Беҙ ташҡынға әҙер03.04.2018
Яҙ килә, тәбиғәт уяна. Барыбыҙ ҙа көткән күңелле миҙгел етә. Шулай ҙа яҙ яҡынлашҡан һайын күңелдә ниндәйҙер хәүефле уйҙар бөрөләнә, сөнки тап ошо мәлдә йыш ҡына күңелһеҙ хәлдәргә дусар булабыҙ. Яҙғы ташҡын нисек көтөлә, уға әҙерлек нисек? “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында һүҙ шул хаҡта барҙы.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов белдереүенсә, яҙғы ташҡынды бәлә-ҡазаһыҙ үткәреү өсөн етди ойоштороу эше алып барыла. Әллә ни ҙур ташҡын көтөлмәй, сөнки яуын аҙ булды, ҡарҙағы һыу запасы нормала. Күперҙәрҙең, мал-тыуар зыяраттарының, ағыулы химик матдәләр һаҡланған келәттәрҙең, йыйылған сәнәғәт ҡалдыҡтарының һәм башҡа сығанаҡтарҙың һыу аҫтында ҡалып, тирә-яҡ мөхитте бысратыу хәүефе янамай. Шулай ҙа тынысланырға ярамай. Икенсенән, һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреп китәсәген бер кем дә әйтә алмай. Мәҫәлән, кинәт өҙлөкһөҙ ямғырҙар башланып, хәлде киҫкенләштереүе ихтимал. Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән Хоҙай.
Ялан яҡтарындағы бәләкәй һәм таулы райондарҙағы йылғаларҙа боҙ ҡатламының ҡалынлығы ҡурҡыныс тыуҙыра. Хатта ҡайһы бер сығанаҡтар бөтөнләй тиерлек туңған. Уларҙа боҙ ҡуҙғала башлау менән тығындар, шул сәбәпле көтөлмәгән бәлә-ҡаза тыуыуы ихтимал. Мәҫәлән, Белорет, Архангел, Бөрйән, Ҡариҙел, Саҡмағош райондарында шундай урындар бар, һәм улар әленән-әле үҙенең “холҡон” күрһәтеп тора. Был төбәктәрҙә халыҡты хәүеф-хәтәрҙән ҡурсалау өсөн ныҡлы әҙерлек бара. Тығындарҙы булдырмау өсөн боҙҙарҙы бысыу, торф, көл менән билдәләү эштәре планлаштырылған. Хәүеф осрағы тыуа ҡалһа, ете шартлатыу командаһы, 14 берәмек техника бөгөндән ярҙамға әҙер. Республика Башлығының махсус мөрәжәғәтенә ярашлы, Алкин ҡасабаһындағы 63494-се хәрби часть менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек ойоштороу ҡаралған. Йәнә хәүеф янаған урындарҙа автоматик гидропостар файҙаланыласаҡ.