Башҡортостан Хөкүмәте йортонда төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов Фән буйынса советтың сираттағы ултырышын үткәрҙе. Сара әле Өфөлә барған Рәсәйҙең нефть-газ химияһы форумы сиктәрендә ойошторолоп, төбәктең нефть-химия комплексын үҫтереү мәсьәләләренә арналды. Ултырышта форум ҡунаҡтары, юғары уҡыу йорттары ректорҙары, нефть һәм химия өлкәһендә эшләгән ойошмалар һәм ошо йүнәлеште өйрәнгән институт вәкилдәре ҡатнашты.– Бөгөн Европа, Америка һәм Ҡытайҙа нефть һәм газ химияһы тармағы әүҙем үҫешә. Ә Рәсәйҙең нефть һәм газ етештергән төбәктәрендә уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан алып техник үҫеш туҡталды тип әйтһәң дә була. Һөҙөмтәлә дөйөм конкурентлыҡ һәләтенең кәмеүе күҙәтелә, – тине республика етәксеһе. – Сәбәптәре билдәле – инновация әүҙемлеге түбән, ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ эштәренә инвестициялар етешмәй, яңылыҡтар индереү һүлпән бара, компаниялар етәкселеге ҡыҙыҡһыныу белдермәй.
Башҡортостанда “Газпром нефтехим Салауат”, “Полиэф”, “Синтез-Каучук”, “Өфөоргсинтез” кеүек киң билдәле предприятиеларҙы үҙ эсенә алған илдәге иң ҙур нефть-газ химияһы комплекстарының береһе уңышлы үҫешә, тип билдәләне төбәк Башлығы. Конкурентлыҡ һәләтен арттырыу өсөн ошо производстволарҙы, уларҙың сәнәғәт ҡеүәтен берләштереүгә йүнәлеш алынған. 2012 йылда уҡ бәләкәй тоннажлы нефть химияһы, нефть-газ инжинирингы, төҙөлөш-монтаж, нефть-газ машиналары эшләү, радиоэлектроника, геофизика кластерҙарын берләштергән территориаль нефть химияһы кластеры булдырылды.
– Ошо кооперацияның һөҙөмтәләре бар. Мәҫәлән, предприятиеларыбыҙ яңы материалдар етештереү буйынса иң алдынғы технологияларҙы үҙләштерә, яңыларын булдыра. Атап әйткәндә, ҡатламды һыу ярҙамында емереү өсөн ҡоролма төҙөү көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Хәҙер был бик мөһим тема, – тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. – Ишембай махсуслаштырылған химик катализаторҙар заводының юғары сифатлы продукцияһына ихтыяж арта. Күмәк көс менән ошо предприятиеның етештереүсәнлеген 70-80 процентҡа еткерә алдыҡ.
Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, һуңғы йылдарҙа этилбензол, стирол, винилхлорид, акрил кислотаһы, полипропилен, этиленпропилен каучук етештереү ҡеүәте артты. Шуның менән бергә әлегә тиклем тәбиғи газды эшкәртеүҙең яңы технологияларын әҙерләү һәм ҡулланыу йәһәтенән артта ҡалыу күҙәтелә.
– Инновация инфраструктураһын нығытыу өсөн дәүләт-шәхси партнерлыҡ мөмкинлектәрен киң файҙаланырға кәрәк. Власть, дәүләт структуралары булараҡ ошондай предприятиелар, талап ителгән бәләкәй тоннажлы химия продукттарын етештереүҙең яңы технологияларын һынау һәм индереү өсөн пилот ҡулайламаларын булдырыу буйынса ҙур, урта, бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Күмәк көс менән фәнни полигондар, шул иҫәптән уҡыу-ғилми-етештереү нефть-газ полигонын булдырыу мөһим.
Ошо өлкәләге хәлдәргә баһа биреп, фән менән шөғөлләнгәндәр ҙә, ойошма етәкселәре лә үҙ фекерҙәрен белдерҙе. Сарала ҡатнашыусылар яңы технологиялар уйлап табыу һәм уларҙы ҡулланыуға индереү өсөн фән менән етештереүселәрҙең тығыҙ бәйләнештә эшләй башлауына булышлыҡ итергә кәрәклеге тураһында килеште.