Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күҙәтеүселәр ҡулында – “алтын стандарт”
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы 18 мартта уҙасаҡ Рәсәй Президенты һайлауҙары уңайынан матбуғат конференцияһы үткәрҙе.

Граждандарға яңылыҡтарҙы дөрөҫ һәм ваҡытында еткереп тороу өсөн Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы “Һайлау-2018” тигән Йәмәғәт матбуғат үҙәге булдырыуҙы хәстәрләгән. Ошондай уңышлы эш алымы 2016 йылда Рәсәй Дәүләт Думаһына депутаттар һайлағанда ла ҡулланылған. Урыны – “Башкирия” ҡунаҡхана комплексы (адресы – Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 25/29). Матбуғат үҙәге 18 мартта иртәнге 7-лә асылып, 19 мартта иртәнге 7-лә генә ябыласаҡ. Шулай уҡ һайлаусылар менән тығыҙ бәйләнеш тотоу маҡсатында Call-үҙәктең “ҡыҙыу телефон”ы ла эшләйәсәк. Ул 5 март көнө шылтыратыуҙар ҡабул итә башлар тип көтөлә, эш графигы – иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем. Улай ғына ла түгел, халыҡтан һәм йәмәғәт күҙәтеүселәренән Йәмәғәт палатаһы аппаратының (347) 280-95-43 телефонына тәүлек әйләнәһенә шылты­ратырға мөмкин, ә төрлө мәғлүмәтте [email protected] электрон почтаһынан ала алаһығыҙ.
Республикабыҙҙың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихинаның һүҙҙәренә ҡарағанда, палата эргәһендә эшсе төркөм төҙөлгән, уҡытыу ойошторолған, күсмә семинарҙар үткәргәндәр.
– Һайлау көнөндә бөтәһе ун меңдән ашыу күҙәтеүсе эшләргә теләк белдерҙе, – тип һөйләй республикабыҙҙың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Олег Галин. – Шуныһы, хеҙмәт түләүһеҙ. Әлбиттә, исемлектең үҙгәреүе бик ихтимал, хәйер, ул тәбиғи күренеш. Кемдеңдер көтмәгәндә ауырып китеүе ихтимал, икенселәр иһә уйынан кире ҡайтыусан. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, барыбер шул тиклем кешене йыйыуға өлгәшәсәкбеҙ.
Әйткәндәй, күҙәтеүселәрҙең ҡулына аҙымлап өйрәткән “алтын стандарт” инструкцияһы биреләсәк, һәр береһе эш йүнәлешен шуға ярашлы алып барасаҡ.
Башҡортостан журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков билдәләүенсә, һайлау көнөндә Йәмәғәт матбуғат үҙәге тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк, хәбәрселәргә мәғлүмәт туплау өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылырына шик юҡ.
Call-үҙәктең хеҙмәткәрҙәре “Гражданский контроль” ассоциацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе менән берлектә йәмәғәт күҙәтеүселәренә кәңәштәр бирәсәк һәм хоҡуҡи ярҙам да күрһәтәсәк.
Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Марат Рахманов иһә программа менән таныштырҙы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 274

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 2 958

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 420

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 2 428

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 1 947

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 091

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 449

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 300

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 276

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 423

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 159

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 384