Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кем законды йышыраҡ боҙа?
Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығының былтырғы эш һөҙөмтәләре һәм быйылға билдәләнгән бурыстары тураһында уның етәксеһе Зөлфирә Аҡбашева хәбәр итте.
Ведомство монополияға ҡаршы ҡануниәттең үтәлешен, шулай уҡ электр энергетикаһы, халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү, сауҙа, реклама, тауар һатып алыу, дәүләт һәм муниципаль ихтыяждарҙы тәьмин итеү хеҙмәттәре өлкәһендәге закондарҙың башҡары­лы­уын контролдә тота. Шулай уҡ дәүләт органдары ме­нән хужалыҡ иткән субъекттарҙың конкуренцияны сикләгән килешеүҙәрен йәки ғәмәлдәрен асыҡлау, уларға юл ҡуймау – монополияға ҡаршы орган эшмә­кәрлегендәге өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе.
Ҡануниәтте боҙған өсөн үткән йылда идаралыҡ тарафынан 3356 эш ҡуҙғатылған, 221 киҫәтеү бирел­гән. Башҡортостанда башҡарма власть һәм урын­дағы үҙидара органдарының монополияға ҡаршы ҡануниәтте боҙоуы киң таралған енәйәттәр иҫәбенә инә – киҫәтеүҙәрҙең 90 проценты тиерлек ошо даирәгә ҡағыла.
Власть органдары тарафынан ҡануниәтте боҙоу­ҙар, нигеҙҙә, ритуаль хеҙмәттәр күрһәтеү, ер участкалары бүлеү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, автомобиль транспорты менән пассажирҙарҙы ташыу, реклама хеҙмәте күрһәтеү өлкәләренә ҡағыла.
Зөлфирә Аҡбашева белдереүенсә, төбәктә ер бүлеүгә бәйле законды боҙоу осраҡтары йылдан-йыл арта бара, бигерәк тә баш ҡалала торлаҡ төҙө­лөшө механизмдары күп һорауҙар тыуҙыра. Ғәҙәттә, ерҙе бер маҡсатта алалар (бушлай йәки арзан хаҡҡа) һәм шунда уҡ торлаҡ төҙөлөшө өсөн һаталар (хаҡы миллиондарса һумдар менән иҫәпләнә).
Шулай уҡ 13 тауар баҙарында көнәркәшлек мөхите тикшерелгән. Граждандарҙан 740 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Йыл буйына идаралыҡ белгестәре бер меңдән ашыу суд ултырышында ҡатнашҡан.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ

Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға...

Тотош уҡырға 3 339

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән

Ауылға ят бөжәктәр һөжүм иткән 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Силәбе өлкәһе менән сиктәш Балаҡатай районындағы Шаҡарлы ауылын билдәһеҙ бөжәктәр...

Тотош уҡырға 3 029

Көлөп ҡаршыламай апрель...

Көлөп ҡаршыламай апрель... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 2 495

Ҡазаһы – пассажирға...

Ҡазаһы – пассажирға... 31.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә кис Дүртөйлө – Нефтекама трассаһында, Краснокама районы биләмәһендә үлемесле юл фажиғәһе...

Тотош уҡырға 2 610

Водитель танытмаһын алдырған килеш...

Водитель танытмаһын алдырған килеш... 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иглин районы эргәһендә, Мәскәү – Өфө трассаһында ҙур авария булған....

Тотош уҡырға 1 982

Шашып ҡалайым, тиме?

Шашып ҡалайым, тиме? 30.03.2019 // Яңылыҡтар

Иртәгә, 31 мартта, республикабыҙҙа дауыллы ел буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш...

Тотош уҡырға 2 103

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме?

Ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. Күрмәнегеҙме? 29.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда өс көн араһында ике мәктәп уҡыусыһы юғалған. 15 йәшлек Дарья Чернова 23 мартта Өфөлә...

Тотош уҡырға 1 460

Беҙ Инстаграмда ла бар

Беҙ Инстаграмда ла бар 29.03.2019 // Яңылыҡтар

“Бәйләнештә” селтәренән тыш, бөгөн “Инстаграм” сайты ла олоһо ла, кесеһе лә тарафынан киң ҡулланыла....

Тотош уҡырға 1 312

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып...

Дуҫлығыбыҙҙың яңы биттәрен асып... 28.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бешкәктә Ҡырғыҙстандың иҡтисад...

Тотош уҡырға 1 287

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ!

“Науруз” байрамына рәхим итегеҙ! 26.03.2019 // Яңылыҡтар

31 мартта Өфөлә “Науруз” республика байрамы була. Был көндә баш ҡалабыҙҙа былау бешереү буйынса...

Тотош уҡырға 1 453

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк

Төркиәгә барһаң, сит ил паспорты кәрәкмәйәсәк 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Төркиәнең эске эштәр министры Мевлют Чавушоглу Рәсәй граждандарына илгә үҙҙәренең эске паспорты...

Тотош уҡырға 1 178

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек

Бергә быуат тулҡынында бәүелдек 26.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика халыҡтары уртаҡ байрамын билдәләне....

Тотош уҡырға 1 401