Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һарауыс тергеҙә оҫтабикә
Һарауыс тергеҙә оҫтабикәМилли кейемдәр, баш кейемдәре тегеү һәм биҙәүестәр эшләү буйынса Башҡортостандың бөтә төньяҡ-көнсығышында киң танылған оҫтабикә, йәмәғәт эшмәкәре һәм “Аҡ йондоҙ” халыҡ фольклор түңәрәгенең әүҙемсеһе Мәсетле районынан Тәнзилә Ғәйнетдинова ҡыҙҙар өсөн баш кейеме – һарауыс тергеҙеү менән шөғөлләнә.

Уҙған быуат башында онотолған баш кейемен урындағы оҫтабикәләр Оло Ыҡтамаҡ ауылы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында күреп ҡала. Уны бәләкәй, кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар кейгән, шулай уҡ һарауысты ҡалпаҡты, яулыҡты күтәртеп ҡуйыу өсөн файҙаланғандар. Һарауыс, ҡалпаҡ һәм ҡушъяулыҡ төньяҡ-көнсығыш башҡорттары кейеменең үҙенсәлеге булып тора. Көньяҡ Урал райондарында маңлайса, ҡашмау киң таралған.
Ете тиҫтәне ваҡлаған педагогия хеҙмәте ветераны Тәнзилә Ғәйнетдинова хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң милли кейемдәр, алъяпҡыстар, камзулдар тегеүгә, биҙәүестәр, баш кейемдәре эшләүгә ныҡлап тотонған. Уның хеҙмәт емештәренән ауылдаштары, мәктәп уҡыусылары файҙаланып ҡыуана, башҡа яҡтарҙан да заказдар килеп тора. Ул урындағы фольклор ансамблен баштан-аяҡ “кейендергән” мәктәп уҡыусыларына милли кейемдәр бүләк иткән.
Барыһы ла алыҫта ҡалған 1969 йылда уҡытыусы булып саҡ эшкә тотонғанда башлана. Тәнзилә Мос­тафа ҡыҙы арзан хаҡҡа ғына теген машинаһы һатып ала. Шунан бирле ул күлдәктәр, ҡорама юрғандар һәм мендәр тыштары тегә.
— Ул саҡта ҡул эшенә, яратҡан шөғөлөмә ваҡыт етмәй ине – эш, ғаилә, йорт-ҡура. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ваҡытты ҡайҙа итергә белмәй, ҡул эшенә тотондом. Күлдәктәр, камзулдар тегә башланым, һуңынан уларҙы тамбурлы сигеү менән биҙәнем. Йәш саҡта өләсәйҙәрҙең мендәр тыштарына, ҡорғандарға оҫта итеп сәскә “төшөргәндәрен” күреп, һоҡланып туя алмай инем, — тип һөйләй оҫтабикә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 293

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 2 975

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 437

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 2 446

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 1 954

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 092

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 452

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 302

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 280

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 427

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 161

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 386