Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Юл ҡыҫҡарта”мы, ғүмерҙе ҡыҫҡартамы?
“Юл ҡыҫҡарта”мы, ғүмерҙе ҡыҫҡартамы?Өфөнөң “Гастелло” стадионы һәм “Спорт” станцияһы араһында бер егет поезд аҫтында ҡалып һәләк булған. Ул тимер юлы аша сығып барған. Фажиғәнең сәбәбе ҡолаҡсын (наушники) кейеп, музыка тыңлау тип фаразлайҙар. Үкенескә ҡаршы, ваҡиғалар республикала тәүгә түгел, ә Рәсәй кимәлендә дөйөм автотранспорт һәм поезд юлдары хаҡында һүҙ йөрөткәндә, вафат булғандарҙың һаны йыл һайын йөҙҙән артып китә.
Тәбиғи, музыканы ҡолаҡсын ярҙамында башлыса йәштәр тыңлай. Шуға һәләк булғандарҙың күбеһе 30 йәшкә лә етмәгән булып сыға. Ғүмерҙәрҙең ошолай мәғәнәһеҙ рәүешле өҙөлөүе үкенесле, әлбиттә. Ҡолаҡсын кейеп йөрөгәндәр бигерәк тә ҙур ҡалаларҙа үҙҙәрен дә, башҡаларҙы ла хәүеф аҫтына ҡуя. Ишетмәгәс – иғтибар кәмей, тирә-яҡта барған хәрәкәтте тейешенсә баһалай алмайһың. Артыңдан килеп төрттөрөүҙәре лә, ҡабырғанан ҡаза килтереүҙәре лә ихтимал. Юлда китеп барған автомобиль тайып китеп йә иһә башҡа берәй сәбәптән ситкә тайпылып өҫтөңә килеп менеүе бер ни тормай. Шул мәлдә фажиғәнән күрә белеү һәләте генә түгел, ишетеү ҙә ҡотҡара ала.
Йәштәрҙең йыр-моң тыңлай белмәүе арҡаһында бәләгә тарыуы бер ҡолаҡсындарға ғына ҡайтып ҡалмай. Ҡап-ҡара быялалы автомобилдә музыка аҡыртып ҡыуып йөрөгән егеттәрҙе аҙ күрмәйбеҙ. Әйткәндәй, рулдә музыка тыңлау ҙа хәүефһеҙ­леккә ҡурҡыныс менән янай тип фекер йөрөтә ҡайһы бер белгестәр.
Ҡолаҡсындар урамда йөрөгәндә хәүефле генә түгел, организм өсөн зарарлы ла. Ҡолаҡсын тапшырырлыҡ тауыш көсөнөң 60 процентын ғына ҡулланырға һәм бер сәғәт музыка тыңлағандан һуң ҡолаҡтарҙы был гаджеттан ял иттереп алырға кәңәш ителә.
Ишетә тороп, һаңғырау булмаһаҡ ине…

Ирек ҠУНАФИН:
– Мин элегерәк урамда йөрөгәндә йырҙы ҡолаҡсын аша тыңлай торғайным. Хәҙер кеше өндәшһә ишетмәй ҡалырмын йә иһә машина күбәйҙе бит, өҫкә килеп менерҙәр тип хәүефләнәм. Уның ҡарауы, музыканы автомобилдә тыңларға яратам, тауышты кәйефкә һәм мәленә ҡарап төрлө кимәлдә көсәйтәм.
Гөлназ ИШДӘҮЛӘТОВА:
– Һирәк осраҡта ғына шулай тыңлайым. Эйе, хәүеф бар, ләкин мин бит ҡысҡыртып тыңламайым, юлды сыҡҡан саҡта бөтөнләй алып ҡуям. Бәлә-ҡазанан һаҡланыу кәрәк.
Эльдар МӘҠСҮТОВ:
– Дөрөҫөн әйткәндә, урамда яңғыҙым һирәк йөрөйөм. Гел кем менәндер юлдаш булырға тура килә. Шуға ҡолаҡсын проблемаһы миңә ҡағылмай тиһәң дә мөмкин. Сөнки музыка тыңлап барғас, нисек йәнәшәңдәге кешене ишетәһең?
Светлана СЕРБСКАЯ:
– Урамда йыш ҡына музыка тыңлайым, шуға ҡолаҡсындар һәр саҡ янымда. Уйлай китһәк, бөтә донъяла был ысул менән әллә күпме кеше “юл ҡыҫҡарта” бит. Ә хәүефһеҙлеккә килгәндә, өҫтөңә менеп килгән поезды күрмәү өсөн, мәҫәлән, “һаңғырау” ғына түгел, һуҡыр ҙа булырға кәрәктер, минеңсә. Һәр хәлдә, ҡолаҡсындағы музыка бөтә иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә тип уйламайым.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 633

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 3 453

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 748

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 3 234

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 2 163

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 249

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 591

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 440

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 419

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 614

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 311

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 544