Кем законды йышыраҡ боҙа?24.02.2017
Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығының былтырғы эш һөҙөмтәләре һәм быйылға билдәләнгән бурыстары тураһында уның етәксеһе Зөлфирә Аҡбашева хәбәр итте.
Ведомство монополияға ҡаршы ҡануниәттең үтәлешен, шулай уҡ электр энергетикаһы, халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү, сауҙа, реклама, тауар һатып алыу, дәүләт һәм муниципаль ихтыяждарҙы тәьмин итеү хеҙмәттәре өлкәһендәге закондарҙың башҡарылыуын контролдә тота. Шулай уҡ дәүләт органдары менән хужалыҡ иткән субъекттарҙың конкуренцияны сикләгән килешеүҙәрен йәки ғәмәлдәрен асыҡлау, уларға юл ҡуймау – монополияға ҡаршы орган эшмәкәрлегендәге өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе.
Ҡануниәтте боҙған өсөн үткән йылда идаралыҡ тарафынан 3356 эш ҡуҙғатылған, 221 киҫәтеү бирелгән. Башҡортостанда башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдарының монополияға ҡаршы ҡануниәтте боҙоуы киң таралған енәйәттәр иҫәбенә инә – киҫәтеүҙәрҙең 90 проценты тиерлек ошо даирәгә ҡағыла.
Власть органдары тарафынан ҡануниәтте боҙоуҙар, нигеҙҙә, ритуаль хеҙмәттәр күрһәтеү, ер участкалары бүлеү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, автомобиль транспорты менән пассажирҙарҙы ташыу, реклама хеҙмәте күрһәтеү өлкәләренә ҡағыла.
Зөлфирә Аҡбашева белдереүенсә, төбәктә ер бүлеүгә бәйле законды боҙоу осраҡтары йылдан-йыл арта бара, бигерәк тә баш ҡалала торлаҡ төҙөлөшө механизмдары күп һорауҙар тыуҙыра. Ғәҙәттә, ерҙе бер маҡсатта алалар (бушлай йәки арзан хаҡҡа) һәм шунда уҡ торлаҡ төҙөлөшө өсөн һаталар (хаҡы миллиондарса һумдар менән иҫәпләнә).
Шулай уҡ 13 тауар баҙарында көнәркәшлек мөхите тикшерелгән. Граждандарҙан 740 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Йыл буйына идаралыҡ белгестәре бер меңдән ашыу суд ултырышында ҡатнашҡан.