Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иң яҡшы рәссамды үҙең билдәлә
1 июндән “Башҡортостандың яратҡан рәссамдары” конкурсы старт ала. Дәғүәселәр өсөн һәр кем онлайн режимда тауыш бирә ала. “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында һүҙ ошо хаҡта барҙы.
Рәссамдарҙың ижад емештәре менән “Башҡорт­остандың яратҡан рәссамдары” сайтында танышырға мөмкин. Ошонда уҡ тауыш биреү ҙә ҡаралған. Проекттың маҡсаты – башҡорт рәссамдарының ижадын бөтә илгә популярлаштырыу. Ойоштороусылар әйтеүенсә, конкурс масштаблы булмаҡсы.
– Конкурста махсус белеме булмаған, профессионал һәм һәләтле рәссамдар ҡатнаша ала. Ижад емештәре өс номинацияла билдәләнәсәк: “Мастер” (профессионал рәссамдар), “Перфоманс”
– (неформаль йүнәлешен үҙ иткәндәр) һәм “Һәләтле рәссам” (махсус белеме булмағандар), – ти конкурстың авторы Наил Мәхмүтов.
Белеүебеҙсә, өлкән йәштәгеләр Интернет даирәһендә һай йөҙә, ҡайһы берәүҙәр уның менән хатта бөтөнләй ҡулланмай. Ойоштороусылар быны ла иҫәпкә алған. Ярҙамға студенттар йәлеп ителгән. Отряд командиры Ирина Сухарева әйтеүенсә, улар рәссамдарға эштәрен Интернетҡа ҡуйырға ярҙам итергә әҙер.
Проект алты ай дауам итәсәк. Еңеүселәр тауыштар һаны һәм эксперт советы фекере нигеҙендә билдәләнәсәк. Эштәрҙе М. Аҡ­мулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультеты деканы Тәлғәт Мөсәлимов, З. Ис­мәғилев исемендәге Сәнғәт академия­һының художество-графика факультеты деканы Әмир Мәзитов, М. Нестеров исемендәге музей директоры Айрат Тереғолов, “Рампа” журналының баш мөхәррире Игорь Тонконогий, Башҡортостандың Рәссамдар союзы рәйесе Хәтип Фазылов, “Аҡ ҡоҙғон” клубы президенты Эльшад Теләшев баһалаясаҡ. Конкурстың аҙағында иң яҡшы 50 рәссам һайлап алынасаҡ. Улар тураһында китап баҫыу күҙаллана.
Наил Мәхмүтов әйтеүенсә, рәссамға арналған иң яҡшы комментарий, пост, мәҡәлә, клип, йыр авторҙары ла махсус бүләк менән баһаланасаҡ. Яратҡан рәссамығыҙ өсөн тауыш бирергә ашығығыҙ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 335

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 3 024

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 489

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 2 602

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 1 979

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 103

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 459

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 312

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 287

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 452

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 176

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 399