Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыуған яҡҡа ҡайттылар…
Тыуған яҡҡа ҡайттылар…Өфөнөң Еңеү паркындағы Мәңгелек ут янында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған дүрт ҡыҙылармеец – Павел Сухих, Сәйфетдин Хөсәйенов, Егор Лаптев һәм Семен Третьяков менән бәхилләштеләр. Павел Андреевич менән Сәйфетдин Хөснөтдин улының һөйәктәрен тыуған яғында ерләү өсөн Төньяҡ-көнбайыш федераль округындағы Хәрби-тарихи үҙәктең “Өйгә табан юл” проекты нигеҙендә килтерҙеләр.

– Көйөргәҙе районында тыуып үҫкән, 170-се уҡсылар дивизияһының 391-се полкы яугире Павел Андреевич Сухих 1941 йылдың 6 июлендә Псков өлкәһенең Заситин ауылы эргәһендә һәләк була. Уны 2017 йылдың 28 октяб­рендә Псков өлкәһенең “Онотол­ған батальон” эҙәрмәндәр отряды таба. Ишембай районының Маҡар ауылында тыуған Сәйфетдин Хөснөт­дин улы Хөсәйенов иһә 1941 йыл аҙағында Смоленск өлкәһенең Ельня ҡала­һы янында барған һуғышта хәбәр­һеҙ юғала. Уның яҙмышы быйыл ноябр­ҙә генә асыҡлана. Смоленск өлкә­һенең “Гвардеец” эҙәрмәндәр отряды ҡыҙыларме­ецтың һөйәктәрен таба, медальоны буйынса шәхесен билдәләй, – тине “Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте” ойошмаһының Башҡорт­остан­дағы төбәк бүлексәһе етәксеһе Владимир Волков.
Шулай уҡ Шаран районы яугирҙәре, 145-се айырым уҡсылар бригадаһында хеҙмәт иткән кесе сержанттар Егор Георгиевич Лаптев менән Семен Афанасьевич Третьяков та тыуған яғына әйләнеп ҡайтты. Улар 1942 йылдың 9 майында Новгород өлкәһендәге Иҫке Рамушев ауылы янында һәләк булған. Һөйәктәрен быйыл сентябрҙә Киров ҡалаһының “Фронт” отряды эҙәрмән­дәре таба. Ирекмәндәр 1942 йылдың 23 декабрендә Тверь өлкәһендә хәбәр­һеҙ юғалған һәм быйыл яҙ Кировтағы “Гвардеец” отряды тарафынан табыл­ған Дмитрий Емельянович Меньшиков­тың да медальонынан алынған ҡу­шым­таны килтерә.
Һалдаттарҙы һуңғы юлға оҙатырға туғандары, Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев, эҙәрмәндәр, республика хәрби комиссариаты, Өфө хаки­миәте, ветеран ойошмалары вәкил­дәре, уҡыусылар, йәштәр килгәйне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 293

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 2 975

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 437

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 2 446

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 1 954

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 092

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 452

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 302

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 280

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 427

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 161

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 386