2018 йылдың 3 февралендә билдәле ғалим, талантлы ойоштороусы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, химия фәндәре докторы, профессор Урал Булат улы Имашев 73 йәшендә вафат булды. У.Б. Имашев 1945 йылдың 17 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Учалы районындағы Учалы ҡасабаһында тыуған. 1968 йылда Өфө нефть институтын тамамлағас, ошо уҡ уҡыу йортондағы нефть химияһы синтезы кафедраһында башта кесе, унан һуң өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһында эшләй, танылған ғалим Д.Л. Рахманҡоловтың химия мәктәбендә тәүге уҡыусыларҙың береһе була. 1973 йылда кандидатлыҡ, 1980 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1981 йылда Урал Булат улы Өфө нефть университетының органик химия кафедраһына етәкселек итә. Һуңыраҡ был кафедра физик һәм органик химия кафедраһы итеп үҙгәртелә. Бында ул ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем етәксе була. 1991—1992 йылдарҙа У.Б. Имашев Өфө дәүләт нефть техник университетында ғилми эш буйынса профессор вазифаһын башҡара. 1991 йылдан — республика Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, 1995 йылдан — мөхбир ағзаһы. 1992—1997 йылдарҙа Башҡортостан нефтте химик эшкәртеү институтына етәкселек итә. 1992 йылда республиканың Д.И. Менделеев исемендәге химиктар союзы рәйесе итеп һайлана. 2008 йылдан “Башкирский химический журнал”дың баш мөхәррире була.
Урал Булат улы — 350-нән ашыу ғилми хеҙмәт һәм 75 патент авторы. Уның фәнни-ғәмәли эшмәкәрлек емештәре сәнәғәт етештереүенә индерелгән. Уның тарафынан өр-яңы ысулдар файҙаланып, мазутты эшкәртеүҙең ғилми нигеҙҙәре һәм технологияһы ғәмәлгә индерелде.
Ватан фәнен үҫтереүҙә, нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте өсөн юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүгә тос өлөш индергәне өсөн У.Б. Имашев Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, БАССР Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнә, “Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Күренекле ғалим, фәнде ойоштороусы, талантлы етәксе, итәғәтле һәм һоҡланғыс шәхес Урал Булат улы Имашев хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Р.З. ХӘМИТОВ, К.Б. ТОЛКАЧЕВ, Р.Х. МӘРҘӘНОВ, В.А. НАГОРНЫЙ, С.Т. СӘҒИТОВ, Г.Р. ШАФИҠОВА, Ә.С. ҒАЯЗОВ, Ф.Ф. ДӘҮЛӘТГӘРӘЕВ.