Кисә Өфөлә “Илдең кеше капиталы: 2030 йылғаса төбәк стратегияһы талаптары” тигән V Төбәк-ара кадрҙар форумы асылды. Уның бер нисә майҙансыҡта – Конгресс-холда, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бинаһында, М. Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында – барыуы үҙе үк сараның әһәмиәтен күрһәтеп тора.– Залдың, хатта балкондарҙың да тулы булыуы бөгөнгө осрашыу менән ҡыҙыҡһыныу көслө икәнлеген раҫлай, – тине Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Конгресс-холдағы сығышында. – Тимәк, кадрҙар сәйәсәтен камиллаштырыу зарурлығы – өлгөрөп еткән мәсьәлә. Белдекле кадрҙарға мохтажлыҡ ҙур булыуы тураһында йыш ишетәбеҙ. Беҙгә кадрҙар һайлап алғанда әлеге кеүек ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ буйынса түгел, системалы нигеҙҙә эш итергә кәрәк. Ундай система илебеҙҙә саҡ барлыҡҡа килә генә әле. Ошо эшмәкәрлек төп урынға газ йәки нефтте түгел, ә кадрҙар уҡытыу, өйрәтеү һәм тәрбиәләүҙе ҡуйырға тейеш.
Мәскәүҙәге “Сколково” идара итеү мәктәбе вәкиле, “Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө үҫеш йүнәлештәре һәм стратегик проекттары” программаһы етәксеһе Олег Алексеев, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Рәмил Дилмөхәмәтов, “Роснефть” компанияһының “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы вице-президенты Андрей Судаков, Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Өфө дәүләт нефть техник университетының кафедра мөдире Ирина Буренина һәм башҡаларҙың сығыштары ла кадрҙар сәйәсәтенә арналғайны.
Ултырыштар араһындағы тәнәфестә “Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәте, Өфө дәүләт нефть техник һәм Өфө дәүләт авиация техник университеттары араһында белем биреү программаларын тормошҡа ашырыуҙағы хеҙмәттәшлек буйынса өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды.