Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Газ да, нефть тә түгел, ә кеше мөһим
Газ да, нефть тә түгел, ә кеше мөһимКисә Өфөлә “Илдең кеше капиталы: 2030 йылғаса төбәк стратегияһы талаптары” тигән V Төбәк-ара кадрҙар форумы асылды. Уның бер нисә майҙансыҡта – Конгресс-холда, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бинаһында, М. Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында – барыуы үҙе үк сараның әһәмиәтен күрһәтеп тора.
– Залдың, хатта балкондарҙың да тулы булыуы бөгөнгө осрашыу менән ҡыҙыҡһыныу көслө икән­леген раҫлай, – тине Башҡорт­остан Башлығы Рөстәм Хәмитов Конгресс-холдағы сығышында. – Тимәк, кадрҙар сәйәсәтен камиллаштырыу зарурлығы – өлгөрөп еткән мәсьәлә. Белдекле кадр­ҙарға мохтажлыҡ ҙур булыуы тураһында йыш ишетәбеҙ. Беҙгә кадрҙар һайлап алғанда әлеге кеүек ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ буйынса түгел, системалы нигеҙҙә эш итергә кәрәк. Ундай система илебеҙҙә саҡ барлыҡҡа килә генә әле. Ошо эшмәкәрлек төп урынға газ йәки нефтте түгел, ә кадрҙар уҡытыу, өйрәтеү һәм тәрбиәләүҙе ҡуйырға тейеш.
Мәскәүҙәге “Сколково” идара итеү мәктәбе вәкиле, “Башҡорт­остан Республикаһының өҫтөн­лөклө үҫеш йүнәлештәре һәм стратегик проекттары” програм­маһы етәксеһе Олег Алексеев, Башҡортостан Башлығы Хаки­миәте етәксеһе урынбаҫары Рәмил Дилмөхәмәтов, “Роснефть” компанияһының “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы вице-президенты Андрей Судаков, Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Өфө дәүләт нефть техник универси­тетының кафедра мөдире Ирина Буренина һәм башҡаларҙың сығыштары ла кадрҙар сәйәсә­тенә арналғайны.
Ултырыштар араһындағы тәнәфестә “Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәте, Өфө дәүләт нефть техник һәм Өфө дәүләт авиация техник университеттары араһында белем биреү программаларын тормошҡа ашырыуҙағы хеҙмәттәшлек буйынса өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 331

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 3 020

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 485

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 2 599

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 1 979

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 103

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 459

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 311

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 287

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 451

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 176

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 399