Өфөнөң “Гастелло” стадионы һәм “Спорт” станцияһы араһында бер егет поезд аҫтында ҡалып һәләк булған. Ул тимер юлы аша сығып барған. Фажиғәнең сәбәбе ҡолаҡсын (наушники) кейеп, музыка тыңлау тип фаразлайҙар. Үкенескә ҡаршы, ваҡиғалар республикала тәүгә түгел, ә Рәсәй кимәлендә дөйөм автотранспорт һәм поезд юлдары хаҡында һүҙ йөрөткәндә, вафат булғандарҙың һаны йыл һайын йөҙҙән артып китә.Тәбиғи, музыканы ҡолаҡсын ярҙамында башлыса йәштәр тыңлай. Шуға һәләк булғандарҙың күбеһе 30 йәшкә лә етмәгән булып сыға. Ғүмерҙәрҙең ошолай мәғәнәһеҙ рәүешле өҙөлөүе үкенесле, әлбиттә. Ҡолаҡсын кейеп йөрөгәндәр бигерәк тә ҙур ҡалаларҙа үҙҙәрен дә, башҡаларҙы ла хәүеф аҫтына ҡуя. Ишетмәгәс – иғтибар кәмей, тирә-яҡта барған хәрәкәтте тейешенсә баһалай алмайһың. Артыңдан килеп төрттөрөүҙәре лә, ҡабырғанан ҡаза килтереүҙәре лә ихтимал. Юлда китеп барған автомобиль тайып китеп йә иһә башҡа берәй сәбәптән ситкә тайпылып өҫтөңә килеп менеүе бер ни тормай. Шул мәлдә фажиғәнән күрә белеү һәләте генә түгел, ишетеү ҙә ҡотҡара ала.
Йәштәрҙең йыр-моң тыңлай белмәүе арҡаһында бәләгә тарыуы бер ҡолаҡсындарға ғына ҡайтып ҡалмай. Ҡап-ҡара быялалы автомобилдә музыка аҡыртып ҡыуып йөрөгән егеттәрҙе аҙ күрмәйбеҙ. Әйткәндәй, рулдә музыка тыңлау ҙа хәүефһеҙлеккә ҡурҡыныс менән янай тип фекер йөрөтә ҡайһы бер белгестәр.
Ҡолаҡсындар урамда йөрөгәндә хәүефле генә түгел, организм өсөн зарарлы ла. Ҡолаҡсын тапшырырлыҡ тауыш көсөнөң 60 процентын ғына ҡулланырға һәм бер сәғәт музыка тыңлағандан һуң ҡолаҡтарҙы был гаджеттан ял иттереп алырға кәңәш ителә.
Ишетә тороп, һаңғырау булмаһаҡ ине…
Ирек ҠУНАФИН:
– Мин элегерәк урамда йөрөгәндә йырҙы ҡолаҡсын аша тыңлай торғайным. Хәҙер кеше өндәшһә ишетмәй ҡалырмын йә иһә машина күбәйҙе бит, өҫкә килеп менерҙәр тип хәүефләнәм. Уның ҡарауы, музыканы автомобилдә тыңларға яратам, тауышты кәйефкә һәм мәленә ҡарап төрлө кимәлдә көсәйтәм.
Гөлназ ИШДӘҮЛӘТОВА:
– Һирәк осраҡта ғына шулай тыңлайым. Эйе, хәүеф бар, ләкин мин бит ҡысҡыртып тыңламайым, юлды сыҡҡан саҡта бөтөнләй алып ҡуям. Бәлә-ҡазанан һаҡланыу кәрәк.
Эльдар МӘҠСҮТОВ:
– Дөрөҫөн әйткәндә, урамда яңғыҙым һирәк йөрөйөм. Гел кем менәндер юлдаш булырға тура килә. Шуға ҡолаҡсын проблемаһы миңә ҡағылмай тиһәң дә мөмкин. Сөнки музыка тыңлап барғас, нисек йәнәшәңдәге кешене ишетәһең?
Светлана СЕРБСКАЯ:
– Урамда йыш ҡына музыка тыңлайым, шуға ҡолаҡсындар һәр саҡ янымда. Уйлай китһәк, бөтә донъяла был ысул менән әллә күпме кеше “юл ҡыҫҡарта” бит. Ә хәүефһеҙлеккә килгәндә, өҫтөңә менеп килгән поезды күрмәү өсөн, мәҫәлән, “һаңғырау” ғына түгел, һуҡыр ҙа булырға кәрәктер, минеңсә. Һәр хәлдә, ҡолаҡсындағы музыка бөтә иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә тип уйламайым.