Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Дача амнистияһы” тамамлана
Иртәгә шәхси торлаҡ төҙөлөшө объекттары өсөн “дача амнистияһы”ның ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамлана. Шуға күрә ошо көнгә тиклем төҙөлөшө тамамланған йортто техник план нигеҙендә генә дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйырға һәм уға милек хоҡуғын дәүләт тарафынан теркәтергә мөмкин. Техник план составына мотлаҡ тәртиптә төҙөлөшкә рөхсәт ҡағыҙы инергә тейеш. 1 марттан һуң, “дача амнистияһы” оҙайтылмаған осраҡта, хоҡуҡты рәсмиләштереү өсөн объектты сафҡа индереүгә рөхсәт алырға кәрәк буласаҡ.

Шуға иғтибарҙы йүнәлтеү шарт: әлеге срок (2018 йылдың 1 марты) шәхси торлаҡ төҙөлөшө объекттарына милек хо­ҡуғын теркәтеү өсөн билдәләнә. 2001 йылдың 30 октябренә тиклем баҡсасылыҡ, йәшелсәселек, дача хужалығы, шулай уҡ торлаҡ төҙөү һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу, баҡса, хужалыҡ ҡаралтылары, мунса, гараж һалыу өсөн бирелгән ер участкаларына хоҡуҡты рәсмиләштереүгә “дача амнистияһы” ваҡыты сикләнмәй. Тимәк, торлаҡ йортҡа хоҡуҡты ябайлаш­тырылған тәртиптә (уны сафҡа индереүгә рөхсәт алмайынса) теркәтергә теләгән кешеләргә документтарҙы иртәгәгә тиклем тапшырыу сараһын күрергә кәрәк.
Дәүләт кадастр иҫәбенә һәм хоҡуҡты дәүләт теркәүенә документтарҙы күп функциялы үҙәктәрҙең офистарында йәки “Росреестр” порталы аша электрон рәүештә тапшырырға мөмкин. Түбәндәгеләр талап ителә:
1) бер үк ваҡытта дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйыуға һәм хоҡуҡты дәүләт теркәүенә ғариза (ҡабул иткән хеҙмәткәр тарафынан тултырыла);
2) ҡануниәткә ярашлы әҙерләнгән, төҙөлөшкә рөхсәт ҡағыҙы теркәлгән техник план (кадастр инженеры тарафынан төҙөлә);
3) ергә хоҡуҡ Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрында теркәлмәһә, ер участкаһына хоҡуҡты билдәләгән документтар.
Бынан тыш, Рәсәй Һалым кодексында билдәләнгән дәүләт пошлинаһын түләргә кәрәк. Граждандар өсөн ул 350 һум тәшкил итә. Теркәү һәм иҫәпкә ҡуйыу һәр береһе айырым – ете һәм биш эш көнөндә, бергә булһа ун эш көнөндә башҡарыла. Документтар менән ғариза Күп функциялы үҙәк аша тапшырылһа, был ваҡыт тағы ла ике көнгә оҙайтыла.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 630

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 3 448

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 747

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 3 233

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 2 162

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 248

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 589

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 436

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 419

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 613

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 308

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 542