Милли кейемдәр, баш кейемдәре тегеү һәм биҙәүестәр эшләү буйынса Башҡортостандың бөтә төньяҡ-көнсығышында киң танылған оҫтабикә, йәмәғәт эшмәкәре һәм “Аҡ йондоҙ” халыҡ фольклор түңәрәгенең әүҙемсеһе Мәсетле районынан Тәнзилә Ғәйнетдинова ҡыҙҙар өсөн баш кейеме – һарауыс тергеҙеү менән шөғөлләнә.Уҙған быуат башында онотолған баш кейемен урындағы оҫтабикәләр Оло Ыҡтамаҡ ауылы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында күреп ҡала. Уны бәләкәй, кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар кейгән, шулай уҡ һарауысты ҡалпаҡты, яулыҡты күтәртеп ҡуйыу өсөн файҙаланғандар. Һарауыс, ҡалпаҡ һәм ҡушъяулыҡ төньяҡ-көнсығыш башҡорттары кейеменең үҙенсәлеге булып тора. Көньяҡ Урал райондарында маңлайса, ҡашмау киң таралған.
Ете тиҫтәне ваҡлаған педагогия хеҙмәте ветераны Тәнзилә Ғәйнетдинова хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң милли кейемдәр, алъяпҡыстар, камзулдар тегеүгә, биҙәүестәр, баш кейемдәре эшләүгә ныҡлап тотонған. Уның хеҙмәт емештәренән ауылдаштары, мәктәп уҡыусылары файҙаланып ҡыуана, башҡа яҡтарҙан да заказдар килеп тора. Ул урындағы фольклор ансамблен баштан-аяҡ “кейендергән” мәктәп уҡыусыларына милли кейемдәр бүләк иткән.
Барыһы ла алыҫта ҡалған 1969 йылда уҡытыусы булып саҡ эшкә тотонғанда башлана. Тәнзилә Мостафа ҡыҙы арзан хаҡҡа ғына теген машинаһы һатып ала. Шунан бирле ул күлдәктәр, ҡорама юрғандар һәм мендәр тыштары тегә.
— Ул саҡта ҡул эшенә, яратҡан шөғөлөмә ваҡыт етмәй ине – эш, ғаилә, йорт-ҡура. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ваҡытты ҡайҙа итергә белмәй, ҡул эшенә тотондом. Күлдәктәр, камзулдар тегә башланым, һуңынан уларҙы тамбурлы сигеү менән биҙәнем. Йәш саҡта өләсәйҙәрҙең мендәр тыштарына, ҡорғандарға оҫта итеп сәскә “төшөргәндәрен” күреп, һоҡланып туя алмай инем, — тип һөйләй оҫтабикә.