөн тикшерҙе. Объект өфөләрҙең күп һанлы мөрәжәғәттәренән һуң 2016 йылда һалына башлағайны. Ике һыҙатлы юлдың оҙонлоғо 161 метр тәшкил итә. Күпергә илткән юлды иҫәпкә алғанда, участканың дөйөм оҙонлоғо – бер километр. Проектта шулай уҡ тротуар һалыу, шау-шыуҙан һаҡлаған экран һәм локаль таҙартыу ҡоролмаларын сафҡа индереү ҡарала.
Төҙөлөштөң дөйөм хаҡы бер миллиард һум самаһы буласаҡ. Ошо аҡсаның яртыһы Башҡортостандағы Айырым маҡсатлы социаль программалар фондынан бүленә, икенсе яртыһын заказсы – Өфө хакимиәте тәьмин итергә тейеш. Әммә әле ҡала ҡаҙнаһынан аҡса килмәгән. Был объектты сафҡа индереү ваҡытын хәүеф аҫтына ҡуя. Ошоға бәйле Айырым маҡсатлы социаль программалар фондынан тағы ла 200 миллион һум күсерергә ҡарар ителде.
– Республика яртыһын финансланы, йөкләмәне үтәне. Ҡайҙа һеҙҙең 500 миллион һумығыҙ? – тип мөрәжәғәт итте Рөстәм Хәмитов ҡала хакимиәте вәкилдәренә. – Өҫтәмә бүленгән 200 миллион һум башҡа республика объекттары өсөн тәғәйенләнә ине. Беҙҙә бер генә юл айырсаһы тип уйлайһығыҙмы? Республика буйынса меңгә яҡын объект төҙөлә, шуларҙың иң ҙурҙары ғына ла – 450. Ҡала ҙур, финанс сығанағы эҙләгеҙ, аҡса эшләгеҙ.
Республика Башлығы подрядсылар менән эшселәргә хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләү, эште тамамлау сроктары хаҡында һөйләште.
* * *
Сәфәр барышында Рөстәм Хәмитов Ағиҙел йылғаһы аша иҫке күперҙе реконструкциялау барышын ҡараны. Подрядсылар әйтеүенсә, объектта эш тәүлек әйләнәһенә бара, уны июль аҙағына тамамлау күҙаллана.
Рөстәм Хәмитов күперҙе файҙаланыуға тапшырғандан һуң, уны тулыһынса тикшереп, хеҙмәт итеү ваҡытын арттырыуға йүнәлтелгән өҫтәмә эштәрҙе башҡарыу зарурлығын билдәләне. Улар иҫәбенә таяуҙарҙы, конструкцияларҙы коррозияға ҡаршы эшкәртеү, күпергә баҫымды кәметеү өсөн суйын яндауырҙарҙы еңелерәккә алмаштырыу инә.
– Кешеләрҙә күпер ныҡ иҫкергән, унан йәйәүлеләр генә йөрөй ала тигән фекер бар, – тине республика Башлығы. – Эште сифатлы башҡарһағыҙ, унан транспорт та йөрөй ала. Ике йылға түгел, кәмендә өс-биш йылға гарантия булырға тейеш.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, объектты сафҡа индереү ваҡыты оҙаҡҡа һуҙылмаһын өсөн, таяуҙарҙы реконструкциялау менән бер рәттән, асфальт япмаһын да ремонтларға кәрәк. Башҡортостан етәксеһе Ағиҙел күперен хеҙмәтләндергән ойошманың насар эшләүен дә билдәләне.