Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы 18 мартта уҙасаҡ Рәсәй Президенты һайлауҙары уңайынан матбуғат конференцияһы үткәрҙе.Граждандарға яңылыҡтарҙы дөрөҫ һәм ваҡытында еткереп тороу өсөн Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы “Һайлау-2018” тигән Йәмәғәт матбуғат үҙәге булдырыуҙы хәстәрләгән. Ошондай уңышлы эш алымы 2016 йылда Рәсәй Дәүләт Думаһына депутаттар һайлағанда ла ҡулланылған. Урыны – “Башкирия” ҡунаҡхана комплексы (адресы – Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 25/29). Матбуғат үҙәге 18 мартта иртәнге 7-лә асылып, 19 мартта иртәнге 7-лә генә ябыласаҡ. Шулай уҡ һайлаусылар менән тығыҙ бәйләнеш тотоу маҡсатында Call-үҙәктең “ҡыҙыу телефон”ы ла эшләйәсәк. Ул 5 март көнө шылтыратыуҙар ҡабул итә башлар тип көтөлә, эш графигы – иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем. Улай ғына ла түгел, халыҡтан һәм йәмәғәт күҙәтеүселәренән Йәмәғәт палатаһы аппаратының (347) 280-95-43 телефонына тәүлек әйләнәһенә шылтыратырға мөмкин, ә төрлө мәғлүмәтте
[email protected] электрон почтаһынан ала алаһығыҙ.
Республикабыҙҙың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихинаның һүҙҙәренә ҡарағанда, палата эргәһендә эшсе төркөм төҙөлгән, уҡытыу ойошторолған, күсмә семинарҙар үткәргәндәр.
– Һайлау көнөндә бөтәһе ун меңдән ашыу күҙәтеүсе эшләргә теләк белдерҙе, – тип һөйләй республикабыҙҙың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Олег Галин. – Шуныһы, хеҙмәт түләүһеҙ. Әлбиттә, исемлектең үҙгәреүе бик ихтимал, хәйер, ул тәбиғи күренеш. Кемдеңдер көтмәгәндә ауырып китеүе ихтимал, икенселәр иһә уйынан кире ҡайтыусан. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, барыбер шул тиклем кешене йыйыуға өлгәшәсәкбеҙ.
Әйткәндәй, күҙәтеүселәрҙең ҡулына аҙымлап өйрәткән “алтын стандарт” инструкцияһы биреләсәк, һәр береһе эш йүнәлешен шуға ярашлы алып барасаҡ.
Башҡортостан журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков билдәләүенсә, һайлау көнөндә Йәмәғәт матбуғат үҙәге тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк, хәбәрселәргә мәғлүмәт туплау өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылырына шик юҡ.
Call-үҙәктең хеҙмәткәрҙәре “Гражданский контроль” ассоциацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе менән берлектә йәмәғәт күҙәтеүселәренә кәңәштәр бирәсәк һәм хоҡуҡи ярҙам да күрһәтәсәк.
Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Марат Рахманов иһә программа менән таныштырҙы.