“Дача амнистияһы” тамамлана28.02.2018
Иртәгә шәхси торлаҡ төҙөлөшө объекттары өсөн “дача амнистияһы”ның ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамлана. Шуға күрә ошо көнгә тиклем төҙөлөшө тамамланған йортто техник план нигеҙендә генә дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйырға һәм уға милек хоҡуғын дәүләт тарафынан теркәтергә мөмкин. Техник план составына мотлаҡ тәртиптә төҙөлөшкә рөхсәт ҡағыҙы инергә тейеш. 1 марттан һуң, “дача амнистияһы” оҙайтылмаған осраҡта, хоҡуҡты рәсмиләштереү өсөн объектты сафҡа индереүгә рөхсәт алырға кәрәк буласаҡ.
Шуға иғтибарҙы йүнәлтеү шарт: әлеге срок (2018 йылдың 1 марты) шәхси торлаҡ төҙөлөшө объекттарына милек хоҡуғын теркәтеү өсөн билдәләнә. 2001 йылдың 30 октябренә тиклем баҡсасылыҡ, йәшелсәселек, дача хужалығы, шулай уҡ торлаҡ төҙөү һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу, баҡса, хужалыҡ ҡаралтылары, мунса, гараж һалыу өсөн бирелгән ер участкаларына хоҡуҡты рәсмиләштереүгә “дача амнистияһы” ваҡыты сикләнмәй. Тимәк, торлаҡ йортҡа хоҡуҡты ябайлаштырылған тәртиптә (уны сафҡа индереүгә рөхсәт алмайынса) теркәтергә теләгән кешеләргә документтарҙы иртәгәгә тиклем тапшырыу сараһын күрергә кәрәк.
Дәүләт кадастр иҫәбенә һәм хоҡуҡты дәүләт теркәүенә документтарҙы күп функциялы үҙәктәрҙең офистарында йәки “Росреестр” порталы аша электрон рәүештә тапшырырға мөмкин. Түбәндәгеләр талап ителә:
1) бер үк ваҡытта дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйыуға һәм хоҡуҡты дәүләт теркәүенә ғариза (ҡабул иткән хеҙмәткәр тарафынан тултырыла);
2) ҡануниәткә ярашлы әҙерләнгән, төҙөлөшкә рөхсәт ҡағыҙы теркәлгән техник план (кадастр инженеры тарафынан төҙөлә);
3) ергә хоҡуҡ Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрында теркәлмәһә, ер участкаһына хоҡуҡты билдәләгән документтар.
Бынан тыш, Рәсәй Һалым кодексында билдәләнгән дәүләт пошлинаһын түләргә кәрәк. Граждандар өсөн ул 350 һум тәшкил итә. Теркәү һәм иҫәпкә ҡуйыу һәр береһе айырым – ете һәм биш эш көнөндә, бергә булһа ун эш көнөндә башҡарыла. Документтар менән ғариза Күп функциялы үҙәк аша тапшырылһа, был ваҡыт тағы ла ике көнгә оҙайтыла.