Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ ташҡынға әҙер
Яҙ килә, тәбиғәт уяна. Барыбыҙ ҙа көткән күңелле миҙгел етә. Шулай ҙа яҙ яҡынлашҡан һайын күңелдә ниндәйҙер хәүефле уйҙар бөрөләнә, сөнки тап ошо мәлдә йыш ҡына күңелһеҙ хәлдәргә дусар булабыҙ. Яҙғы ташҡын нисек көтөлә, уға әҙерлек нисек? “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында һүҙ шул хаҡта барҙы.


Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министр­лы­ғының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов белдереүенсә, яҙғы ташҡынды бәлә-ҡазаһыҙ үткәреү өсөн етди ойоштороу эше алып барыла. Әллә ни ҙур ташҡын көтөлмәй, сөнки яуын аҙ булды, ҡарҙағы һыу запасы нормала. Күперҙәрҙең, мал-тыуар зыяраттарының, ағыулы химик матдәләр һаҡланған келәттәрҙең, йыйылған сәнәғәт ҡалдыҡтарының һәм башҡа сығанаҡтарҙың һыу аҫтында ҡалып, тирә-яҡ мөхитте бысратыу хәүефе янамай. Шулай ҙа тынысланырға ярамай. Икенсенән, һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреп китәсәген бер кем дә әйтә алмай. Мәҫәлән, кинәт өҙлөкһөҙ ямғырҙар башланып, хәлде киҫкенләштереүе ихтимал. Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән Хоҙай.
Ялан яҡтарындағы бәләкәй һәм таулы райондарҙағы йылғаларҙа боҙ ҡатламының ҡалынлығы ҡурҡыныс тыуҙыра. Хатта ҡайһы бер сығанаҡтар бөтөнләй тиерлек туңған. Уларҙа боҙ ҡуҙғала башлау менән тығындар, шул сәбәпле көтөлмәгән бәлә-ҡаза тыуыуы ихтимал. Мәҫәлән, Белорет, Архангел, Бөрйән, Ҡариҙел, Саҡмағош райондарында шундай урындар бар, һәм улар әленән-әле үҙенең “холҡон” күрһәтеп тора. Был төбәктәрҙә халыҡты хәүеф-хәтәрҙән ҡурсалау өсөн ныҡлы әҙерлек бара. Тығындарҙы булдырмау өсөн боҙҙарҙы бысыу, торф, көл менән билдәләү эштәре планлаштырылған. Хәүеф осрағы тыуа ҡалһа, ете шартлатыу командаһы, 14 берәмек техника бөгөндән ярҙамға әҙер. Республика Башлығының махсус мөрәжәғәтенә ярашлы, Алкин ҡасабаһындағы 63494-се хәрби часть менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек ойоштороу ҡаралған. Йәнә хәүеф янаған урындарҙа автоматик гидропостар файҙаланыласаҡ.


Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 287

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 2 971

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 433

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 2 443

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 1 952

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 092

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 452

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 300

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 279

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 426

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 160

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 385