Өфөнөң Еңеү паркындағы Мәңгелек ут янында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған дүрт ҡыҙылармеец – Павел Сухих, Сәйфетдин Хөсәйенов, Егор Лаптев һәм Семен Третьяков менән бәхилләштеләр. Павел Андреевич менән Сәйфетдин Хөснөтдин улының һөйәктәрен тыуған яғында ерләү өсөн Төньяҡ-көнбайыш федераль округындағы Хәрби-тарихи үҙәктең “Өйгә табан юл” проекты нигеҙендә килтерҙеләр. – Көйөргәҙе районында тыуып үҫкән, 170-се уҡсылар дивизияһының 391-се полкы яугире Павел Андреевич Сухих 1941 йылдың 6 июлендә Псков өлкәһенең Заситин ауылы эргәһендә һәләк була. Уны 2017 йылдың 28 октябрендә Псков өлкәһенең “Онотолған батальон” эҙәрмәндәр отряды таба. Ишембай районының Маҡар ауылында тыуған Сәйфетдин Хөснөтдин улы Хөсәйенов иһә 1941 йыл аҙағында Смоленск өлкәһенең Ельня ҡалаһы янында барған һуғышта хәбәрһеҙ юғала. Уның яҙмышы быйыл ноябрҙә генә асыҡлана. Смоленск өлкәһенең “Гвардеец” эҙәрмәндәр отряды ҡыҙылармеецтың һөйәктәрен таба, медальоны буйынса шәхесен билдәләй, – тине “Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте” ойошмаһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе етәксеһе Владимир Волков.
Шулай уҡ Шаран районы яугирҙәре, 145-се айырым уҡсылар бригадаһында хеҙмәт иткән кесе сержанттар Егор Георгиевич Лаптев менән Семен Афанасьевич Третьяков та тыуған яғына әйләнеп ҡайтты. Улар 1942 йылдың 9 майында Новгород өлкәһендәге Иҫке Рамушев ауылы янында һәләк булған. Һөйәктәрен быйыл сентябрҙә Киров ҡалаһының “Фронт” отряды эҙәрмәндәре таба. Ирекмәндәр 1942 йылдың 23 декабрендә Тверь өлкәһендә хәбәрһеҙ юғалған һәм быйыл яҙ Кировтағы “Гвардеец” отряды тарафынан табылған Дмитрий Емельянович Меньшиковтың да медальонынан алынған ҡушымтаны килтерә.
Һалдаттарҙы һуңғы юлға оҙатырға туғандары, Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев, эҙәрмәндәр, республика хәрби комиссариаты, Өфө хакимиәте, ветеран ойошмалары вәкилдәре, уҡыусылар, йәштәр килгәйне.