Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ватан фәне ауыр юғалтыу кисерҙе.
Ватан фәне ауыр юғалтыу кисерҙе.2018 йылдың 3 фев­ра­лендә билдәле ғалим, талантлы ойоштороусы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр акаде­мия­һының мөхбир ағзаһы, химия фәндәре докторы, профессор Урал Булат улы Имашев 73 йәшендә вафат булды.
У.Б. Имашев 1945 йылдың 17 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Учалы ра­йо­нындағы Учалы ҡасабаһында тыуған. 1968 йыл­да Өфө нефть институтын тамамлағас, ошо уҡ уҡыу йортондағы нефть химияһы синтезы кафед­раһында башта кесе, унан һуң өлкән ғилми хеҙмәткәр ва­зи­фа­һында эшләй, танылған ғалим Д.Л. Рахман­ҡо­ловтың химия мәктә­бендә тәүге уҡыусыларҙың береһе була. 1973 йылда кандидатлыҡ, 1980 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1981 йылда Урал Булат улы Өфө нефть уни­верситетының органик химия кафедраһына етәкселек итә. Һуңыраҡ был кафедра физик һәм органик хи­мия кафедраһы итеп үҙгәртелә. Бында ул ғүме­ренең һуңғы көндәренә тиклем етәксе була. 1991—1992 йылдарҙа У.Б. Имашев Өфө дәүләт нефть техник университетында ғилми эш буйынса профессор вазифаһын башҡара. 1991 йылдан — республика Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, 1995 йылдан — мөхбир ағзаһы. 1992—1997 йылдарҙа Башҡортостан нефтте химик эшкәртеү институтына етәкселек итә. 1992 йылда республи­каның Д.И. Менделеев исемендәге химиктар союзы рәйесе итеп һайлана. 2008 йылдан “Башкирский химический журнал”дың баш мөхәррире була.
Урал Булат улы — 350-нән ашыу ғилми хеҙмәт һәм 75 патент авторы. Уның фәнни-ғәмәли эшмә­кәрлек емештәре сәнәғәт етештереүенә индерелгән. Уның тарафынан өр-яңы ысулдар файҙаланып, мазутты эшкәртеүҙең ғилми нигеҙҙәре һәм технологияһы ғәмәлгә индерелде.
Ватан фәнен үҫтереүҙә, нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте өсөн юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүгә тос өлөш индергәне өсөн У.Б. Имашев Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, БАССР Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнә, “Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Күренекле ғалим, фәнде ойоштороусы, талантлы етәксе, итәғәтле һәм һоҡланғыс шәхес Урал Булат улы Имашев хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Р.З. ХӘМИТОВ, К.Б. ТОЛКАЧЕВ, Р.Х. МӘРҘӘНОВ, В.А. НАГОРНЫЙ, С.Т. СӘҒИТОВ, Г.Р. ШАФИҠОВА, Ә.С. ҒАЯЗОВ, Ф.Ф. ДӘҮЛӘТГӘРӘЕВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 339

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 3 029

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 495

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 2 610

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 1 982

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 103

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 460

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 312

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 287

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 453

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 178

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 401