Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бергәләгән эш ырамлы
Бергәләгән эш ырамлыБашҡортостан Хөкүмәте йортонда төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов Фән буйынса советтың сираттағы ултырышын үткәрҙе. Сара әле Өфөлә барған Рәсәйҙең нефть-газ химияһы форумы сиктәрендә ойошторолоп, төбәктең нефть-химия комплексын үҫтереү мәсьәләләренә арналды. Ултырышта форум ҡунаҡтары, юғары уҡыу йорттары ректорҙары, нефть һәм химия өлкәһендә эшләгән ойошмалар һәм ошо йүнәлеште өйрәнгән институт вәкилдәре ҡатнашты.
– Бөгөн Европа, Америка һәм Ҡытайҙа нефть һәм газ химияһы тармағы әүҙем үҫешә. Ә Рәсәйҙең нефть һәм газ етештергән төбәк­тәрендә уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан алып техник үҫеш туҡталды тип әйтһәң дә була. Һөҙөмтәлә дөйөм конкурентлыҡ һәләтенең кәмеүе күҙәтелә, – тине республика етәксеһе. – Сәбәптәре билдәле – инновация әүҙемлеге түбән, ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конс­трукторлыҡ эштәренә инвестициялар етешмәй, яңылыҡтар индереү һүл­пән бара, компаниялар етәкселеге ҡыҙыҡһыныу белдермәй.
Башҡортостанда “Газпром нефтехим Салауат”, “Полиэф”, “Синтез-Каучук”, “Өфөоргсинтез” кеүек киң билдәле предприятиеларҙы үҙ эсенә алған илдәге иң ҙур нефть-газ химия­һы комплекстарының береһе уңыш­лы үҫешә, тип билдәләне төбәк Башлығы. Конкурентлыҡ һәләтен арттырыу өсөн ошо производство­ларҙы, уларҙың сәнәғәт ҡеүәтен берләштереүгә йүнәлеш алынған. 2012 йылда уҡ бәләкәй тоннажлы нефть химияһы, нефть-газ инжинирингы, төҙөлөш-монтаж, нефть-газ машиналары эшләү, радиоэлектроника, геофизика кластерҙарын берләштергән территориаль нефть химияһы кластеры булдырылды.
– Ошо кооперацияның һөҙөмтәлә­ре бар. Мәҫәлән, предприятие­ла­рыбыҙ яңы материалдар етештереү буйынса иң алдынғы технологиялар­ҙы үҙләштерә, яңыларын булдыра. Атап әйткәндә, ҡатламды һыу ярҙамында емереү өсөн ҡоролма төҙөү көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Хәҙер был бик мөһим тема, – тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. – Ишембай махсуслаштырылған химик катализа­торҙар заводының юғары сифатлы продукцияһына ихтыяж арта. Күмәк көс менән ошо предприя­тиеның етештереүсәнлеген 70-80 процентҡа еткерә алдыҡ.
Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, һуңғы йылдарҙа этилбензол, стирол, винилхлорид, акрил кислотаһы, полипропилен, этиленпропилен каучук етештереү ҡеүәте артты. Шуның менән бергә әлегә тиклем тәбиғи газды эшкәртеүҙең яңы технологияларын әҙерләү һәм ҡулланыу йәһәте­нән артта ҡалыу күҙәтелә.
– Инновация инфраструктураһын нығытыу өсөн дәүләт-шәхси партнер­лыҡ мөмкинлектәрен киң файҙала­нырға кәрәк. Власть, дәүләт структуралары булараҡ ошондай предприятиелар, талап ителгән бәләкәй тоннажлы химия продукттарын етештереүҙең яңы технологияларын һынау һәм индереү өсөн пилот ҡулайламаларын булдырыу буйынса ҙур, урта, бәләкәй эшҡыуарлыҡ ме­нән хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Күмәк көс менән фәнни полигондар, шул иҫәп­тән уҡыу-ғилми-етештереү нефть-газ полигонын булдырыу мөһим.
Ошо өлкәләге хәлдәргә баһа биреп, фән менән шөғөлләнгәндәр ҙә, ойошма етәкселәре лә үҙ фекерҙә­рен белдерҙе. Сарала ҡатнашыу­сылар яңы технологиялар уйлап табыу һәм уларҙы ҡулланыуға индереү өсөн фән менән етештереүселәрҙең тығыҙ бәйләнештә эшләй башлауына булышлыҡ итергә кәрәклеге тураһында килеште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 631

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 3 449

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 747

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 3 233

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 2 162

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 248

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 590

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 437

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 419

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 613

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 309

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 542